<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: < Йырҙар (Песни).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Мечетлинский район, д. Ишалино.
Год записи: 1958 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 3 фольклорного архива кафедры башкирской литературы и фольклора. Материалы фольклорных экспедиций по различным районам Башкирии, собранные в разные годы; л. 237‑256.
Записано 20 июля 1958 года Ширгановой Ханией от Нигматуллиной Байрамбики, 67 лет.

<Йырҙар>

Мәсетле районы, Ишәле ауылынан Ширганова Хәниә тарафынан яҙып алынған, һөйләүсе: Ниғмәтуллина Байрамбикә. 67 йәштә. 1958 йыл. 20 июль.

Ал да итербеҙ әле,
Гөл дә итербеҙ әле.
Киләсәктә совет илен
Сәсәк итербеҙ әле.

Йыраҡтан матур күренә
Райкомдың уттары.
Йырлашып эштән ҡайталар
Колхоз ударниктәре.

Ал беҙҙең клуб эсе,
Гөл беҙҙең клуб эсе.
Йәш ваҡытта уйнап ҡалайыҡ
Ҡалмаһын үкенесе.

Ал менән кәртәләгәндәр
Комсомол ҡәберҙәрен.
Йәш ваҡыттар ике килмәй,
Белегеҙ ҡәҙерҙәрен.

Уйна дуҫтым гармуныңды
Һин уйнаһаң күңелле.
һин уйнаһаң матур уйнайһың
Күтәрәһең күңелде.

Ҡара-ҡоралар менән.
Төн йоҡоһон әрәм итә
Бала-сағалар менән.

Урман эстәре менән.
Бәйләп ҡуйһалар ҙа тормам
Ефәк остары менән.

Күпер, күпер, күпер,
Күпер күтәрелмәй ул.
Уйнамағас та, көлмәгәс.
Күңел күтәрелмәй ул.

Йырлап асыла күңел.
Йырлап асылмаған күңел
Мәңге асыласаҡ түгел.

Алдар булғанда ғына,
Гөлдәр булғанда ғына.
Күтәрелә күңелдәрем
Бергә булғанда ғына.

Уңға киткән юл булыр.
Тыуыр ҡояш, һайрар былбыл
Беҙҙән сәләм шул булыр.

Сылбырлары бушаған.
Алма алһыу, сейә ҡыҙыл
Һин шуларға оҡшаған.

Алма һатыусылар килгән
Үлсәүҙәре бар микән.
Әжәлгә дарыу бар тиҙәр,
Мөхәббәткә бар микән?

Йәш ғүмерҙе үтә тиҙәр,
Үткәнен күрһәң ине.
Үткән саҡта тотоп алып
Кәрәген бирһәң ине.

Гармун теле биш кенә.
Бөтәһе лә яр була алмай
Ул бит товарищ кенә.

Йырлый әле, йырлыйҡ әле,
йырлыйҡ әле ун өстө.
йырламаҫ инем ун өстө
Йәш ғүмер үкенесле.

Гармун теле ун ике.
Уйлаһаң, уйламаһаң да
Йәш ғүмер килмәй ике.

Уйна дуҫтым гармуныңды
Үҙең белгән көйҙәргә,
һин уйнаған, беҙ йырлаған
Ҡалһын һағынып һөйләргә.

Гармун тартырға оҫтаһың,
Молодец ҡулдарыңа,
Аллы-гөллө сәскә атһын
Йөрөгән юлдарыңа.

Китһәм ҡайталмам инде.
Һынды сабыр ҡанаттарым
Сабыр итәлмам инде.

Исемдәре Сабира.
Сабыр ит, дуҫтым, сабыр ит
Сабыр итә сабый ҙа.

Исемдәре Маһинур.
Ике битең бешкән алма,
Эйәктәрен помидур.

Ҡулымдағы балдағымдың
исемдәре Мортаза.
Аяғыңды йыя алмағас,
Нигә төштөң уртаға.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре шпана.
Шпана ғына булһа ла
Күнелдәрем ышана.

Тәҙерәмден ҡапҡасын
Үҙем һырлайым әле.
Кеше әллә ниҙәр йырлай,
Үҙем йырлайым әле.

Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Сталин.
Хуп күрдиһәң эсеп ебәр,
Хур күрмәһәң ҡыҫтамыйм.

Эх мин ҡайындар булһам
Әх мин ҡайындары булып,
һин былбыл булып ҡунһаң

Эх, мин ҡайындар булһам
Ҡайындың да бар ҡайғыһы
Эх мин ҡайғыһыҙ булһам.

Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Мәзкүрә.
Кеше һүҙенә ышанма,
Кешеләр кире күрә.

Ал итмәксе булалар ҙа,
Гөл итмәксе булалар.
Политика һүҙҙәр менән
Хүп итмәксе булалар.

Ал ителмәҫтәр әле,
Гөл ителмәҫтәр әле.
Политика һүҙҙәр менән
Хур итләмәҫтер әле.

Үткер икән салғығыҙ,
Мәк сәскәһен сабығыҙ.
Өҙөлөп-өҙөлөп иҫкә төшә
Бергә булған сағыбыҙ.

Ай кергән болоттарға.
Ай кермәгән болоттарға
Үҙем керҙем уйларға.

Ҡоштарым алмағаста
Эстәрем янмаймы минең
Тыштарым янмағас та.

Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Донбасҡа.
һалҡын һыуҙар һалайым микән
Йәш йөрәгем янғанға.

Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Уралға.
Их, шул ҡанаттарға баҫып
Янығыҙҙан урарға.

Уралып-уралып аға,
Уралымдың ҡар һыуы.
Нишләтһәм баҫылыр икән
Йөрәгемдең ярһыуы.

Киттеләр, юғалдылар.
Йыш-йыш типкән йәш йөрәккә
Тәпән уй ҡалдырҙылар.

һандуғастар килер әле,
Килер ҙә китер әле.
һандуғастан үткән ғүмер
Беҙҙән дә үтәр әле.

Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Гөлтуташ.
Гөл булһаҡ айырылмаҫ инек,
Гөл тамырҙары тоташ.

Һары матур, һары матур,
Һары матур һайлаһаң.
Тауыштарыңдан танырмын
Ҡоштар булып һайраһаң.

Аҡлы батис яулығымды
Дүрткә бөкләп ҡуйманым.
Хаттар менән барыр инем,
Коверттәргә һыйманым.

Хаттар яҙҙым өҫтәлдә,
Көн байыра төшкәндә.
Сәғәт түгел, минуты йыл.
Туғаным иҫемә төшкәндә.

Аҡлы ситса күлдәгемдең
Еңе тар беләгемә.
һандуғастар һайраһа ла
Ял була йөрәгемә.

Ерән да аттың ялдарын
Ҡыблаларҙан иҫкән ел тарай,
һеҙ балаҡайларның иҫәнлеген
Иртә белән килеп ҡош һайрай.

Самауырҙар ҡуйып, сәйҙәр һалдым,
Ҡайнатырҙай микән бер күмер.
Ашау ҙа эсеү, уйнау-көлөү
Үҙе булды беҙгә бер ғүмер.

Ағиҙелкәйҙәрҙин сыҡҡан саҡта
Ел һуҡмаһын кәмәлә саҡта.
И дуҫҡайым рәхәт йәшә
Минән айырылған саҡта ла.

Сын-сын ғына аяҡ, йәшел сәй,
Эстем генә әсем көйгәнгә.
Алдым ғына ҡәләм, яҙҙым сәләм,
һин балаҡайымды һөйгәнгә.

Сылтыр-сылтыр ғына сылтыр сын-сын аяҡ
Шылтыратмай ғына нисек йыуаһың.
Маңлайыңа яҙған тәҡдирҙәрҙе
Ҡулын менән нисек юйырһың.

Тәҙрә лә төбөм кәүеш-мәүеш,
Ҡиблаларҙан килә бер тауыш.
Тауыштарың тауыш, әй тауышың,
Буйғынайың Иҙел ҡамышы.

Ағарып ятҡан ҡар микән,
Яумаған ер бар микән?
Беҙҙе дошманда күрәлмәй,
Әллә донъя тар микән?

Беҙҙе дошманда күрәлмәй,
Юлға ситә үрәлмәй.
Эйелеп ҡарай, бөгөлөп ҡарай,
Беҙҙең кеүек булалмай.

Быйыл ғына кәкүк килгән тиҙәр,
Сыбар ғына микән, күк микән?
Үткән дә ғүмерҙең юҡ билдәһе
Алда ғына ғүмерем күп микән?

Ҡысҡыра ла кәкүк, әй ҡысҡыра,
Аръяҡтарҙа түгел маяҡта.
Иҫерек тә саҡта кем йырламай,
Тороп йырлап ебәр айыҡта.

Бейек тә тауҙың баштарынан
Сылтырап та аға ҡар һыуы.
һин ҡоҙағыйымды күргәндән һуң
Баҫыла бирҙе йөрәк ярһыуы.

Ел булмаһа ла елберҙәй,
Беҙҙең баҡса талдары.
Табыла ла ул, бөтә лә ул
Фани донъя малдары.

Машина алып китә ул.
Сит илдәргә алып китеп,
Башты харап итә ул.

Ай исмаһам, исмаһам,
Бер ҡысҡырып йырлаһам.
Бер ҡысҡырып йырла тиһәм,
Эсем бошмай исмаһам.

Әйәмде буйы япырак,
Эҫе көндә күләгә,
һалдат меҫкен югереп бара,
Яуып торған пулягә.

Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Себергә.
Әллә мин дә китәйемм
Шул ҡаҙҙар менән бергә.

Һандуғас һайрай сут-сут тип,
Шишмә буйы тирәктә,
Һиңә төшкән йәшлек мөхәббәтем
Үрелеп сәскә ата йөрәктә.

Ағиҙелгә төшмим дә мин,
Төшмәм дә буламим да.
Булмаҫ инде һеҙҙең кеүек
Булыр тип уйламим да.

Ботинкаһы, ботинкаһы,
Ботинкаһы йәшел суҡ.
Ударник булһаң, һөйөрмөн,
Ударник булмаһаң, юҡ.

Ана килә автомобиль
Тейәгәндәр симешкә.
Аҙна һайн әйләнәһең,
Ул ниндәй привычка.

Ана килә автомобиль
Тейәгәндәр валинки.
һөймим, һөйҙөм, һөйәһем юҡ,
Ваше дела маленки.

Урысса "ҡайҙа бараһың",
Татарса "куда пойдешь".
һөйгән йәрең ятҡа ҡалһа,
Пожалуй с ума сойдешь .

Алай тимәгән инем,
Былай тимәгән инем.
Йәш ғүмерем зәңгәр сәскә
Үтәр тимәгән инем.

Ана килә автомобиль
Тейәгәндәр папирос,
һөйәһеңме, һөймәйһеңме,
Конкретный вопрос.

Давай икәү йырлайыҡ әле
Килер микән көйөбөҙ.
Ник килмәһен көйөбөҙ,
Бергә үҫкән буйыбыҙ.

Һандуғастың балалары,
Урманда, йәшел талда.
Үтеп киткән йәш ғүмерҙәр
Әйләнеп килмәй алға.

Тәҙрәнең ырамкаһын
Бәке менән ҡайырып ас.
Айырылышыу көйөн һайрай,
Быйыл беҙҙең һандуғас.

Аҡлы ситса күлмәкәйем,
Кәштә башҡайҙарында.
Абау алла, ауыр хәлдәр
Төштө башҡайҙарыма.

Һандуғастың балалары,
Телефонда сыбыҡта,
һеҙ дуҫтарҙы табалманым,
Сәхрәләргә сығып та.

Аҡ самауыр гранттарын
Ағартмайым аҡ булғас,
һағынһам да сабыр итәм,
Аралар йыраҡ булғас.

Ағиҙелгә төшә яҙҙым,
Тотманың беләгемдән.
Тамыр йәйгән гөлдәр кеүек
Сыҡмайһың йөрәгемдән.

Ваҡ-ваҡ ҡына атлайһың.
Һин бит минең роза гөлөм
Сәскә генә атмайһың.

Ағиҙелгә төшөрһөң,
Ҡолас ташлап йөҙөрһөң.
һайрар кәкүк, һайрар былбыл
Шунда нисек түҙерһең.

Ҡара бәйләйем, ҡара кейәм,
Ҡайғырған көндәремдә.
Бик ҡайғырған көндәремдә
Йоҡламыйм төндәремдә.

Ана килә автомобиль
Тейәгәңдәр таш күмер,
Әкрен генә һиҙҙермәйсә
Үтә беҙҙең йәш ғүмер.

Еҫле гөлөм, еҫле гөлөм,
Еҫле гөлөм еҫле ул.
Еҫле гөлдәрем еҫле ул
Бар ҙа һеҙҙең төҫлө ул.

Эсем бошһа, сығам тышҡа,
Ҡарайым һайраған ҡошҡа,
Ҡоштар һайрай, мин илайым,
Ни булды ғәзиз башҡа?

Уфа беҙгә һыу аша.
Әллә һеҙҙе уйлағанға
Ҡоштар моңло һайраша.

Алдарым кеүек күрәм,
Гөлдәрем кеүек күрәм.
Әллә ниңә бик яратып
Йәндәрем кеүек күрәм.

Аҡҡош ҡанаттарын йәйә
Ағиҙелдә йөзөргә.
Ауыр сабырлыҡтар кәрәк
Айырылшҡас түҙәргә.

Ағиҙелдәрҙә тар баҫма,
Сығалмай торҙоң мәллә?
һағынһаң хат яҙыр инен,
һағынмай торҙоң мәллә?

Бөҙрә сәсем, бөҙрә сәсем,
Бөҙрә сәсем үрмәһәм.
Мин һарғайып үлер инем,
Төштәреңдә күрмәһәм.

һибелә сәсем, һибелә сәсем,
һибелә сәсем уң яҡҡа.
Әллә мин дә китәйем микән,
Сәсем һибелгән яҡҡа.

Иртән дә тома әле,
Кисен дә томан әле.
Ҡайғы хәсрәттәр менән
Ғүмергә тормам әле.

Айҙар бейек, айҙар бейек,
Аяҙ булһа нишләрбеҙ.
Бергә тыуып, бергә үҫтек,
Айырылшһаҡ нишләрбеҙ.

Ағиҙелдәргә төшәм дә,
Ағиҙел буйлап китәм.
Сабыр итәм, һине көтәм,
Кәрәкмәй миңә бүтән.

Һандуғастар һайрап ҡына
Һындырҙы гөлдәремде,
Һынған гөлдәргә оҡшатам
Айырылған көндәремде.

Һандуғастар һайраһа ла
Ял була йөрәгемә.
Әллә уттар ҡаба инде
Тәнемдин күлмәгемә.

Ике аҡҡош осоп бара,
Татлыгөл араһынан.
Ниндәй хаттар килер икән
Дуҫҡайым тарафынан.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам
Яҡты айға ҡул һонам,
һағынмай түгел, һағынам
Яҙғы ҡар кеүек һыҙам.

Стенала ике сәғәт
Береһе йөрөй минутҡа.
Иптәшкәйем һин минеке,
Тигән һүҙҙе онотма.

Талдин талға йөрөр инем,
Былбыл балаһы булһам.
Ҡат эсендә барыр инем,
Яҙыу ҡараһы булһам.

Кара бөҙрә сәстәремде
Тарармын, үрәлмәмен,
Тауҙар, аша, һыуҙар аша
Ҡараҙым - курәлмәнем.

Уфаларға шуға барҙым
Гөлсирин өсөн генә.
Аҡ йөҙҙәрем һары булды
Гел һинең өсөн генә.

Уфа тиһең дә ҡарайһың,
Уфа күренәме ни?
Айырылышып тороу менән
Күңел һүреләме ни?

Уйҙар уйларһың әле,
һыуҙар буйларһың әле.
Уйҙар уйлап, һыуҙар буйлап
һағынып йырларһың әле.

Бейек тауҙың баштарында
Уңға ҡайырылып ҡуям.
Бик ҙур уйҙар ҡуям,
Үҙемде үҙем тыям.

Ишек алдым йәшел үлән,
Баҫмағыҙ бөгөлмәһен.
Иҫтәремә төшөрмәгеҙ,
Эстәрем өҙөлмәһен.

Алдар ҙа була микән,
Гөлдәр ҙә була микән.
Йырлаһаң йөрәк баҫыла,
Әллә ял була микән?

Югереп төштөм һыу буйына
һыу өҫтө күбек кенә.
һин бит минең туғанҡайым
Күҙ нурым кеүек кенә.

Елпенәм елдәр кеүек,
Тулҡынам һыуҙар кеүек.
Күтәрелмәй күңелдәрем,
Тулҡынлы көндәр кеүек.

Аҡ күгәрсен дә гөрләй,
Күк күгәрсен дә гөрләй.
Бәхетһеҙ бала ла үлмәй,
Донъя рәхәтен күрмәй.

Тулҡынланып, һулҡынланып,
Ағып китәйем микән?
Мин ағырҙай һыуҙар ҙа юҡ.
Сабыр итәйем микән?

Ағиҙелдәрҙе сығырға
Ағиҙелдәрҙе сығырға
Ҡайын баҫмалар һалдым.
Ҡайын баҫмаларға баҫып,
Ҡайғымды һыуға һалдым.

Алдарын алға манам,
Гөлдәрен гөлгә манам.
Туғанҡайым йыраҡта тип,
Дөрләп уттарҙа янам.

Энекәйем ни эҙләйһең,
Юғалғанмы ҡаҙ балаң?
Юғалмаған бит ҡаҙ балаң,
Ситтә йөрөй бер балаң,

Ҡыр ҡаҙҙары осоп бара,
Егерме ете бала,
Тыуып үҫкән илдәрендә
Ҡәҙерле була бала.

Һандуғасым һайра-һайра,
һайраһаң үҙеңә файҙа.
Мөмкин булһа әйтеп һайра,
Минең туғаным ҡайҙа?

Бейек тауҙың баштарында
Ҡарҙы ҡояш иретә.
Ҡарҙарҙы ҡояш иретә,
Башты тәҡдир йөрөтә.

Алтын булып ағайым,
Көмөш булып тамайым,
Һине өсөн дуҫыҡайым,
Утҡа кереп янайым.

Алтын булып ағарға,
Көмөш булып тамарға.
Минең башым ике түгел
Утҡа кереп янарға.

Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Орҡыя.
Ташлашҡанға үкенмәйем,
Гөл дә сәскәйен ҡоя.

Тал бөгөлә, тал бөгөлә,
Нигә бөгөлә икән?
Минең эсем, һинең өсөн
Нигә өҙөлә икән?

Өй артындағы талдарҙы
Яратмаһаң киҫәрһең.
Мин һағынһам, тәҙрә асам,
һин ел булып иҫәрһең.

Аҡлы ситса күлдәгемдең
Балитәге өс кенә.
Бәләкәй тейеп хупламағыҙ
һандуғас та кескенә.

Бейек тауҙың баштарында
Гармун уйнай бер малай.
Тәкәбберлектән килешмәй,
Тәкәбберләнмәң алай.

Ишек алдым йәшел үлән
Ҡаҙ бәпкәләр аҙығы.
Йәш йөрәкте елкендерҙең,
һиңә булһын яҙығы.

Һары һандыҡ ниңә кәрәк,
Һабын һалырға кәрәк.
Һағынһаң да, һарғайһаң да
Сабыр итергә кәрәк.

Ауылдарҙан ауылдарға
Телефон бағанаһы.
Хәҙер иҫке заман түгел,
Техника заманаһы.

Югерә-югерә еләк йыям
Тауҙың итәктәрендә.
Шатланышып беҙ укыубыҙ
Совет мәктәптәрендә.

Комсомол булып йөрөйһөң,
Газета алаһыңмы?
Ауылдағы хәбәрҙәрҙе
Яҙып алалаһыңмы?

<Припев:>Колхоз йәшәүе,
Алға бара эшләүе.

Беҙ уҡый торған китаптың
Исеме "Яңы тормош".
Яңы тормошто яратһаң,
Иптәш уҡырға тырыш.

<Припев.>

Элек буяуы бар ине
Хәҙер буяуы бөткән.
Элек оялыу бар ине.
Хәҙер оялыу бөткән.

Бейек тауҙын баштарында
Мәтрүшкә булмай ул.
Уҡымайса наҙан ҡалып,
Рәхәт йәшәп булмай ул.

Мейесемә яғыр буяһам
Әсәгеллин ут алам.
Бер беҙ генә йырламайыҡ,
Йырлашайыҡ бупалам.

Әрәмәлә муйыл бешкән
Тиреп алырға кәрәк.
Кеше һынап ултырмағыҙ
Килгәс уйнарға кәрәк.

Былар ҡайҙан килгәндәр,
Сыбар буйма кейгәндәр.
Уйнар өсөн килмәгәндәр,
һынар өсөн килгәндәр.

Йырлағыҙ ҡыҙҙар, йырлағыҙ
Аүыҙығыҙҙы йоммағыҙ.
Бергә саҡта йырлап ҡалайыҡ
Тикәй бергә булмабыҙ.

Уфа юлдары быяла,
Таш булһа таймаҫ ине.
Уф, йөрәкәйҙәрем яна,
һин булһаң янмаҫ ине.

Ай яҡтыһы бигерәк яҡты
Ултырып мәрйен теҙергә.
Үҙ туғаның бигерәк яҡшы
Ултырып кәңәш итергә.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.254&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8