Ҡолонсоҡ // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Ҡолонсоҡ (Жеребенок).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Бурибай.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 112-120.
Записано от Тулибаева Рахматуллы Киньягуловича, 69 лет. Имена фольклористов не указаны.

Ҡолонсоҡ

Тулебаев Рәхмәтулла Кинйәгәли улы, 69 йәш. Хәйбулла районы Бүребай эшселәр поселкаһынан.

Уҙған заманда бер әбей менән бабай булған. Уларҙың өс улы булған. Олоһо - Ишкенә, уртансыһы - Биккенә, кесеһе - Кескенә исемле булғандар. Өс улдары ла, атаһынан күрмәксе, һунарсы булып әүерелә.

Бер көн ҡарт улдарын саҡырып әйткән: "Мин өлкәнәйҙем инде Һеҙгә васыят: төшлөк тарафына сәфәр сыҡмағыҙ." Тиҙҙән аталары үлеп китә. Былар 4 семья ҡалалар. Аталары үлгәс, уйланалар был ниндәй һүҙ булды? "Әсәйгә әйтмәйек, шул тарафтан сәфәр сығайык", - тип, уҡ-һаҙаҡтарын алып сығып китәләр.

Китеп ултыра, китеп ултыра былар. Бик күп ерләр киткәс, ҡара урман күренә быларға. Өс көндән һуң саҡ барып етәләр. Урманға, еткәс, бер ни нәмә тапмай йөрөйләр, урман эсе бик шырлыҡ була. Йөрөй торғас, бер йортҡа тап булалар. Өйөрлөп-өйөрөлөп ҡарайҙар ҙа өйгә инәләр. Эстә бер йәнле әҙәм юҡ Асҡылап йөрөп ҡарайҙар: өй һәйбәт эшләнгән. Бында бер кем дә тормаған; торһа ла күсеп киткән. Туғандар ятып йоҡламан, таз ашап алғандар.

- Нишләп алама донъяла йәшәп ятабыҙ? Бында күсеп киләйек, әсәйҙе лә алып киләйек. Китә былар. Куп тә тормай күсеп баралар. Улдары йәнлек атып, әсәһе уларға ашарға әҙерләп йәшәй башлайҙар. Бер ваҡыт әбей балаларын тамаҡ ашатып оҙата ла илай-илай йөрөнөргә тотона. Ҡапыл был урыңда ша-арт итеп ишек асылып китә. Ҡараһа, алдында бер таҙа, здарауай, ҡарт ултыра.

- Һаумыһың, әбей, - ти? Әбей ғәжәпкә ҡала. Әбейгә әйтә бабай:
- Һинең, - ти, - донъя йөҙөндә өс батыр улың бар икән, - ти. Әйҙә беҙ уларҙан йәшерен ғүмер итәйек.

Әбей күнә. Бергә ғүмер итә башлайҙар. Быны улдары белмәй. Бер нисә айлар үтә. Бер ваҡыт улдары һунарҙан ҡайтҡас, әбей аш ултырта ла:
- Эй, балаҡайҙарым, һеҙ ни беләһегеҙ әле. Мин ошонда килгәс, төшөмдә атайығыҙ менән өс күрештем дә ҡоманлы булдым, - ти.

Ишкенә әйтә:
- Әсәй, ҡайғырма. Ул булһа, Ҡолонсаҡ тип; ҡыҙ булһа, исемде үҙең ҡушырһың. Әбей бер көндө улдары ҡайтыуға ул табып тора. Ишекте асып, Ишкенәгә әйтә: - Бына һиңә ҡусты таптым, - ти.

- Исеме булһын Ҡолонсаҡ, - ти Ишкенә.

Ҡолонсаҡ көнөнә бер йәшәр бала була. Әбейҙе ҡарт димләй башлай:
- Беҙҙең йәшәү яңылыш. Мин һиңә бер дарыу бирәйем. Һин уны аштарына һал. Улар йоҡлап китерҙәр һәм уянмаҫтар. Ә Ҡолонсаҡ ҡырҡ көндә ҡырҡ йәшлек батыр булып үҫер. Улдары ҡайтыуға, әбей аш-һыу әҙерләй һәм дарыуҙы һалып ҡуя. Ишкенә Биккенә, Кескенә - өсәү ҡайтып киләләр. Килеп инеү менән Ишкенә йоҡлап ятҡан Ҡолонсаҡты тырнап ала һәм алдына алып һөйә башлай.

- Ай, балаҡайым, ниңә уятаһың уны? - ти әбей.

Ҡолонсаҡ ботон уйнатып ултыра ла ашты ауҙарып та ебәрә. - Ашҡынамды әрәм иттең бит, - тип әбей баланың сикәһенә ҫуғып ебәрә.

Иртән тороп, улдары һунарға сығып киткәс, ҡарт йөнө дарыу бирә әбейгә:
- Ҡолонсаҡты уяттырма - ти әбей аш бешеп ҡутарғас, улдары ҡайтып килә. Әбей улдарҙы тиҙ булығыҙ ҙа тиҙ булығыҙ тип, ашарға саҡыра. Ишкенә йәнә йоҡлап ятҡан Ҡолонсаҡты тырнап алып килеп ултыра. Ҡолонсаҡ тағы ашты ауҙара.

Өсөнсө көндө ҡарт әбейгә:
- Дарыуҙың аҙағын бирәм, әгәр ошоно ашап үлмәһәләр, өсөһө лә беҙҙе ҡуймаҫтар, - ти. Әбей бабай ҡушҡанса эшләй.

Ишкенә, Биккенә, Кескенә ҡайтыуға Ҡолонсаҡ тағы йоҡлап ятҡан була. Ишкенә йәнә барып тырнап ала. Ҡолонсаҡ ашты ауҙарып ебәрә лә телгә килә:
- Ағайҙарым Ишкенә, Биккенә, Кескенә! Мин атаһығыҙҙан төшәнеп кергән бала түгел. Минең атайым дейеү, ул ошо өйҙә зинданда ята.

Барып ишекте асып ебәрһәләр, унда здарауай бер карт ултыра. Уны ҫөйрәп сығарып, сапҡылап, турап, үлтереп ташлайҙар. Әбейҙе лә үлтерәләр. Былар дүртәүһе ҡала. Ҡолонсаҡ тегеләр ҡатарына үҫеп тиңләшә, Бер ҡайтып, Ишкенә, Биккенә, Кескенә йоҡлап китәләр. Ҡолонсаҡ йоҡлай алмай ята һәм бер тауыш ишетә. Тыңлап ятһа, ишекте ҡапыл бер һылыу ҡыҙ асып ебәрә.

- Эх, атамдың ҡонон алырға килһәм... Мынау өсәүһенә көсөм етә, бәләкәсенә етмәҫ. Айланайым, - тип кире китә. Уның һөйрәп киткән ҡамсыһы ерҙе ярып бара.

Ағаларын уятып уларға һөйләй.
- Күңелемә әллә ниҙәр килеп ятҡайным. Шундай ҫылыу бер ҡатын килеп индә лә: "Атайымдың ҡонон алырға килгәйнем, өсәүһенә көсөм етер ине, дүртенсеһенә етмәҫ, айланайым", - тип кире китте, - тип күргәнен һөйләй.

Былар хайран ҡала.
- Давай, эҙләп табайыҡ - тиҙәр. Тейнәнеп алып, ҡорал менән сығып китәләр былар. Китеп ултыра, китеп ултыралар ҡамсы юлынан. Быларға бер әбей менән бабай тап була.
- Һаумыһығыҙ, инәй, олатай! - тип, һаулыҡ һорашалар.

"Сәфәр ҡайҙа, юл ҡайҙа балалар? - тигәс, былар хәлде һөйләп бирәләр:
- Һөрөп киткән ғәләмәттең юлынан киттек.
- Уй, балалар, хәтәр юлға сыҡҡанһығыҙ. Ул ҡыҙҙың исеме Алтынсәс. Ул утрауҙа тора. Уның һаҡсыһы - бәйле ат. Ҡыҙ йоҡлаһа, ете көн, ете төн йоҡлай. Нисек ҡаты йоҡлаһа ла, ат кешнәһә, уянып сыға, һарайға яҡынлашып булмай.
- Яҡынлашһаҡ, нисек инәбеҙ?
- Батырлығығыҙ етеп, инә торған булһағыҙ, ошо майҙы ҡулығыҙға һөртөп, ат кешнәгәнсе, стенаны урап югерегеҙ. Май ишектең йөйөн күргәҙә.

Баяғы атрауҙа ысынлап та бер йорт күренә. Былар шуға сығалар. Ат килеп-килеп яман кешәнә. Ҡыҙ, сығып, атты туҡмап инеп китә. Батырҙар өйгә яҡынлайҙар һәм ат кешнәгәнсе өйҙө урап сығалар. Ат тағы бик яман кешәнә, ҡыҙ сыға ла атын һыу эскеһеҙ итеп туҡмап инеп китә.

Ишекте табып, өйгә инһәләр, ҡыҙ йоҡлап ята икән.

Тирә-яҡ тик алтын ти, алтын урындыҡ, баш осонда алтын бағана. Кәүҙәһенән оҙон икән сәсе. Сәсен өскә ярып үрәләр ҙә алтын бағанаға сырнап ҡуялар.

"Етәр инде, ҡыйнамағыҙ", - тигәнсә сисмәйек, тип һөйләшәләр.

Уятырға булалар. Ишкенә туйыр менән өс һуға. Уянмай ҡыҙ. Биккенә лә, Кескенә лә өс һуғалар. Ҡолонсаҡ ҡыҙ һөйрәп барған туйыр менән әйләндереп төшөрә.

- Эй, егетләр, мин һеҙҙеке, ниңә мине ҡыйнайһығыҙ? - ти ҡыҙ. Алтынсәсте Ишкенәгә ҡатын итеп, тора башлайҙар былар. Дүрт-биш көн йәшәгәс, Ишкенә менән Алтынсәсте ҡалдырып, өс туған - Биккенә, Кескенә, Ҡолонсаҡ - ҡайтып китәләр. Улар бер-береһенең хәлен ҡылыстарына ҡарап белергә булалар.

- Әгәр беҙгә бер ни булһа, ҡылыстан ҡан тамыр, - тиҙәр. Ишкенә ҡала. Алтынсәс менән ғүмер итә, һунарға йөрөй. Ишкене бер көн әйтә Алтынсәскә:
- Алтынсәс, һиңә васыят: һыу буйына барып, сәсеңде таратып, һелкеп-һелкеп һыуға йыума.

"Ниңә икән? - тип уйлай Алтынсәс, һыу буйына барып, сәсен һелкеп йыуһа, бер бөртөк сәсе йылғаға төшөп ағып китә. Ул үҙе кәбән ҙурлығы ут булып янып бара. Алтынсәс ғәжәпкә ҡала, Ишкенәгә был турала өндәшмәй.

Бер ваҡыт һыу буйлап атрауға бер ут килә. Атрау батшаһы:
"Һыуҙа афат килә", - ти. Тотоп алһалар, бер бөртөк сәс булып сыға.

- Ни ғәләмәт был?

Бөтә белемселәрен йыя.
- Ошо ни нәмә?
Бер кем дә белмәй, аптырауға төшәләр. Араларында бер әҙәм була. Шул әйтә:
- Шәһәрҙең ситендәге бер әбей донъялағы барлыҡ ғәләмәтте белә, - ти.

Әбей килә. Батша унан бының нимә икәнен һораһа, әбей көлә башлай:
- Һин үҙең батша. Ни ғәскәрең бар. Бер буш нәмәне белмәй ултыраһың. Был бит Алтынсәстең сәс бөртөгө. Ул атрауҙа һарайҙа Ишкенә батыр менән йәшәй. Минән башҡа уны бер кеше лә алып килә алмай.

Шулай ти ҙә ул үҙенә парахут эшләргә ҡуша. "Ул төрлө буяулы булһын, ашап-әсергә, кейергә нәмәләре булһын, музыка уйнап торһон. Шуға бер һунарсы кәмәһе тағып бирегеҙ" - ти. Баяғыны эшләтә. Әбей ултыра ла юл тота. Баяғы атрауға яҡынлай. Парахут менән кәмәне ҡамыш араһына йәшерә лә үҙе Алтынсәс һыуға килә торған ергә бара. Илаулап Алтынсәсте көтә. Алтынсәс көйәнтәләп һыуға сыға.
- Олатайың үлеп калды. Торор ерем юҡ, - тип илаулай әбей.
- Инәй, мин дә үҙем генә. Ишкенә көн буйы һунарҙа йөрөй ҙә, мин яңғыҙ ултырам. Әйҙә беҙгә. Беҙ һине аҫрарбыҙ, - ти.
- Аҫраһағыҙ, бик ҙур рәхмәт булыр ине. Тик ирең яратһа ярар ҙа ул, - ти.
- Яратыр, яратыр, инәй, - ти ҙә, Алтынсәс әбейҙе эйәртеп, һыу алып ҡайта. Ишкенә ҡайтыуға ҡаршы сыға:
- Мин бер инәй таптым, - ти. Бик лайыҡ икән иптәшкә ти ҙә Ишкенә риза була. Улар бергә йәшәй башлайҙар. Әбей ҙә һәйбәт булып маташа. Бер ваҡыт әбей һорай Алтынсәстән:
- Шул Ишкенә яратамы һуң һине ҡыҙым? - ти.
- Ярата, бик ярата, инәй, - ти Алтынсәс.
- Һин уның яратҡанын шунан ғына беләһең: уның йәне ҡайҙа икәнен һораш. Әйтмәһә, һине яратмаҫ.
- Ҡыҙ бер төндә Ишкенәнән һорай:
- Һинең йәнең ниҙә?
- Минән ниңә көсләп һорайһың уны? - ти Ишкенә.
- Мин һинең яратамы - юҡмы икәнеңде белергә теләйем.
- Кейеп йөрәгән олторағым юғалһа, минең башым юғала, - тип алдай Ишкенә.

Әбей быны ишетеп тора ла Ишкенәнең ике олторағын да алып ҡасып, сырмап диңгеҙгә ташлай.

Ә Ишкенә иртән тороп, бер ни булмағандай, һунарға китә. Әбей Алтынсәскә:
- Йә, ҡыҙым, Ишкенәң әйттеме йәне нимәлеген? - ти.
- Эйе, инәй. Уның йәне олторағында, - тип яуаплай Алтынсәс
- Олтораҡта йән буламы ни? - ти әбей, - ул бит алдаған һине. Яратмайҙыр ул.

Кис менән Алтынсәс тағы Ишкенәнең быуынына төшә.
- Ай, Алтынсәс, ҡындағы булат ҡылысым юғалһа, йәнем юғала ти Ишкенә.

Быны ишетеп торған әбей ҡындан булат ҡылысты ала ла диңгеҙгә ташлай. Үҙе Алтынсәстән һорай:
- Нишләп ята?
- Йоҡлай. Ниңәлер һаман уянмай, - ти Алтынсәс.
- Теймә, теймә. Йоҡлаһын, ул кисә арып ҡайтты бит, - ти әбей

Бер аҙ торғас, үҙе Алтынсәскә:
- Әйҙә ғарайыҡ әле, ниңә тормай ул? - ти. Ишкенәнең үле икәнен күргәс, әбей тәүҙә үҙе илап ебәрә. Инде нишләргә? Бер көн үтә. Әбей ҡайғынан һарғайған Алтынсәскә әйтә:
- Әйҙә, һыу буйына барайыҡ. Күңел күтәрәйек.

Алтынсәс риза була. Бер аҙҙан әбей кәмә менән ишеп килеп сыға.

- Олатайыңдың кәмәһен таптым. Әллә һин дә ултыраһыңмы? - ти. Үҙе Алтынсәс эргәһенән йөҙөп үтеп йөрөй. Алтынсәс ултыра. Әбей уны ултыртып ала ла китә.

- Анау өйгә барайыҡ. Ул ниндәй өй икән? - тип үҙенең парохутына алып китә. Ишекте асып инә. Ашау-эсеү, кейем-һалым бик күп була. Музыка уйнап тора. Әбей маҡтай-маҡтай уны инергә саҡыра. Алтынсәс инһә, артта тимер ишек ябыла. Әбей Алтынсәсте ала ла китә. Ул көндө Биккенә, Кескенә, Ҡолонсаҡ ҡараһалар, Ишкенәнең ҡылысынан ҡан тама.

- Ағайыбыҙ үлгән, уны эҙләп табайыҡ, - тиҙәр. Төйнәнеп килһәләр, ағалары үлеп ята. Йән дә юҡ - ҡылыс ҡында юҡ.

Шунда Биккенә - ер йөҙөнә , Кескенә - күккә, Ҡолонсаҡ - диңгеҙгә эҙләргә китәләр.
- Кем тапһа ла, һыҙғырырға, - тиҙәр.

Ҡолонсаҡ атрауға төшөү менән бер ҙур балыҡ арҡаһында ағаһының булат ҡылысын күрә. Тартып алайым тиһә, көсө етмәй. Һыҙғырып ағаларын саҡыра ла әйтә:
- Ҡылыс бында йөрөй. Арҡан кәрәк, мин сумам.

Арҡан ишеп, уны Ҡолонсаҡҡа биреп төшөрөп ебәрәләр. Ҡолонсаҡ епте ҡылысҡа бәйләй, һәм бергәләшеп ҡылысты һөйрәп сығаралар. Ул арала Ишкенә уяна ла - куп йоҡлаған икән, - ти. Бергәләшеп Алтынсәсте эҙләп китәләр.

Әбей Алтынсәсте батшаға илтеп биргән була. Алтынсәс:
- Мин ризамын. Тик ҡырҡ көн көтөргә тейешмен, -ти. - Ә шул ваҡытта һин миңә һәр көн һайын бер ҡанатыңдың башын биреп торорһоң.
Һәр көн ул шулай батшаның бер кешеһен үлтерә бара. Бер ваҡыт, утыҙ туғыҙынсы көндө, Ишкенә, Биккенә, Кескенә, Ҡолонсаҡ килеп сығалар. Улар батшаға:
- Сыҡ ғәскәрең менән! - тиҙәр.

Атышҡа - атыш.

Көрәшкә - көрәш.

Һуғышҡа - һуғыш.

Батша ғәскәрен йыйып сыға - көс эшләрен күргәҙәләр, Һуғышҡа ҡылысҡа ҡалышҡанда, дүрт батыр еңәләр. Ишкенә Алтынсәсте алып торған һарайына ҡайта.

Алтынсәс:
- Атайымдың ҡустыһының өс ҡыҙы бар. Һеҙ уларҙы алыр булһағыҙ, саҡырам, - ти.
Биккенә, Кескенә, Ҡолонсаҡ риза булалар.

Алтынсәс барып саҡыра. Ул әйтә : "Ҡыҙҙар һеҙгә ҡыҙ һүрәтендә килмәйәсәк. Улар күгәрсен булып киләсәк. Әгәр Ҡолонсаҡҡа кесеһен бирергә теләһәгеҙ, ул арттағыһын алһын. Улар теҙелеп торғанда, алдағыһы - олоһо, икенсеһе -уртансыһы, арттағыһы - кесеһе булыр, һеҙ ҡабул итмәй, ҡыҙға әүерелмәйәсәктәр.

Ҡабул итәләр былар. Ҡыҙҙар киләләр - былар беренән бере матур була.

Дүрт батыр бер урында бик һәйбәт итеп ғүмер иткән тип бөтөрәбеҙ.

 

Ссылка на эту публикацию:

Ҡолонсоҡ [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.260&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 19.07.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8