Таҙ малай (әкиәт) // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Таҙ малай (Плешивый парень).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указано (предположительно Бурибай).
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 121-123.
Записано Не указано (предположительно от Тулибаева Рахматуллы Киньягуловича, 69 лет). Имена фольклористов не указаны.

Таҙ малай (әкиәт)

Борон-борон бер әбей менән бер ҡарт булған. Аларның ике улы булған. Ағайы һунарсы булған, көн һайын ҡапҡан ҡорған. Таҙ өйҙә ҡалыр булған. Бер көндө һунарсы ағайы таҙҙы ҡапҡан һалырға ебәргән. Килгәс, һорай икән:

- Эләккәнме?
- Бер эт ҡапҡайны ла, ысҡындырып ебәрҙем, - тигән.
- Кинәндерҙең. Төлкө булғандыр әле, - тигән ағаһы.

Ысынлап та ҡапҡанға төлкө эләккән булған. Икенсе көндө таҙҙың ҡапҡанына ҡуян эләккән. Килгәс, һорай икән:
Эләккәнме?
- Бесәй әләккәйне лә, аны туҡмап-туҡмап ебәрҙем, ап-аҡ ҡына ине, - тигән таҙ.
- Уй, һин дә инде. Кинәндергәнһең! Икенсе ни эләкһә лә, туҡмап-туҡмап үлтер ҙә миңә килтер, - тигән ағаһы.

Иртәгәһен әсәһе һыуға киткәндә ҡапҡанға барып эләккән.
Таҙ әсәһен туҡмап-туҡмап үлтергән дә өйгә алып ҡайтҡан. Ағаһы таҙҙы һыҙырып-һыҙырып урманға ҡыуып ебәрә. Таҙ урманда арҡан ишергә тотонған. Урманда күл булған. Арҡан ишеп торған, күлдән бер ҡыҙ килеп сыҡҡан.

- Ағай, ағай, нимә ишәһең?
- Һеҙҙең кулде арҡан белән ҡайынға аҫам.

Теге ҡыҙ пәрей балаһы булған. Ҡыҙ, йүгереп ҡайтып, әсәһенә әйтә:
- Күл буйында бер кеше бар. "Сыҡҡан берегеҙҙе ҡайынға аҫам", - ти.

Ҡыҙ, югереп сыҡҡанда, егеткә: "Ярышайыҡ", - тигән.
- Минең менән ярышһаң, табанымды ла күрә алмаҫһың - тигән таҙ.
- Бына ята ҡайғы, - тип уйлаған ҡыҙ.
- Башта аҡ күлдәкле ҡустым менән ярышып ҡара - тигән таҙ. Һәм урман ситендә ятҡан ҡуянды ҡурҡытып ебәргән. Ҡыҙ ҡуянды ҡыуып етәлмәгән.

Ҡыҙ, икенсе көндө күл ситенә сығып:
- Алты ҡолас ала бейәбеҙ бар. Кем шуны күл тирәләй алты рәт уратып сығала, шул еңә, - тигән ҡыҙ. Ҡыҙ, атты йөкмәп, алты рәт урап йөрөгән. Егет атты менгән дә күл тирәләй алты рәт урап сыҡҡан.

Ҡайтҡас, ҡыҙ әсәһенә: "Уй, әсәм, егет атты аяҡтарына ғына ҡыҫтырып урап сыҡты", - тигән. Ҡыҙ, өсөнсө көндө күл ситенә сығып: "Ете кәпәс алтын бирәбеҙ, килһен тип әйтә", - ти. Егет, ерҙе ҡаҙып-ҡаҙып, кәпәсен тишкән дә соҡорға ултыртҡан. Алтын күп йыйылған. Аны тоҡлап алып ҡайтып, баҙарҙа йөрөп ята икән, агаһы осраған. Ағаһы Алтын ҡайҙан алғанын һорағас: Сыуал һуҡтым да баҙарҙа һаттым, сыуал һуҡтым да баҙарҙа һаттым", - тигән. Ағаһы ла шулай эшләгән. Мыҫҡыл итәһең тип, тегене баҙарҙан туҡмап-туҡмап ҡайтарғандар.

Ағаһы ғәрләнеп ҡустыһын үлтерергә алып китә. Урманға еткәс, тегене септәгә урай ҙа үҙе таяҡ ҡырҡырға китә. Юлдан бер купис килә ята икән. Таҙ уға: "Мин - старшина", - тигән дә купецте септәгә урап аты менән баҙарға киткән.

Ағаһы быны күргәс, аптырап:
- Ыс, та, мин һине үлтергәйнем бит. Ни эшләп бында тораһың? - тигән. Таҙ ағаһына аңлатып биргән. Икенсе көндө ағаһы, септәгә урап, үҙен юлға ташларға ҡушҡан, Таҙ шулай эшләгән дә.

Агаһын туҡмап-туҡмап үлтергән дә еңгәһе белән тора башлаған.

 

Ссылка на эту публикацию:

Таҙ малай (әкиәт) [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.261&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 27.05.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8