Имән балыуан (әкиәт) // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Имән балыуан (Дубовый парень).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указано (предположительно Бурибай).
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 123-127.
Записано Не указано (предположительно от Тулибаева Рахматуллы Киньягуловича, 69 лет). Имена фольклористов не указаны.

Имән балыуан (әкиәт)

Борон бер әбей менән бер бабай булған. Балалары булмаған. Бер көндө бабай утын ҡырҡып тора икән. Ҡуйынына тап инеп киткән. Бабай әбейгә: "Бала таптым, бала таптым", - тигән. Сәңгелдәккә һалһалар, тап бала булған да ҡуйған, ти. Бала көндән көн үҫкән. Уға Имән балыуан тип исем ҡушҡандар.

Имән балыуан урамға сығып уһнағанда бер баланы бер илата, икенсеһен ике илата.
- Балаларға тыныслыҡ юҡ. Ошо балаңды юҡ ит - тип күрешеләре көндә быларға килә икән.

Әбей менән бабай малайҙарын айыулы урманға утынға ебәрәләр. Балта тауышына айыу килеп сыҡҡан. Имән балыуан айыуҙы егеп утынды өйҙәренә алып ҡайтҡан. Ҡайтҡас айыуҙы бикләп ҡуйған.

Икенсе көндө, малайҙы шүрәле ҡытыҡлап үлтерһен тип, шүрәлеле урманға утынға ебәрәләр. Малай Шүрәлене күргәс "Ҡыҫтырғыс уйнайыҡ", - ти. Имән балыуан шүрәленең ҡулын ҡыҫтырала ла аны егеп, әйләренә ҡайта.

Аптырағас, атаһы малайын аҙаштыра. Бара-бара Имән балыуанға бер малай осрай.

- Һаумы, һин кем булаһың? - тигән Имән балыуан.
- Мин - Тирәк балыуан, - тигән теге. Былар ары киткәндәр.
Аларға һарай балыуан осраған. Ул: "Аҙашып китеп ултырам. Өсәү юлдаш булайыҡ", - тигән.

Былар бара торғас, ҡараңғы төн булған. Алыҫта шәм күренгән. Шәм күренгән өйгә барып инһәләр, бер ҡыҙ ғына булған. Аны баҫтырып сығарып ебәргәндәр. Был өй тирәһендә мал к-ү-үп булған. Бер йылҡыны һуйып ҡаҙанға һалғандар. Имән белән Һарай балыуан сығып киткәндәр. Тирәк балыуан аш бешерергә ҡала. Аш бешкән икән, бер бабай килеп инә. Аның һаҡалы мең ҡарыш, үҙе бер ҡарыш, ти.

- Әпкил итеңде, ашат, - тигән ҡарт.
- Иптәштәрем ҡайтһын, бергәләп ашарбыҙ, - тигән Тирәк балыуан.
- Әле бында, һин үҙемдең малымды үҙемдән ҡыҙғанаһыңмы? - тигән дә егетте таҡтаға ҡыҫтырып, үҙе итте ашап сығып киткән.

Иптәштәре ҡайтып, һорағандар:
- Ҡайҙа ашың, бештеме?

Тирәк балыуан, таҡтанан өҙөлөп-мөҙөлөп төшөп, яңы ғына аш һалған икән. Икенсе көндө Һарай балуан ҡала. Теге ҡарт тағы ла килә лә аш таптыра башлай. Егет: -
Тороп тор, иптәштәрем ҡайтһын, - тигән. Ҡарт Һарай балыуандың иренен таҡтаға ҡыҫтыра ла, итте ашап бөтөп, китеп бара.

Өсөнсө көндө өйҙә Имән балыуан ҡала. Көндәгесә теге ҡарт килә лә: Ас ишегеңде, - ти.
- Беҙгә килгән кеше үҙе асып инә, — тип яуап биргән егет.
- Сисендереп, түргә мендереп ултырт.
- Беҙгә килгән кеше үҙе сисенеп менеп ултыра.
- Ашарға килтер.
- Беҙгә килгән кеше сабыр итә торған - тип яуаплаған Имән балыуан. Һәм ҡартты өй башына һаҡалынан бәйләп ҡуйған. Иптәштәре ҡайтҡан. Имән балыуан иптәштәренә картты күрһәтмәксе булып, өй башына алым менһә, ҡарт һаҡалын өҙөп ҡасҡан икән, ти. Ултыра торғас, ҡарттың ҡыҙы килеп ингән. Ҡыҙҙы баҫтыра киткәндәр. Бер тауға килеп еткәндәр. Ҡыҙ бер таш аҫтына инеп киткән. Ташты Тирәк балыуан тибеп ҡараған - асалмаған. Һарай балыуан тибеп ҡараған - асылмаған. Имән балыуан типкән икән, таш асылған. Имән балыуан тимер сынйырға бәйләнеп ҡоҙоҡҡа төшөп киткән. Баҡтиһәң, анда өс ҡыҙ ефәк иләп ултыралар икән. Ҡыҙҙарҙы егеттәргә сығарып биргән. Һарай балыуан менән Терәк балыуан, сынйырҙы өҙөп. Имән балыуанды ҡоҙоҡҡа төшөрөп ебәргәндәр. Бара торғас, Имән балыуан бер әбейҙе осратҡан. Теге төкөрөгө менән ҡамыр баҫып ултыра икән.
- Ниңә, инәй, әллә һыу юҡмы?
- Ҡуй инде, ҡуй. Күлдең хужаһы һыу бирмәй, - ти икән әбей.

Имән балыуан, инәйҙең силәген алған да, һыу килтереп биргән. Һәм ары киткән. Бара торғас, бер әбейҙе осратҡан. Ул да төкөрөк менән икмәк баҫып ултыра икән. Имән балыуан инәйгә һыу килтереп биргән дә:
- Инәй, яҡты донъяға сыға торған юлды беләһеңме? - тип һораған.
- Бар, бар. Анау сәмерғоштоң балаларын аждаһа үлтерә лә китә. Аждаһаны үлтер. Сәмерғош һине яҡты донъяға алып сығыр, - тигән әбей.

Егет аждаһаны үлтергән. Сәмереғоштоң балаһы:
- Әсәм яҡты донъяға сығып киткәйне. Килһә, һине ашар, - тип ҡурҡып, егетте йәшергән. Әсәһе килгән дә: Әҙәм еҫе сыға, - ти икән.
- Ошо әсәм булһа, кеше ашап йөрөй ҙә кеше таптыра, - ти икән сәмерғош балаһы.
- Күрһәт, күрһәт. Ҡайҙа йәшерҙең аны, - ти сәмерғош.
- Бар ҙа ул барлығын. Ул аждаһаны үлтергәйне, - тигән балаһы. Сәмерғош кешене күреүе булған, йотоп ебәреүе булған. Балаһы: "Алтын йотто, алтын йотто", - тип ҡабатлағас, Сәмерғош егетте ҡоҫҡан. Егет әлегенән дә һәйбәт булып киткән. Сәмерғош: Ҡырҡ силәк турғай, ҡырҡ силәк һыу әҙерлә. Мин һине яҡты донъяға алып сығам, - тигән. Сәмерғош - уң яғында һыу булған, һул яғында турғай булған егетте яҡты донъяға алып сығып киткән. Бара торғас, егеттең һыуы ла, турғайы ла бөткән. Аптырап тормай, ул ботон киҫеп ашатҡан. Сәмерғош яҡтыға сыкҡас, һорай икән:
- Ни ул? Һуңынан ашатҡаның бигерәк тәмле ине?
- Бот итем ине, — тигән егет.

Сәмерғош егеттең ботон ялаған икән, яраһы бөткән дә ҡуйған. Егет, ҡайын тамырын соҡоп, шуны ҡосаҡлап йоҡоға киткән. Төнөн ел-дауыл ҡупҡан. Егеткә бер нимә лә булмаған. Унан ары киткәс. Ҡап-ҡара көйөп бешкән бер икмәк табып алған. Ары киткән, бик һәйбәт бешкән икмәк табып алған. Тағы киткән, сейерәк булып бешкән икмәк табып алған. Бара торғас, Һарай балыуан менән Терәк балыуандың йоҡлап ятҡан ерендә осратҡан. Уларҙы бисәләре менән үлтергән. Үҙенең бисәһен генә алып ҡалған.

Теге икмәктәрҙе бисәһе күмеп ҡалдырған булған. Улар бала-сағалары менән көн күрә башлағандар, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Имән балыуан (әкиәт) [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.262&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 27.05.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8