Шомбай (ҡары һүҙ) // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Шомбай (ҡары һүҙ) Шумбай (древнее сказание).
Жанр: Сказка (бытовая).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 129-131.
Записано Имя и возраст инофрматора и фольклористы не указаны.

Шомбай (ҡары һүҙ)

Борон китеп ултыра ти бер егет. Китә торғас, бер ырҙынға барып сыға. Анда бер мискә ята, шул мискә эсенә инеп ята егет. Шул ваҡыт бер бүре килә лә ҡойроғон мискәгә тыға. Егет теге бүренең ҡойроғонан тотһа, бүре мискә белән ҡуша егетте таһырлатып ала ла китә. Тау башына етәрәк бүренең ҡойроғо өҙөлә лә китә. Мискә тау түбәненә тәгәрәп төшөп китә лә, ярыла. Егет бер ауылға барып берәй байға тоторға урын эҙләй.

Бер кеше килә лә:
- Улым, һин миңә байға тор, - ти. Исемең кем? - тип һорай.
- Шомбай, - тип яуаплай егет.
- Исемең Шомбай булғас алмайым, - тип китә был кеше.

Бай икенсе урынға бара. Байҙан элек Шомбай анда барып тора. Шунан бай һорай:
- Исемең кем? - тип.
- Шомбай, - ти егет.
- Эй, өй араһы Шомбай белән тулған икән даһа; әйҙә шулай буһа ла алайым, - тип бай егетте апҡайтып китә. Ҡайтҡас:
- Әбей, мин малай әпкилдем, - ти. - Хәҙер бесәнгә китәбеҙ, ти.

Әбей:
- Бешерелгән икмәк юҡ, - ти.

Бабай әйтә:
- Атау тубалға көл һалып бир ҙә, беҙ юлда ҡая-ҡоя китәрбеҙ, һин икмәгеңде бешергәс, беҙгә килтерерһең, -тигән.

Әбей көлдө юллап китә. Был арала бабайлар асығып ял итергә ултыралар. Малай теге икенсе кешеләр сапҡан яҡҡа сыға ла:
- Бабай һәнәк тотоп, артыҡ сапҡанһығыҙ тип һеҙҙе туҡмарға килә, - ти.

Ә бабайға килә лә:
- Олатай, һине теге яҡта ҡымыҙ эсергә саҡыралар. Ос һәнәге лә алып килһен, тинеләр, - тип алдай.

Бабай китә, ә тегендәге малайҙар бөтәһе лә ҡасып бөтә.

Шул ваҡыт йонсоп, арып әбей килеп етә. Бабай булғас, малайҙан һорай.
- Ул һине кеше белән йөрөй тип туҡмарға килә ти малай. Әбей тора ла ҡаса. Бабай әбейенең югергәнең күреп ҡала ла малайҙан:
- Ниңә югерә ул? - тип һорай.
- Ауыл яна ти, - тип яуап бирә малай.

Бабай һәнәген дә ташламай әбейе артынан югерә. Әбей, мине туҡмарға килә бабай, тип тағы ла шәберәк югерә, ти. Бабай килеп етә башлағас, әбей:
- Бер генә йөрөгәйнем, - тип, түмәләскә эләгеп йығылып кит ти. Шунан тегеләр тау башына менеп, ауылға ҡараһалар, ауыл шул гөйөнсә, ти.

Бабай белән әбей арып-талып ҡабат барһалар, Шомбай атҡа менеп ҡасҡан, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Шомбай (ҡары һүҙ) [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.264&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 24.06.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8