Әкиәт // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Әкиәт (Сказка).
Жанр: Сказка (бытовая).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 136-137.
Записано от Кадаевой Зулейхи Ишгалеевны. Возраст информатора и имена фольклористов не указаны.

Әкиәт

Ҡадайова Зөләйхә Ишғәле ҡыҙынан яҙып алынды, Оло Әбеш ауылы.

Бер әбей йәшәгән ти, уның улы менән килене булған, ти. Килененең бер балаһы ла булмаған, ти. Әбей килененә: "Тиҙ генә ҡыу алып кайт, - тип һыуға ебәргән, ти. Килен һыу буйына килгәс, һыу буйында ултырған тирәккә карап:
Минең улым булһа ине, ошо тирәктән ауып төшөп үлһә ине, өсөн уҡытыр инем",
- тип үҙ алдына уйланып торған, ти.

Әбейе, килене бик оҙаҡлағас, бер-бер хәл булманымы икән тип, һыу буйына килгән, ти. Тирәккә ҡарап уйланып торған киленен күргәс.
- Ни эшләп бик оҙаҡланың? - тип ҡораған, ти.
- Минең улым булһа ине, ошо тирәктән ауып төшөп үлһә ине, өсөн уҡытыр инем,
- тип ҡабатлаған, ти.

- Әйҙә, улайһа, уҡытайыҡ тип былар ҡайтып киткәндәр, - ти, һәм кайтып, кәрәкле һый-хөрмәт әҙерләп, мулланы саҡырып, булмаған, ауып төшөп үлгән баланың өсөн уҡытып яталар, ти.

Шул ваҡытта һунарҙа йөрөгән әбейҙең улы (ишетелеп) ҡайтып кергән, ти. Өйгә йыйылған ҡунаҡтарҙы, мулланы күреп:
- Бында ниндәй байрам, - ниңә йыйылдығыҙ?- тип һораған, ти. Килен менән әбей быға аңлатып биргәндәр, ти, ә малайы.
- Эх, алйоттар, мин әле һеҙҙең кеүек алйоттарҙы күргәнем юҡ ине әле, хәҙер үк ил гиҙергә сығып китәм, әгәр ҙә һеҙҙең кеүек алйоттарҙы осратһам ҡайтам, осратмаһам - ҡайтмайым. - тип сығып киткән, ти.

Был күп йөрөгән, ти, бер мәл бер ауылға килеп ингән, ти, һәм шул ауылдың осонда торған өйҙөң хужабикәһенең бер тауыҡты туҡмап йөрөгәнен күреп ҡалған, ти.
- Ни эшләп ул бер ғонаһыҙ тауыҡты туҡмайһың?
- тип һораған, ти.

- Туҡмамай, уның бер имсәге лә юҡ, үҙенең ун ике балаһы бар, - тигән дә тағы туҡмай башлаған, ти. Малай: "Минең әсәйем менән ҡатыным кеүек алйоттар бар икән әле", - тип ҡайтып киткән, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Әкиәт [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.268&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 23.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8