<Таҡмаҡтар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Таҡмаҡтар> (Такмак).
Жанр: Такмак.
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Новые Каратавлы.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 78.
Записано студенткой Разией Галимовой от Газизовой Минсафы Нигматьяновны (1935 года рождения).

<Таҡмаҡтар>

Салауат районы Яңы Каратаулы ауылы Ғәзизова Минсафа Ниғмәтйән ҡыҙынан (1935 йылғы) Р. Ғәлимова яҙып алған.

Ике ҡайын, ҡуш ҡарағай,
Иҙел утырауында.
Ҡысҡырып йырлап ебәрәм,
Уйлап ултырамын да.

Ағиҙелгә баҫмак һалдым
Ҡаҙҙар йөҙәлмәгәнгә.
Бер ултырып хаттар яҙҙым
һағынып түҙәлмәгәнгә.

Бейек тауҙың баштарында
Айырым-айырым түтәлдәр.
Беҙ айырылдыҡ туғандарым,
Айырылмаһын бүтәндәр.

Сәсем бөҙрә, сәсем бөҙрә,
Тараным ишәлмәнем.
Әрним-әрним, бик үк әрним,
Бәхетле булалманым.

Аҡлы ситса күлдәгемдең
Пояслары бушаған.
Ике былбыл талға ҡунған,
Береһе һиңә оҡшаған.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Таҡмаҡтар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.27 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8