Алдар белән шайтан // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Алдар белән шайтан (Алдар и черт).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Малоабишево.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 155.
Записано от Юнусовой Ямили, 51 год. Имена фольклористов не указаны.

Алдар белән шайтан

Бәләкәй Әбеш ауылында йәшәүсе Йәмилә Юнысованан яҙып алынды, 51 йәш. 1968 йыл

Бер ваҡыт Алдар мәрйен эҙләйем тип юлға сығып китә. Юлда уға бер өй осрай. Өйҙөң эргәһендә генә күл, тей, уның өҫтө туңған икән. Алдар өйгә инһә, өйҙә эт башлы, һыйыр аяҡлы ике шайтан йоҡлап ята тей. Алдар мейес араһына инеп ҡасҡан. Йоҡо аралаш шайтандарҙың береһе: "Әҙәп еҫе килә, тигән дә кире "ҡур-шар" йоҡлап киткән. Алдар ҡаҙанда бешеп ултырған иттең бер киҫәген алмаҡсы булып ҡаҙан эргәһенә барған. Шайтандарҙың икенсеһе уянған да: "Әҙәм еҫе сыға", - тип үкергән тей.

Шул арала Алдар бер киҫәк итте алып, сығып югерҙе, тей. Шайтандар Алдарҙың артынан ташланғандар. Алдар ҡапыс боҙ өҫтөнән югергән. Шайтандар ҙа боҙ өҫтөнә югерешәләр икән, тайып, ҡолап, аяҡларын һындырғаннар, ятып ҡалғаннар.

 

Ссылка на эту публикацию:

Алдар белән шайтан [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.275&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 19.07.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8