Алтын ҡата // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Алтын ҡата (Золотой башмак).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: Оренбургская область, Кувандыкский район, д. Акчурино.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 156-159.
Записано от Исянгазиной Галимы Гиззатуловны, 77 лет. Имена фольклористов не указаны.

Алтын ҡата

Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районының Аҡсура ауылында йәшәүсе 77 йәшлек Ғәлимә Ғиззәтулла ҡыҙы Исянгазинанан яҙып алынды. 1968 йыл.

Борон-борон заманда бер батша булған, тей. Уның бер ҙә балаһы булмаған. Берҙән бер көндө батшаның хатыны үлеп киткән, тей. Уның туғыҙ алтын ҡатаһы ҡалған, тей. Батша тирә-яҡтағы ҡыҙҙарҙы, ҡатындарҙы йыйған да, шул ҡаталарҙы кейҙереп ҡарай, тей. Кемгә ҡата таман була, шуны үҙенә алырға итә икән был.

Яҡындағы ауылда бабай белән әбей йәшәйләр, тей, Уларҙың ике ҡыҙы: береһе бабайҙыҡы, береһе әбейҙеке икән.

Көн һайын әбей үҙ ҡыҙын ала ла батша яғына китә икән. Ә Бабайҙың ҡыҙына күп итеп эш ҡушып китә, тей.

Тәүге көндө ул әбей бабайҙың ҡыҙына бер бот тары ҡалдырып, шуны таҙартырға ҡушҡан, үҙе ҡыҙы белән батша һарайына киткән, тей.

Әбей киткәс, ҡыҙ эргәһенә ҡара һыйыры килгән дә:
- Апай һине батшаның туйына апарам, - тип әйтә, тей.
Үҙе тарыны ашап тора, тей, таҙартып төшөрөп тора, тей.

Шулай итеп, һыйыр тарыны бик тиҙ таҙартып бөткән дә ҡыҙ эргәһенә килгән. Ҡыҙ һыйырҙың аркаһына менеп ултыра ла, икәүләп батшаның туйына китәләр. Етеп барғанда һыйыр урманда ҡалған, ҡыҙ батша һарайына киткән. Ҡата бер кешегә лә таман түгел икән. Ҡыҙға сират еткән, Ҡыҙ кейеп ҡараһа, 3 иле ярамай икән. Шунан кыҙ тиҙ генә әбейләрҙән алда ҡайта ла, өйҙә эшләп йөрөгән кеше була.

Әбей ҡайта ла:
- Ошоға оҡшап бер ҡыҙ ултыра ине, шул, моғайын һин булғанһыңдыр әле, - тип әрләргә керешкән.

Бабай:
- Йоҡлай эшен эшләмәй тиһәң ышаныр инем, ул ни эшләп батша туйына барһын? - тип әйтһә, әбей бабайы ла, ҡыҙҙы ла туҡмаған тей.

Икенсе көндө әбей белән ҡыҙы тағы батша һарайына киткәннәр, тей. Ә ҡыҙға туғыҙ бау киндерҙе һуғып, эшкәртеп ҡуйырға ҡушҡаннар.

Ҡыҙҙың эргәһенә тағы ла ҡара һыйыры килгән дә:
- Апай, һине батшаның туйына апарам, - тип әйткән. Үҙе туғыҙ бау киндерҙе сәйнәп эшкәртергә тотонған. Киндер эшкәртелеп бөткән, тей. Ҡыҙ һыйырҙың арҡаһына тиҙ генә менгән дә, улар батша һарайына киткәннәр һыйыр ҡыҙҙы урманда көтөп ҡалған, тей.

Был юлы ҡыҙға бөтә алтын ҡаталар ҙа таман булған, тей. Батша бик ҡыуанған. Ҡыҙ бик матур булған тей. Батша ҡыҙҙы кәләш итеп алған. Туғыҙ көн, туғыҙ төн туй барған, тей.

Быларҙың тороуына бер йыл тулғас, уллары тыуған. Улға Хандәулөт тигән исем ҡушҡандар. Бала ҙурайып, матурайып килгәндә батша өс айға һуғышҡа киткән, тей.

Ошонан файҙаланып, үгәй әсә ҡыҙҙы улы белән "апайыңдың хәле ауыр, тип - саҡыртып алған. Был ваҡытта ҡыҙҙың атаһы икенсе ауылға киткән булған икән. Үгәй әсә ҡыҙҙың кейемен, ҡатаһын систереп алып, үҙ ҡыҙына кейҙергән дә, баланы күтәртеп ҡайтарып ебәргән, тей. Ә үгәй ҡыҙҙы зинданға ташлаған, тей.

Зиндандары батшаның ҡатыны илаған-илаған да һауаға ҡарап:
- Ҡош һымаҡ осһам ине, - тип уфтанған, тей. Шул ваҡытта ҡыҙға ике ҡанат үҫкән дә ҡуйған, тей. Ул зиндандан осоп сығып киткән, тей.

Ә Хандәүләт үҙ әсәһен һағынып илай ҙа илай әбейҙең ҡыҙын иммәй, тей.

Батша:
- Боҙҙоң баланы, әллә ҡайҙарға йөрөтөп, - тип әйтә, тей. Батша аптырағас күрешеләге әбейҙән кәңәш һораған, тей.

Әбей Хандәүләттең әсәһе тураһында төш күргән булған, тей. Ул батшаға әйткән.
- Балаң һарғайып, киткән, риза булһаң сахраға сығарып алып килер инем, - тигән. Батша риза булған.

Әбей бала менән сахраға сыҡҡан да түҙлеккә ултырған. Уларҙың баш өҫтөндә бер ҡош осоп йөрөй, тей. Әбей шул ҡошҡа.
- Ҡайҙа бының әнкәйе?
Түгелә бит күҙ йәшкәйе, - тип әйткән, тей. Хандәүләттең әсәһе килгән, баланы имеҙеп илашҡандар ҙа ҡайтҡаннар. Әбей Хандәлүәтте икенсе көндө лә сахраға алып килгән, тей.

Өсөнсө көндө, батша ниҙер һиҙеп ҡалған да, быларҙың артынан эйәреп килеп, түҙлек артына йәшенгән, тей. Әбей шул саҡта:
- Ҡайҙа бының әнкәйе,
Түгелә бит күҙ йәше, - тип көйләп ебәрһә, малайҙың әсәһе килеп еткән, тей. Килеп еткән дә:
- Таш имсәкле ҡомйоҙо
Имеҙәйемме ҡолоном? - тип илап, улын имеҙергә тотонған.

Шул саҡ батша ҡатынының сәсенән урап тотоп алған. Ҡыҙ осоп китәм тиһә, китә алмай, тей. Батша ҡатынын өйөнә алып ҡайтҡан, тей. Үгәй әсә белән ҡыҙын теге зинданға япҡан, ә бабайҙы үҙенә алған, тей. Улар шулай бик оҙаҡ йәшәгәндәр, тей.

 

Ссылка на эту публикацию:

Алтын ҡата [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.277&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 23.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8