Йосоп менән Зөләйха // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Йосоп менән Зөләйха (Юсуп и Зулейха).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Большеабишево(?).
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 159-164.
Записано от Илембетовой Нафисы, 63 года, студенткой БашГУ Г. Ягудиной.

Йосоп менән Зөләйха

Хәйбулла районы Әбеш ауылында йәшәүсе Илембетова Нәфисәнән (63) 1968 1 июлендә Ягудина Г. яҙып алды.

Йосоптоң атаһы Яҡуп. Улар ул ике ул булалар. Ун ике улдың уны бер инәнән икеһе бер инәнән. Кесе бисәнән ике ул була. Кесе бисә үлеп китә. Өлкән бисәнең эйәреп килгән ҡыҙы була.

Йосоп төш күрә. Төшөндә ун бер йондоҙ бер ай Йосопҡа баш эйгәнен күрә. Ул төшөн әтиенә һөйләй. Атаһы, ун бер ағайың һиңә баш эйәсәк, үҙең батша буласаҡһың, ти. Быларҙы теге үгәй ҡыҙ тыңлап ултыра ла, теге ун ағаһына һөйләй.

"Һеҙ уға баш эйәсәкһегеҙ, уны нисек булһа ла үлтерегеҙ!" - ти.

Шулай итеп Йосопты нисек булһа ла үлтерергә уйлайҙар. Атай, Йосопты сәхрәләргә алып сығып йөрөтөп киләйек, тип һорайҙар. "Ҡуй, йылан-саян сағыр ебәрмәйем!" - ти атаһы. Шулай ҙа атаһын ризалатып Йосопты алып сығып китәләр. Былар барғас Йосопто Ҡәҙәм соҡорона алып баралар. Йосопты бик ныҡ туҡмап ошо ҡоҙоҡ төбөнә ташлайҙар. Был ҡоҙоҡ төбөндә ҡайнап ятҡан йылан була.

Юлға сыҡҡан икенсе батша төш күрә һәм шул ҡоҙоҡ янына боролайыҡ унда нәмә булһа ла бар, ти. Каруандар ҡоҙоҡ янына килеп туҡтай. Ҡараһалар, ҡоҙоҡ төбөнән нур балҡый һәм унда һылыу бер егет ултыра. Егет: "Ҡурҡмағыҙ, ағайҙар ти.

Был ҡоҙоҡ төбөндә таш була. Ул йомшаҡ булып, өҫкә ҡалҡыр тороу сәбәпле Йосоп иҫән ҡалған була. Карауан кешеләре бау төшөрәләр, теге егет шуға йәбешеп сыға. Был ваҡытта Йосопҡа ун бер йәш була. Былар уның ҡайҙалығын, бында ни эшләп килеп сыҡҡанлығын һорайҙар. Аңғасы булмай Йосоптоң теге ағайҙары килеп етә. Был ниндәй кеше тип ағайҙарынан һорайҙар.

"Был ялғансы, бур булды беҙҙән ҡасып шунда төшкән, - тиҙәр ағайҙары. Тикшереп-тикшереп ағайҙары Йосопты бик арзан хаҡҡа карауансыларға һаталар. Йосоп, илай, ағаларына йәбешеп ала ла этһәләр ҙә төртһәләр ҙә ыскындырмай. Уны көсләп бығаулап алып китәләр. Йосоп, ни эшләп улай булдым, раббым, бер генә мөғжизәкәйҙәреңде бирһәңсе, ти. Шул ваҡыт ҡар болот ҡалҡа, ҡаты ямғыр яуа башлай. Ергә яуған ямғыр кешеләрҙең бил түбәһенә етә. "Ҡуй, беҙҙең арабыҙға ошо бала бер нәмәлер, - тиҙәр.
- Һин бер нәмә эшләйһеңдер". Был ямғырҙы нисек булһа ла тымыҙырға теләйҙәр. Ямғыр тыма, кояш ялтырап китә.

Йосоп шул хәтле нурлы булып китә, уны бығауҙан ыскындыралар. Йосоптоң килгәнен кешеләр алдан төштәрендә күрәләр. Карауандың башлығы Китерор батша Йосопҡа батшалығымды бирәм ти. Йосопты тәхеткә ултырталар.

Ул ҡарыша, малай ғына булам, ти.

Колоторҙың батшалығына килеп етәләр. Бында Йосоптоң төшөндә күреп ғашиҡ булған кыҙы, Зөләйхә була. Ул Колоторҙоң бисәһе була. Йосопты улар үҙҙәренә ул итеп һатып алалар. Бер аҙҙан Ҡолотор Зөләйханың Йосопҡа ғашиҡ булғанын һиҙә. Батшаға бер ҙә ҡәҙер булмай. Шунан Йосопты ул егерме йылға төрмәгә ултырта, Клтфогрҙың аш бешереүсе, хазинала эшләгән бер нисә кешеһе лә төрмәлә була. Төрмәләге икәү (ашсы, шәрбәтсе) төш күрә. Улар төштәрен Йосопҡа һөйләйҙәр. Йосоп уларға: "Берегеҙ сығыу менән аҫылына берегеҙ кире шәрбәтсегә керә", -ти. Был дөрөҫ була. Куп тә үтмәй Клтфогр төш күрә. Ул һигеҙ һимеҙ һыйыр, һигеҙ арыҡ һыйыр күргән. Уның төшөн берәү ҙә юрай алмаған. Шунан теге шәрбәтсе: “Төрмәлә бер әҙәм бар, ул бик дөрөҫ юрай", - ти.

Батша уны алып килергә ҡуша. Ул шул хәтле нурлы була, сөнки уның алдында бөтә нәмә булған була. Һигеҙ һимеҙ һыйыр ул һигеҙ йыл туҡлыҡ булыр, һигеҙ арыҡ һыйыр ул һигеҙ йыл ҡытлыҡ булыр ти Йосоп. Йосопты төрмәнән сығаралар. Ҡлтфогр батша үлә. Уның тәхетенә Зөләйхә ултыра.

Ул Йосоптоң исемен, атаһының исемен алтын хәрефтәр менән һарайына яҙҙыра. Зөләйхә княздәрен ебәреп Йосопты саҡырта. Йосоп һарайға бик түбәнлек менән генә килеп инә. Зөләйхә уны эргәһенә саҡыра. Йосоп, был өҫ менән уның янына нисек барайым, тип уйлана.

Зөләйхә бер әйтә, ике әйтә, һуңынан үҙе килеп төшә лә Йосопҡа ташлана.

Йосоп: "Әҙәпһеҙлек булыр, улай итмә", - ти. Зөләйхә бик ебәрмәҫкә булғас, Йосоп әйләнә лә ҡаса, ҡасҡан ваҡытта уның кейемен артынан ярып алып ҡала һәм бөтә княздәрен миңә шундай кеше йәбеште арты ярыҡ булыр, - ти.

Йосопты табалар һәм егерме йылға ултырталар. Зөләйхә үҙе ултырта, үҙе ҡыҙғанып илай.

Ваҡыт үтә.. Зөләйхә батшалыҡтан төшә, бөтә нәмәһен һатып бөтә. Үҙе һаман Йосоп тип илай. Егерме йыл үтә, Йосоп төрмәнән сыға. Зөләйхә һуҡыр булып ҡала. Йосоп батша була. Һигеҙ йыл туҡлык була, һигеҙ йыл аслыҡ була. Туҡлыҡ ваҡытта Йосоп игенде күп итеп йыйҙыра. Бер саҡ Йосоп карауан менән юлға сыға. Юлда ҡарт әбей осрай. Был ниндәй ҡара әбей эҫе лә ултыра икән тип әбей янына баралар. Унан кемлеген һорайҙар.
- Мин Зөләйхә, - ти.
- Кит, Зөләйхәгә ни ерең оҡшаһын, ҡайҙа һинең ынйылай тештәрең, ефәк кеүек сәстәрең ти. - Һинең өсөн шулай булдым, - ти Зөләйхә.
- Һин миңә күп нужалар күрһәттең ти Йосоп.
- Ундай ғәйептәрҙе иҫкә алмайыҡ. Шул һәтле һине кешенән ҡыҙғандым, - ти Зөләйхә. Зөләйхә ҡамсыны алып һуға ла Йосопҡа тоттора. Ҡамсыға ут тоҡана, ҡамсы Йосоптың ҡулына йәбешә лә ысҡынмай. Уның уты Йосоптың йөрәгенә төшә.
- Уй, ҡулым янды, - ти Йосоп.
- Минең янғандарым унан да ҡаты булды, - ти Зөләйхә.
Йосоп тағы ла ғашиҡ була ла ҡуя. Шул саҡ Ябраил (кеше төҫөнә ингән фәрештә) килеп сыға ла: Һин хәҙер Зөләйхәгә никахланаһың - ти. Эй, һуҡыр, кара булып киткән, - ти Йосоп.

Ябраил Зөләйхәгә өрә, Зөләйхә ун ете йәшлек әүәлге Йосоп ғашиҡ булған ҡыҙ була. Улар никахланалар һәм матур йәшәп китәләр. Был ваҡыттарҙа аслыҡ булыу сәбәпле Ҡанған шәһәренә Шам шәһәренә кешеләр этләнеп килә башлай. Улар менән Йосоптоң (Зөләйхәнең) ун ағаһы ла ылау менән килеп төшәләр.

Йосоп уларҙы таный ләкин һиҙҙермәй. Ябраил ағаларының биттәренән алмаҫҡа ҡушҡан була. Быларға осһоҙ хаҡҡа ғына иген тейәтә. Тейәтеп бөтә лә: "Нисә ағай-энегеҙ? - тип һорай. "Беҙ ун ике инек, берәүебеҙҙе бүре ашаны, берәүебеҙ атабыҙ янында. Атабыҙ Яҡуп, - тиҙәр тегеләр.
- Бүре ашаған ҡустығыҙҙың исеме кем ине?
- Йосоп ине, - тиҙәр.
- Икенсе килгәндә теге ҡустығыҙҙы ла алып килегеҙ. Шунһыҙ иген тейәтмәйем, - ти.

Тегеләр ҡайтҡас аталарына һөйләп бирәләр. Атаһы: "Тағы ла был ҡустығыҙҙы харап итерһегеҙ инде", - ти. Аталарының Йосоп үлгәс илап күҙҙәре һуҡырайған була.

Икенсе килгәндә Миниаминде лә (кесе ҡусты) алып киләләр. Йосоп бик ныҡ хөрмәтләгән быларҙы. Ҡайтыр саҡтарында Йосоп йәшереп Миниаминдең йөгөнә алтын тыҡҡан.

Ҡайтырға былар юнәлгәс кенә, Йосоп тегеләрҙең йөгөн тикшергән һәм алтын килеп сыҡҡан.

Был ҡустығыҙ алтын урлаған, шуның өсөн мин уны алып ҡалам," - тигән Йосоп.

Тегеләр ҡайтып аталарына "Ана, һинең яратҡан улың алтын урлап тотолоп, төрмәгә ултыртылып ҡалды", - тигәндәр.

"Иншалла, бында нәмә булһа ла бар, Миниамин алтын урламаҫ," - ти аталары.

Былар өсөнсөгә киләләр. Былар, килгәнсе Йосоп инде, буйы ҡырҡ метр итеп һарай эшләтә. Шунан һарайға алтын хәрефтәр менән үҙенең Йосоп икәнлеген, нисек ҡоҙоҡҡа төртөп төшөрөүҙәрен, ҡарауанға ҡайтҡандарын, төрмәлә ултырғандарын барыһын да яҙҙыра.

Ағалары һарайға килеп инә.
— Миңә ниндәй мөғжизә күрһәттегеҙ, үҙегеҙгә лә шуны күрһәтәм, түбәгеҙҙе уйып ҡоҙоҡҡа төшөрәм, - ти Йосоп.
Тегеләр бик ныҡ ҡурҡышалар.
- Ярай, мин кисерәм. Хәҙер һеҙгә бер күлдәгемде бирәм. Атамды килтереп еткерегеҙ, - тигән.
Ағалары аталарына барыһын да һөйләгәндәр. Күлдәкте тотоп ҡарау менән атаһының күҙе лә асыла.

Атаһы һәм ағайҙары Йосоп янына күсеп киләләр. Ағалары хеҙмәтсе була. Йосоп менән утыҙ биш йыл йәшәгәс атаһы үлә. Ҡанганға алып барып күмегеҙ, - ти.

Атаһы үлеп утыҙ биш йыл үткәс Йосоп үлә. Ул да атаһы янына ҡуйырға ҡуша.

 

Ссылка на эту публикацию:

Йосоп менән Зөләйха [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.278&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 23.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8