<Үгәй ул> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Үгәй ул (Пасынок).>
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Турат.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 167-169.
Записано от Бикбова Абдуллы, 79 лет. Имена фольклористов не указаны.

<Үгәй ул>

Турат ауылы. Хәйбулла районы. Әкиәт. Абдулла Бикбов, 79 йәштә. Тыуып үҫкән ауылы Ҡолбирҙе

Борон-борон заманда бер бай ҡарт булған, ти. Ул күпис (күпец) булған, һатыусылыҡ иткән.

Уның тәүге хатыны үлә. Ә унан бер ир бала ҡалған була.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, бай йәш хатын ала. Ул бик уҫал булған. Ул бер ҙә үгәй малайҙы үҙһенмәй (үҙ итмәй). Нисек тә булһа, хәҙер, уны юҡ итергә, үлтерергә уйлай башлай.

Шунан был хатын ошо уй менән бер белемсегә бара. Өлкән хатынынан ҡалған улы бар. Минең шуны үлтергем (үлтерткем) килә, миңә берәй аҡыл өйрәт әле ти белемсегә. Белемсе уңа (аңа) аҡыл өйрәтә: Улың мәҙрәсәнән ҡайтҡас ағыу ашат ти.

Был малайға атаһы имләп аш биргән була бәләкәй сағында уҡ.

Егет мәҙрәсәнән (уҡыуҙан) ҡайтып килгәндә, шул үҙенең аты кешенләп ебәрә. Шунан теге егет аты янына килә. Аты телгә килеп былай тигән.

"Һин ашама апайыңдың (үгәй әсәйеңдең) әҙерләгән ашын.

Ул һинең ашыңа ағыу һалған булыр.

Егет атын тыңлап, икенсе бер аш ашай ҙа, та(ғы) мәҙрәсәгә китә. Шунан теге хатын тағы ла бер белемсегә бара.

Был юлы белемсе: Мунса яғып индер. Шул ваҡытта ул өҫ кейемдәрен алыштырыр. Һин аның күлдәгенең яғаһына, еңдәренә ағыу тек, шунан ул үлер, - ти.

Хатын ҡайта ла мунса яғып, егеттең күлмәгенә ағыу тегеп, уҡыуҙан ҡайтҡанын көтә башлай.

Егеттең ҡайтып килгәнен күреп аты тағы кешенәп ебәрә:
"Апайың һине йыуындырам, икенсе өҫ кейеме кейендерәм тиер, һин кеймә",
ти. Һин аны (уны) алдап сығарып ебәр ҙә кейемдәрҙе ташҡа ҡуйып яндыр ти.

Шулай итеп был эш тә барып сыҡманы бит инде. Теге хатын тағы китә белемсегә. Юҡ,...улай булһа, һиңә бер дарыу бирәм, шуны эс тә үҙең ауыры ти хәҙер белемсе.

Хатын шулай эшләй ҙә. Хәҙер ире китә белемсегә. "Ниндәй дарыу менән шәбәйтергә хатыңды?" - тип һорай ул. Белемсе аңа ат һуйып, уның йөрәк майын эсергә ҡуша.

Шунан был ата ҙур ғына ҡайғыға ҡала бит инде. Ат жалкы.

Был турала хатынына ла әйтеп ҡарай. Әгәр мине яратмаһаң, үлтерергә теләһәң һуйма ти хатыны. Хәҙер атаһы улынан рөхсәт һорарға була. Был ваҡытта инде аты малайға әйтеп ҡуйған була: рөхсәт һорағанда нәмә тип яуап бирергә икәнлеген.

Ана шулай итеп әйтергә ҡуша: "Атай, атты бирҙең, аттың рәхәтлеген күрә алманым инде. Һин атты өс-дүрт көнгә биреп тор миңә. Мин ишек алдында ғына йөрөп торам. Шунда атына яҡшы эйәрҙәр һалып, ишек алдында ғына менеп йөрөй башлай. Хатыны тағы ла нығыраҡ ауырый башлай.

Егет атты менеп бер аҙ йөрөгәс, телгә килә. Бер аҙ йөрөгәс, аҫҡа ҡара, әгәр ут күренһә, бер һуҡ та күҙеңде йом. Егет шулай эшләй ҙә. Шул ваҡытта аты ерҙәге бығауҙы өҙөп, осоп (елеп) сығып китә ҡапҡанан.

Бер аҙ ваҡыттан һуң хатыны үлә. Шулай итеп был бай баланан да, хатындан да, аттан да ҡолаҡ яҙа. Хәҙер инде һатыусылыҡ та итә алмай. Шулай итеп барып үҙе лә үлеп китә

 

Ссылка на эту публикацию:

<Үгәй ул> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.280&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 27.05.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8