Әкиәт // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Әкиәт (Сказка).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 169-170.
Записано Ильясова Губайдуллы, 64 года. Имена фольклористов не указаны.

Әкиәт

Ильясов Ғобайдулла Хәйретдин улы, 64 йәш.

Борон бер мәргән башҡорт батшаһы йәшәгән, ти. Уның өс улы була.

Өлкән улы Мәргән.

Икенсеһе - Күрәгес.

Өсөнсөһө - таҙ батыр.

Был батшаның алма баҡсаһы була. Шул баҡсанан көндә бер ҡыҙыл алма юҡ була икән. Уны бер ҡош ташығанын да беләләр.

Атаһы улдарына шул ҡошто ҡарауыллап тороп тоторға (атырға) ҡуша. Кем дә, кем ошоно үтәй, шуға "фәлән" батшаның "фәлән"сә ҡыҙын алып бирәм ти.

Беренсе көн ҡарарға өлкән улы сыға. Таңға табан йоҡлап китә.

Атаһы: "Ярай, улым, эшкинмәнең", - ти ҙә, икенсе улын ҡарауылларға сығара.

Икенсе улының да йоҡоһо килә башлай. Шулай ҙа ул түҙеп ятмай. Ләкин, кинәт кенә аяҡ өҫтө торғанда, йоҡлай ҙа ҡуя. Шул арала алма ла юҡ була. Өсөнсө көндө кесе улы сыға баҡсаға. Ул бик оҫта ҡурайсы, батыр егет була. Ул бер ағас төбөндә ҡурай уйнап, алманы ҡарауыллап ултырғанда, алмағаста бер кәкүктәй генә ҡош килеп ҡуна. Шунан ул ҡурайы менән елләп ебәрә. Шулай итеп ҡошто кесе улы ғына тота ала. Рәхмәт улым. Был ҡош ер ҡыйығындағы бер батшаның ҡошо. Уның өс ҡыҙы бар. Шуларҙың береһен алып бирәм ти атаһы. Шунан өс улын өс яҡҡа шул батшаны эҙләтергә сығарып ебәрә.

Тиҙерәк: табырға тырышығыҙ, атаһы ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә тип йыйынып ята ти, атаһы улдарына. Бер аҙ барғас, теге егет ҡурай уйнай башлай. Бер бүре килеп сыға ла былай ти:
"Эй, кеше, бик йыраҡтан киләһеңме әллә?"
- Эйе. Беҙ өсәү.
- Эйе, күрҙем уларҙы, - ти бүре. - Тик улар һинән алда баралар. Шунан был бүре егетте бер ауылға килтерә. Хәҙер инде ағалары артҡа ҡала "таҫ"ҙың бүре бер ҡылын ҡалдыра лa үҙе китә. Шунан егет бер әбейҙәргә керә. Беҙҙең ауыл бик шатлыҡта тора. Батша ҡыҙҙарын кейәүгә бирә. Хәҙер ярыштар башланырға тейеш ти әбей.

Батша уҡ-һаҙаҡ әҙерләп ҡуйған була. Кем дә кем шул уҡ менән атып балдаҡ аша үткәрә ала ҡыҙ шуға була ти батша.

Егет халыҡ йыйылған ергә китә. Баяғы ерҙә ун бер - ун икегә яҡын "кейәүҙәр" бар ти. Тик әле атҡандарының береһе лә балдаҡ аша үткәрә алмай ти. Хәҙер егет рөхсәт һорап атып ебәргән.

Уҡ балдаҡ аша үткән. Ә егеттең быға тиклегем бер ҙә атҡаны булмаған ти. Шунан егет ҡурай уйнап ебәрә, һарайҙан ҡыҙҙар килеп сыға. Шунан был егет менән ҡыҙ майҙан уртаһында бейей башлайҙар. Шулай итеп егет ҡыҙҙы кәләшкә ала. Бер аҙ ҡунаҡ булғас, ҡайтырға йыйыналар. Егет теге ҡылды яға. Тиҙ арала бүре килеп, егет менән ҡыҙҙы алып китә. Ҡайтып керһәләр, егеттең ағалары һаман юҡ ти әле.

 

Ссылка на эту публикацию:

Әкиәт [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.281&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 20.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8