Урал батыр (әкиәт) // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Урал батыр
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 181-184.
Записано Имя и возраст информатора и фольклористы не указаны.

Урал батыр (әкиәт)

Борон-борон заманда бер әбей менән бабайҙың ҡырҡ бер улы булған, ти. Иң кесеһе Урал батыр булған. Урал батыр йәшкә йәшкә еткән, ә иң өлкән ағаһы ун алты йәшкә еткән. Урал батыр бик батыр булған уның кәсебе мал булған. Бер көнө менеп йөрөгән ҡола атын таш өйөнөң ишеге алдына бәйләп, өйгә инә лә шаршау төшөрөп ята. Әбей сығып ҡола атты күрә лә, Урал батырҙың малдан килеүен әйтә. Уларҙың береһе лә йәмәғәт әйттермәгән була.

Әбей менән бабай йәмәғәт әйттерергә кәрәк тигән уйға киләләр. Бабай ҡуйынына алтын-көмөш тултырып улдарына ҡатын эҙләргә сығып китә. Бер ауылға барып бер өйгә төшә. Өйҙөң бер стенаһында ҡырҡ бүрк элеүле тора икән, ә икенсе стенала яңғыҙ бүрк элеүле тора, ти. Бабай, ҡырҡ бүрек кемдеке тип һорай, әбей ҡырҡ ҡыҙымдыҡы, ти, ә яңғыҙ бүрк кемдеке тип һорай, иң кесе ҡыҙымдыҡы, ти әбей. Әбейҙең ҡырҡ бер ҡыҙы була. Бабай ҡырҡ бер улына әйттерергә килешеп ҡайтып китә, ти. Мал алыусы килә, Урал батыр малды һыуалап әйҙәтә лә ебәрә, быларҙы фәлән ваҡытҡа тип саҡырып ҡайта.

Урал батыр өйҙә ҡалайым тип ҡала тегеләрҙе ебәрә, юлығыҙҙа фәлән ерҙә диңгеҙ булыр, ти. Бер ерҙә лә туҡрамағыҙ, ти. Былар барыуҙа туҡрамайҙар, ти. Ә ҡайтыуҙа туҡрайҙар, ти. Ҡырҡ бер тирмәне ҡороп шунда ҡуналар, диңгеҙҙән бер аждаһа сығып, диңгеҙҙән уларҙы ҡамап ята. Былар беҙҙе ҡотолт, ебәр тиҙәр, аждаһа Урал батырҙың ҡатынын ҡалдырһағыҙ ҡотолтам, ти. Урал батыр ҡырҡ аршын ҡороҡ сыбығына ҡауғаланып менеп ҡарай. Урал батырҙың ағатау тирмәһен, ҡатынын ташлап сығалара Урал батыр ете байталды етәкләп ағаларына ҡаршы сыға һәм уларға тап була бер һүҙҙә әйтмәй үтеп китә. Еңгәләре, бының маңлайы яҙыҡ икән аждаһаға берәй хәйлә ҡорһа борор тиҙәр. Шунан был аждаһаға барып етеп, аждаһаның ауыҙына ете байталды атып бәрә, ти. Урал батырға аждаһа фәлән батшаның ҡыҙын алып килеп бирһәң ҡатыныңды бирәм, ти. Урал батыр һорап ҡатыны эргәһендә өс көн ҡуна ла ҡара ҡола атын менеп аждаһаға ҡатын эҙләп китә. Китеп барғанда таусы бәһлеүәнгә тап була:
"Әссәләмәғәләйкүм" таусы батыр?" ти Урал батыр. "Вәғәләйкүмәссәләм Урал батыр" тип сәләмләй таусы батыр. Таусы батыр ике тауҙы ике ҡулына тотоп тиңһәреп торған була. Улар һөйләшеп, бер-береһенә юлдаш булып китеп баралар. Китеп барғанда улар югереүсе бәһлеүәнгә тап булалар, улар: "Әссәләмәғәләйкүм югерек батыр", - тип һаулашалар. "Вәғәләйкүм әссәләм", - тип сәләмләй югерек бәһлеүән. Югерек бәһлеүән артына тирмән тағып алған була шунһыҙ ул януарҙарҙы тибә алмай, үтә лә китә, ти. Өс бәһлеүән китеп барғандар, бара торғас, күлсе бәһлеүәнгә осрайҙар. Уның менән сәләмләшеп өсәүҙән дүртәү яҡшыраҡ булыр тип баралар. Күлсе бәһлеүән бер күлде һурып алып икенсеһенә ҡойоп тора, тешенә эләккән балыҡтарҙы ашап тора, ти. Дүртәүһе китеп барғанда, ер тыңлаусы бәһлеүәнгә тап булалар. Ер тыңлаусы бәһлеүән ер тыңлап ята, ти. Улар сәләмләшеп, биш бәһлеүән ҡара ҡола ат менән алтау булып китеп баралар, ти. Бер урманға барып сыҡһалар, шундағы ағастарҙы тамыр-томоро менән йолҡоп алып торлаҡ эшләйҙәр, әҙерәк донъя көтәләр. Былар хәҙер былай тормайыҡ, Урал батырға фәлән батшаның ҡыҙын әйттерәйек тип һөйләшәләр. Улар бер шәһәргә барып, әбейҙең өйөнә төштөләр, ти. Был батшаның сихырсы әбейе ине, ти. Һай-һай уландарым килгән икән тип биш табаҡ бутҡа алып килеп ултырта, уны биш йөҙ кеше ашаһа ла бөтә алмай торған булған. Сихырсы ҡарсыҡ ҡара ҡола атҡа бер торба һоло сығарып элгән, биш йөҙ ат ашап бөтә алмай торған булған, ти. Әбей атҡа һоло һалып ингәнсе, бәһлеүән ашап бөтөп төбөн тырнап ултыралар ине, ти. Сихырсы ҡарсыҡ Һай-һай уландар ирҙәр икәнһегеҙ тип, атҡа сыҡһа ҡара ҡола ат торбаны сәйнәп тора, ти. Әбей батшаға яусы булып бара, батша уларға алты мәһәр һала. Иң беренсе шартым, көрәш - әгәр үтәй алмаһалар баштарын ҡырҡтырам, - ти. Икенсе шартым югереү, шуны үтәй алмаһалар баштарын ҡырҡтырам, ти. Өсөнсө шартым - ҡырҡ метр ҡыуалға бал ултыртам, кемдә кем үтәй алмай баштарын ҡырҡтырам, ат саптырам. Минең ат алда киләме, әгәр үтәй алмаһалар баштарын ҡырҡтырам, ти. Бишенсе шартым сөнгөн мунса әсенә бикләп үт яғам, тере ҡалһалар алырҙар, ти. Алтынсы шартым, ҡыҙҙы йәшерәм, ти. Былар был мәһәргә күнеп баралар. Батша бәһлеүәндәргә ҡаршы ике үгеҙен тешләтергә сығара, ти. Таусы бәһлеүән үгеҙҙәрҙең мөгөҙөнән тотоп күтәреп һелтәне, үгеҙҙәрҙең үңәстәре бөкләнеп барып төштө, ти.

Ҡырҡ аршын ҡыуал башындағы балды түкмәй төшөргөргә, Урал батыр үҙе менеп балды түкмәйенсә төшөрҙө, ти. Өсөнсө батшаның ике минһеҙ ҡара аты менән ҡара ҡола атты саптыралар. Кара ҡола ат ике миңһеҙ атты бер сутка арта ҡалдырып кил гәндә, дүрт бәһлеүән тотоп алды, ти.

Дүртенсе әбейҙең дәү фиреһе менән югерек бәһлеүән югерәләр. Улар өс көн, өс төн югерәләр, дәү фире бер аҙыраҡ ял итәйек тип туҡтата. Батшаның дәү фиреһе югерек бәһлеүәнде йоҡлатып югерә лә китә,ти. Башының осона ҡаҙан ярсығы ҡаҙап китә. Урал батыр ҡырҡ аршын ҡыуалға менеп ҡараһа, югерек бәһлеүән йоҡлап ята, ә батшаның дәү фиреһе яртынсы юлға еткән, ти. Урал батыр алып бирегеҙ уғымды, ти. Урал батыр башына атайыммы, әллә ҡаҙанды атайыммы, ти. Иптәштәре ҡаҙанға ат тиҙәр. Урал батыр уғын алып ҡаҙанға атып ебәреү менән югерек бәһлеүән һикереп килеп тора, ти.

Ах, оҙаҡ йоҡлап киткәнмен тип як-яғына ҡараһа, дәү фиреһе юҡ, ти. Югереү бәһлеүән югереп килеп дәү фиренең битенә көл һирпеп, башына ҡаҙан ярсығы менән бәреп үтеп китә, ти.

Дәү фире һай-һай хәҙерге йәштәр, ҡаҙан ярсығы менән башты яра яҙҙы тип ҡала, ти. Был бәһлеүәндәрҙе бишенсегә сөгөн мунсаға бикләп ут яндыралар, ти. Күлсе бәһлеүән күлде уртлап алып килә. Ут янып бөткәс батша әбейгә һөйәктәрен сығарып ауҙар, ти. Әбей барып ишекте асһа, ни күҙе менән күрһен күлсе бәһлеүән. Һыу һирпеп ултыра, ә иптәштәре балыҡ ашап ултыралар, ти. Әйҙә ҡоҙағый балыҡ ашарға тип саҡыралар, ти.

Алтынсыға батша ҡыҙын йәшерә, ти. Ишек эргәһенә вәзир ултыра торған ергә батша ҡыҙын, батша ултыра торған ергә вәзир ҡыҙын, ултырталар, ти. Ер тыңлаусы бәһлеүән иптәштәрен алып барҙы, ти. Ер тыңлаусы бәһлеүән әйтә, ишекте ингән генә ерҙә ынтыл ә ҡалған ергә үтһәң яңлышырһың, ти. Хәҙер былар батша ҡыҙын алып, етәү булып ҡайтып китәләр. Ер тыңлаусы бәһлеүән үҙ моҡамында, күлсе бәһлеүән үҙ макомында, югерек бәһлеүән үҙ макамында, таусы бәһлеүән үҫ макамында ҡалдылар, ти. Хәҙер Урал батыр ҡыҙ менән икәүләр ҡала, Урал батыр уйға ҡала: аждаһаға был ҡатынды бирергәме, әллә тегенеһенме. Ҡыҙ һиҙеп ала ла, һөйлә һин ниндәй уйға ҡалдың, ти. Урал батыр һөйләп бирә. Ҡыҙ әйтә, һинең ҡатының менән бер мәктәптә уҡыныҡ, ти.

Ул аждаһаның электән мине алырға ниәте бар ине ала алмай, ти. Һин мине ошо ерҙә ташла ла аждаһаға барып һөйөнсө юра, ти. "Ҡара кылыс инәкәй", - тиген. Ул: "Аҡ ҡылыс инәкәй", - тиер. Шул ваҡытта аҡ ҡылыс барҙа кара ҡылыс нимәгә кәрәк тип ташлап, миңә югерер, ти. Һин шул ваҡытта ҡара ҡылысты алда һыуға ос, ул һыуға батырмай, ти. Диңгеҙ уртаһында бер утрау булыр, шуға барып сыҡ. Утрауҙа бер күк таш булыр, уны сабып ебәрһәң ул ярылып китер. Уның эсендә йомортҡа булыр, шуны ярып өлгөр, ти. Аждаһа шул ваҡытта үлә. Ул кире әйләнеп бара, аждаһаның алты башы туралып китә. Урал батыр ике ҡатынды алып донъя көтөп тора, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Урал батыр (әкиәт) [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.286&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 19.07.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8