<Үгәй әсә> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Үгәй әсә (Мачеха)>
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Бикбулатово.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 187-188.
Записано от Султанмуратовой Хафизы Ираевны. Возраст информатора и фольклористы не указаны.

<Үгәй әсә>

Был әкиәттәр Күгәрсен районы Бикбулат ауылында йәшәүсе Хафиза Солтанморатова Ирай ҡыҙынан яҙып алынды.

Борон-борон заманда йәшәгән, ти бер әбей менән бабай. Уларҙың булған ти өс ҡыҙы. Күп тә тормай әсәһе үлеп киткән, аталары үгәй әсәй алған, ти. Был өс ҡыҙ ҙа үҫеп, буйға еткәс, аталары донъя ҡуйған, ти. Бер саҡ, был ҡыҙҙар йоҡларға ятҡас, үгәй әсәләре уларҙы салыр өсөн бысаҡ ҡайрай, ти.

"Ҡый-ҡый, ҡыйғый, бысағым,
Быныһы оло ҡыҙыма",
- Ҡыйғый, ҡыйғый, бысағым,
Быныһы уртансы ҡыҙыма,
Ҡыйғый, ҡыйғый, бысағым,
Быныһы кесе ҡыҙыма".. - тип һамаҡлап ҡайраған да кейеҙе аҫтына һалып ҡуйған, ти. Бының бөтәһен дә ишетеп ятҡан кесе ҡыҙ апаларын уятҡан:

"Апай,апай, тороғоҙ! Әсәй бысаҡ ҡайрай, беҙҙе һуйырға, тип әйҙә ҡасайыҡ! - тигән.

Ҡыҙҙар уянғандар ҙа, йыйынып тәҙрә аша сығып ҡасҡандар, ти. Уларҙың сығып барыуҙары ыңғайында әбей уянған да:

"Ҡыҙҙарым, ҡыҙҙарым, ҡайҙа бараһығыҙ, тороп тороғоҙ, - тип ҡысҡырып, арттарынан эйәрә, ти. Ә ҡыҙҙар һаман да ҡасалар, ти. Уларҙың баштарында тараҡтары булған, ти. Улар шул тараҡты: "Ҡара урман бул!" - тип ташлағандар. Әбей алдында ҡара урман ҡалҡып үҫкән. Күп тә үтмәй ҡара ҡанға батып, сәстәре туҙып, ҡара урмандан әбей килеп сыҡҡан, ти. Үҙе һаман: "Тороп тороғоҙ, ҡыҙҙарым, тороп тороғоҙ, ҡыҙҙарым", - тип, ҡысҡырып алдына ҡайраҡты ташлағандар: "Ҡал тау бул, тау бул", - тип. Әбей был тауҙы ла көскә менеп, тауҙан тәгәрәләп тә килеп төшкән, ти. Үҙе тағы ла ҡысҡырып, югерә, ти. Әбей килеп етә башлағас, ҡыҙҙар уның алдына бысаҡ ташлағандар, ти: "Ҡая таш булып, аяғын тиш!" - тип. Был әбей бөтә ҡыйынлыҡтарҙы ла үтеп сығып, тағы ла эйәреп килә икән.

Бара торғас, ҡыҙҙар әбей алдына көҙгөләрен ташлағандар:
"Тәрән күл бул", - тип.

Әбей күлгә килеп еткәс: "Ҡыҙҙарым, был күлде ҡалайтып сыҡтығыҙ!" - тип ҡысҡыра ти. Ҡыҙҙар: "Итегебеҙ ҡунысына таш тултырып, ике ҡулыбыҙға ҙур таш тотоп сыҡтыҡ, - тип яуаплағандар, ти. Шунан был әбей тап ҡыҙҙар әйткәнсә эшләгән дә, күлдең уртаһына ла етә алмайынса, батып үлгән, ти. Ә ҡыҙҙар яуыз әбейҙән ҡотолоп, өйҙәренә ҡайтып, әле лә мул ғына донъя көтөп яталар, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Үгәй әсә> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.289&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 24.09.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8