<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йырҙар> (Песни).
Жанр: Песня.
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Мечетлино.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 84-85.
Записано студентом Зуфаром Ризвановым от Хазиной Файзы (59 лет).

<Йырҙар>

Салауат районы, Мәсетле ауылы Хазина Файза апайҙан (59 йәштә) Зөфәр Ризуанов яҙып алды.

Бара ғына инем юл менән
Юлғынайым китте һул менән.
Аҡылһыҙ ғына бала түгел инем,
Аҡылдарым бөттө уй менән.

Ултырҙым да кәмәнең түренә,
Үрләнем һыуҙың үренә.
Маңлайҙарға яҙған хаҡ яҙмышын,
Һыпырып ташлап булмай ҡул менән,

Һәр бер кеше сабый саҡта
Рәхәт тормош кисерә.
Ләкин рәхәт күпкә бармай,
Тормош ағыу эсерә.

Йәш сағымда күкрәгемә
Сәскәләр ҡаҙаманым.
Сөнки йәшлегемдән артыҡ
Сәскәләр таба алманым.

Әнкәйем мине тапҡас та
Аҡ биләүгә биләгән.
Аҡ биләүҙәргә биләгән,
Бәхетле бул тимәгән.

Орлоҡ эҙләйем, орлоҡ эҙләйем,
Орлоғомдо тултырам.
Орлоҡ һылтауҙары менән
Һине көтөп ултырам.

Ишек алдым рәшәткә,
Рәшәткәләре рәткә.
Ағас булһа ҡорор ине
Мин күргән хәсерәткә.

Тәҙерә төбөкәйем,
һауыт-һауыт гөлкәйем.
һауыттағы гөлкәй кеүек,
Үтте бит ғүмеркәйем.

Бейек тауҙың баштарында
Сәскә ата бойҙайым.
Тағы ла шулай йыйылырға
Насип итһен хоҙайм.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.29 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8