< Бәйет > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Бәйет (Баит). >
Жанр: Баит.
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 194-195.
Записано Имя и возраст информатора и фольлкористы не указаны.

< Бәйет >

Германдарҙың аттары
Бары ла ебәк тышаулы.
Окоптарҙан пуля яуа
Ҡыяматҡа оҡшаулы.

Герман тиҙәр, алған тиҙәр
Оршау тигән ҡаланы.
Ун һигеҙ йәштән алдылар.
Беҙ бәхетһеҙ баланы.

Беҙ барабыҙ һуғышҡа
Маршурт көйөнә баҫып.
Ҡыуаныс көндәр булыр микән
Тыуған илдәргә ҡайтып.

Ырымбурҙа саң-томан
Беҙҙең илдәр аҡ томан.
Иҫән-һауҙар ҡайтып килһәм
Салыр инем аҡ ҡорбан.

Тота-тома барып төштөм
Кернисәнән төшкәндә.
Уңға инһәм, һулға боролам
Илдәр иҫкә төшкәндә.

Уф алла ла тип, һыуҙар алһам
Һыу буйҙары болғана.
Ата-инәмде уйлағанда
Күңелдәрем болғана.

Оло юлға башын һалған
Быйыл сәскән бай тайым.
Сабырһыҙ бала түгелмен
Сабыр бирһен хоҙайым.

Ҡабан куле тәрән тиҙәр
Буйлағаным юҡ ине.
Мин дә һалдат булырмын тип
Уйлағаным юҡ ине.

Бисмилла рахман рахим.
Был бәйетте сығарҙым
Дүшәмбе көн кис менән
Был бәйетте тамамланым Киске сәғәт өс менән.

 

Ссылка на эту публикацию:

< Бәйет > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.293&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 21.08.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8