Бәйет // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Бәйет (Баит).
Жанр: Баит.
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 197-198.
Записано Имя и возраст информатора и фольклористы не указаны.

Бәйет

Элекке Ҡыҙал Ҡарты хәҙерге Хөсәйен ауылы ике өлөшкә бүленгән була. Бер осо - байҙар, икенсе осо - ярлылар. Байҙар яғы ярлыларҙы бутҡаға саҡырғандар, ә ярлылар намыҫ итеп уларҙы иткә саҡыралар. Шул ваҡытта сыҡҡан бәйет.

Уйлап-уйлап аҡылым етмәй тамашаға
Көн дә байрам бисә тигән алашаға
Ярар ине ит менән һалма ашаһа
Буҙа эсеп эс күптер ҙә йөрө инде.

Эй, бисәләр саҡырышалар йыйылышып
Бер өйҙә сәй эсәләр өйөлөшөп.
Ирҙәре йөрөй асығышып элмәйешеп.
Ирҙәрендә кайғыһы юҡ дәюремде.

Үрге яҡтан намыҫ итеп иткә саҡыралар
Саҡырыуға Сабирйәнде саптыралар.
Дуғаһына дуңғырҙаҡты таҡтыралар
Ай-һай ҡалай фарсит итә тирҙәр инде.

Хәтирә еңгәй Әхмәтшәриф, хайырлы ти
Юрғаның башын тоттор байға.
Ғылмишәриф ултыра һал ҡарайған ти
Бибхөснә ни ҡарап тораң тажырайған дәюремде.

Раҡия еңгәй сәсен тарай алып
Ҡарамы тип, көҙгө алып ҡаршын ҡарай
Күрһеге килмәһә тешен ҡайрай
Йәш башыңдан тешең төшкән тирҙәр инде.

 

Ссылка на эту публикацию:

Бәйет [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.296&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 21.08.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8