Ҡыҙҙар малай булып кейенеп мәҙрәсәлә уҡығандағы бәйет // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Ҡыҙҙар малай булып кейенеп мәҙрәсәлә уҡығандағы бәйет (Баит о девушках, которые учились в медресе, переодевшись в парней).
Жанр: Баит.
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 199-200.
Записано Имя и возраст информатора и фольклористы не указаны.

Ҡыҙҙар малай булып кейенеп мәҙрәсәлә уҡығандағы бәйет

Мәҙрәсәнең бер талипы
Ун ике төрлө хат таный
Мәндә тиһәң мине һөйһәм.
Сабыр итсе бер хани.

Баҡый егет менгән аты
Үтеп бара ҡалаға
Ай-һай баҡый атлы егет
Ғүмерең үтте заяға.

Хәҙерәттең кесе улы
Ат бәйләне мунсаға.
Ҡыҙ икәнен шунан белде
Һыу килтерҙе мунсаға.

Беҙ бер һамаҡ уҡығанда
Арыманыҡ та талманыҡ.
Наҙан егеттең ҡуйнына
Барманыҡ та салманыҡ.

Иртән тороп ҡараһам
Сан-сандуғас боҙ икән.
Әткәй бер һүҙ әйтәйем
Шәкерттәрең ҡыҙ икән.

 

Ссылка на эту публикацию:

Ҡыҙҙар малай булып кейенеп мәҙрәсәлә уҡығандағы бәйет [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.300&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 24.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8