Үлем бәйете // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Үлем бәйете (Баит смерти).
Жанр: Баит.
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Акъяр.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 205-206.
Записано от Сидака-абстай. Фамилия, отчество, возраст информатора и фольклористы не указаны.

Үлем бәйете

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы Сиҙаҡа абыстайҙан яҙып алынған.

Зифа тәнемде ҡаты быумағыҙ
Кире ҡайтмамын ашыҡтырмағыҙ
Йыраҡ ерләрҙән күрергә килерләр
Күреп калһындар яҡын күргәндәр.

Ауыр булғандыр донъя көтөүе
Ауыр хәл икән ташлап китеүе.
Йөрөнөм донъяла бик аҙ ваҡыттар
Һалҡын туфраклар минең аҫтыҡлар.

Килер ғазраил, йәнемде алыр
Ҡыҙыл йөҙләрем һарғайып ҡалыр.
Һеҙгә әйтәмен аҡтыҡ һүҙләрем
Һеҙҙән айырылғас яңғыҙ нишләрем.

Күңелем үҫмәне, ҡулым барманы.
Йәйләргә сыҡһам, йөрөрмөн үҙем
Хуш еҫләрен еҫкәп йөрөрмөн үҙем
Асып ҡарарға, күҙҙәрем тала,
Барса зиннәтем донъяға ҡала.

Күкрәгем ҡыҫа, тындарым бөтә
Ясин уҡығыҙ, ваҡыттар етә.
Йәнем сыҡҡанда, янымда булығыҙ,
Шәһите менән үтһен тиеп тороғоҙ.

Ҡәберем өҫтөнә сарҙыуан ҡуйығыҙ,
Ағас ултыртып нурландырығыҙ,
Яфраклар ярса, ҡошлар сайраса
Духым шат булыр, доғағыҙ барһа.

Үләннәр үҫер ҡәберем өҫтөнә
Иман нурый булыр ҡәберем эсендә
Тәҙрәһе лә юҡ, ишеге лә юҡ,
Ҡараңғы анда, бер иптәш тә юҡ.
Иҫкә төшөрөп доға кылығыҙ
Бар кебек, дуҫлар, бәхил булығыҙ.

 

Ссылка на эту публикацию:

Үлем бәйете [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.307&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 21.07.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8