<Мөнәжәт> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: < Мөнәжәт (Мунажат). >
Жанр: Мунажат.
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Алькино.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 165.
Записано студентками Диникеевой и Зариповой от Хабитовой Емеш. Возраст информатора не указан.

<Мөнәжәт>

Салауат районы Әликә ауылында йәшәүсе Хабитова Емештән Диникиева һәм Зарипова тарафынан яҙып алынған йырҙар һәм сеңләүҙәр.

Мостафа ла мулла бай булған,
Ун ике лә ҡойма һуҡтырған.
Мостафа ла мулла дурак икән,
Кәрткә һалып ҡыҙын отторған.

Зөлхәбирә һылыу, әйҙә уйынға,
Ҡарала ғына диңгеҙ буйына.
Зөлхәбирә һылыу ни беләһең?
Туғыҙ түрә килгән туйыңа.

Зөлхәбирә һылыу тун тектергән,
Итәгенә уҡа тотторған.
Мостафа ла мулла дурак икән,
Кәрткә һалып ҡыҙын отторған.

Зөлхәбирә һылыу намаҙ уҡый,
Ҡыҙыл ғына шәлен ябынып.
Зөлхәбирә һылыу һығылып илай,
Тыуған илкәйҙәрен һағынып.

Ҡара ла ғына диңгеҙҙе ҡом алһын,
Сиркәүләренең башы ыуалһын.
Урыҫ ҡулдарына төшкәнемсә,
Шәһит үлеп, дуҫтарым ҡыуанһын.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Мөнәжәт> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.31 (дата обращения: 21.10.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8