<Сеңләү> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Сеңләү (Сенгляу).>
Жанр: Песня (обрядовая, причитание).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Мечетлино.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М.Х. Мингажетдинова; л. 142‑143.
Записано студентом Маратом Муллагуловым от Кадировой Каримы (74 года).

<Сеңләү>

Салауат районы, Мәсетле ауылыңда йәшәүсе Кадирова Кәримәнән (74 йәштә) Марат Муллағолов яҙып алды.

Бураным-бура аҡ борсаҡты
Ашап та бөтмәҫ тинеңме?
Атаҡайым мине һатып ебәрҙе
Китмәҫ тә тиеп белдеңме?

Сылтыр ҙа сылтыр ат егәһең
Талмаймы, ағас, ай беләкәйең?
Сытырҙатып ҡына оҙатырға
Янмаймы ағас ай йөрәкәйең?

Атаҡайымдың өйөндә
Ултырғаҡайҙарым бер таҡта.
Шул таҡтаҡайҙарын ҡыҙғанып,
Һатып ебәрҙе мине бер ятҡа.

Арғы тауҙың да күрке бар,
Бирге тауҙың да күрке бар.
Шунда ла торған кейәүҙең
Эт тиреһенән теккән бүрке бар.

Һатыусының һандығында
Ялтырай төштө алҡаһы.
Шунда ла торған кейәүҙең
Ялбырай төштө маңҡаһы.

Мунса ла тулы тау ташы,
Ҡаҙанда тулы ҡаҙ башы.
Шунда ла торған кейәүҙең
Ялтырай төштө таҙ башы.

Әнкәйемдең өйөндә
Ултырғанҡайҙарым ултырғыс.
Ултырғысҡайын ҡыҙғанып
Һатып та ебәрҙе былтыр ҡыш.

Урамыбыҙ түбән табан
Теҙелеп үҫкән аҡ ҡайын.
Аҡ ҡайынға баҫып ҡарайым
Һеҙҙе һағынған һайын.

Аҡлы ситса күлмәгемде
Туҙар тимәгән инем.
Сәскә кеүек йәш ғүмеремде
Уҙар тимәгән инем.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Сеңләү> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.33&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8