<Тарих> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Тарих (История).>
Жанр: Предание.
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Янтышево.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 14-17.
Записано от Игебаева Салихьяна Захидулловича, 1901 года рождения. Имена фольклористов не указаны.

<Тарих>

Игебаев Сәлихян Заһидулла улы, 1901 йылда тыуған, Йәнтеш ауылы.

Бер мең туғыҙ йөҙ ун беренсе йылда Ғәҙи бер ауыл ине, төҙөк түгел ине. Урта хәлле крәҫтиән башҡорттары йәшәй ине. Кәсепләре - ер һатыу. Ерҙе күп тоттолар.

Ташлы тигән йылға бар. Ауыл Ташлы менән Һаҡмар уртаһында ине. Ул йылдарҙа урыҫтар әҙ була. башҡортлар урыҫларға ер һатып көн күрҙеләр. Әрендегә һаттылар. Урта хәлле кеше алтмыш-етмеш круг ер тотто. (бер круг - ике ярым десятина) Бер мең туғыҙ йөҙ ун беренсе йылда бөтөнләй ер һатылды. Ауыл икегә бүленде: ер һатҡан кешеләр һәм ер һатмаған кешеләр, бер мең туғыҙ йөҙ ун икенсе йыл. Һуҡа менән ер һөрә башлайҙар. Ярлылар кеше гөннө булдылар. Ер һатҡан кешеләр урыҫларҙан сәстерҙеләр. Башҡа яҡлар ер менән кәсепләнгәннәр.

Бер мең туғыҙ йөҙ ун дүртенсе йыл. Һуғыш башланды. Совет хөкүмәте еңде. Байларның иң көслө ваҡыты. Бер мең туғыҙ йөҙ ун һигеҙенсе йыл. Ауылға егерме бер кеше -коммунист килә. Комиссары башҡорт егете була, башҡортларҙан беренсе комиссар. Хәҙер Шөкәрә тигән хутор бар, Ивановка хуторы бар. Улар икеһе бер ауылдарҙан сыҡҡандар. Шөкәрәлә восстание ҡупты. Бер аҙ хөкүмәт ҡороп торҙолар, улар аҡлар гвардияһы ине. Быны Шөкәрә восстаниеһе тиҙәр. Ошо кешеләрҙе Шөкәрәлә аттылар, Таймасовты шунда уҡ телгеләнеләр, йәғни комиссарҙы. Зәки Вәлиди Ҡытай сығып китте.

Ауылда уҡытыу бер мең туғыҙ йөҙ ун һигеҙенсе йылда башлана. Был иҫкесә һәм яңы әлифба менән алып барыла. Бер мең туғыҙ йөҙ ун һигеҙенсе йылғы договор менән уҡыталар. Бер мең туғыҙ йөҙ ун һигеҙенсе йыл по назначению башланды. (Быны Сәлимйән олатай үҙе башлай). Бер мең туғыҙ йөҙ ун һигеҙенсе-егерме алтынсы йылдарҙа уҡыта иҫкесә лә, яңыса ла.

Бер мең туғыҙ йөҙ ун дүртенсе йыл. Иҫке уҡыу ташлана. Бер мең туғыҙ йөҙ егерме икенсе - аслыҡ йылы, халыҡ бик һәләк булды. Ашау насар, үле мәйет, төрлө йомран, бесәй, эт ашау. Даже үҙ балаларын өтөп ашайҙар. Тәүҙә бер балаһын, унан икенсеһен, анан өсөнсөһөн үлтерәләр.

Бер мең туғыҙ йөҙ егерме икенсе йылда ошо ауылда ике генә ат булды, хөкүмәт пособие бирҙе, яҙын сәсеүгә орлоҡ бирҙе, тары орлоғо бирҙе.

Хатыннар егелеп ун алты - егерме кеше иген-тары сәстеләр. Был йылды уражай булды. Бер мең туғыҙ йөҙ егерме дүртенсе - бишенсе - алтынсы йылдарҙа кеше рәткә инә башлай. Бер мең туғыҙ йөҙ егерме алтынсы - етенсе йылдарҙа, башта артель булды. Ойоштороусылар - Моталлов Шаһит һ.б. Артелгә сыҡҡан кешеләр, яланға китеп, землянкалар яһап торҙолар яҙлы-ғөҙлө егерме алтынсы йылдарҙа. Ҡайныһы кереп, ҡайныһы сығып, артель ун ике кешенән ашаны. Утыҙынсы - утыҙ беренсе йылдарҙа колхоз була башлай. Анда ла егерме - утыҙ кешенән артмай. Утыҙынсы - утыҙ беренсе йылдарға хәтле шулай килде. Утыҙ өсөнсө йыл тағы аслыҡ булды. Был йылы ла бик ҡурҡыныслы була. (Мин уҡытҡанда егерме - утыҙ баланың бер генәһе ҡалды. Мин ауылдан ҡасып киттем. Бер - өс кенә ҡулак бар ине. Алар мине үтерергә әйтәләр ине.)

Бер мең туғыҙ йөҙ утыҙ дүртенсе йылда тағы восстание ҡалҡа. Бандитлар уңлы-һуңлы ҡалҡып йәшенәләр. Утыҙ дүртенсе йылдың көҙөндә мәктәптәрҙең тикшереү урынына киләләр. Инспектор - Билалов Вәли ине. Элекке һуғыштағы полковой мулла. Бер мең туғыҙ йөҙ ун бишенсе йылда бер урында уҡытты. Ул булып көрәш аса, список менән кеше йыя, йәшерен генә. Йәшерен ойошма алып бара. Һәр бер точкала аның ҡарамағында була.

Акъюл советенән ҡарағанда был списокта алтмыш дүрт кеше була. Бикбау советендә етмеш - етмеш биш кеше була. Һабыр волосе ине ул ваҡытта. Ашҡаҙар йылғаһында собрание үткәрелә совет өс йөҙ - өс йөҙо илле кеше булыр, һәр бер ауылдан йыйылып. Эште Билалов алып бара. Яҙыусыһы Сынбулатов Ибраһим була. Председатель - Бикбов Исхаҡ була. Ул - ҡулаҡ ялсыһы. Собраниегә башҡорттар йыйыла һәм кешеләр тупларға бойорола, Билалов миңә лә килде, башта акт төҙөтөп мәктәпте әҙерләп бөтөүгә. Әбештән алтмыш дүрт кешенең списогы бар ине, мине лә яҙып ҡуйған, "ошоға подписать ит" - ти. "алтмыш дүрт" кеше менән ҡайҙа бараһығыҙ, ауыл һайын йыйылып өс йөҙәр булып китәбеҙ", - ти. Үҙен тиргәнем. Төп штаб Йылайыр була. Ҡағыҙҙы шунда алып баралар икән, анан пучтаға бирәләр. Почта үҙе лә шул уҡ член. Быға ышанып пакетте тапшыралар, Аны Йылайырға алып барырға тейеш була утыҙ дүртенсе йылда хөкумәт тә тайный эш алып бар. Теге бер ауылда эскән дә тегене яңылыш өҫтәлгә һалып ҡуйған. Список буйынса кешеләр ҡулға алынды. Билалов та эләгә. Ошоноң менән бөтә. Анда комсомолдар ҙа, партиялы ла эләкте. Кем ни әйтһә, шуға эләгеп юҡ булдылар. Аларҙан Мәскәү каналын эшләттеләр. Бер мең туғыҙ йөҙ алтынсы - ҡырҡынсы йылдарҙа колхозға күстек. ҡырҡ беренсе - ҡырҡ алтынсы йылдарҙа үҙем һуғышта булдым. Сталинградта һуғыштым. Ҡырҡ алтынсы йылда ғына ҡайттым.

***

Йәнтештә элек Һары тигән кеше булған. Аҡъюл силсәүитендә. Уҙала һарыһы тигән йылға бар. Һарының балаһы Акъегет була. Шунан Аҡъегет ауылы ла бар. Аҡъегеттән Игебай була. Игебайҙан Йәнтем ҡарт була. Йәнтеште Һаҡмар һарыһы тип тә йөрөтәләр. Ялан һарыһы ла бар. Һыу исеме Көбәрлә. Алар Көбәрлә һыулайҙар. Ялан Һарыһының исеме Ишкенә. Былар ете атанан бүленгән:
ырыуҙар. Үҫәргән ырыуы етегә бүленә.
1. Бишәй - Килсембай.
2. Бишәй - Һаҡмар Бишәйе (Ҡыуандыҡ районы).
3. Аҫҡаҡ - Урыҫбай, Игебай,
4. Шунаҡ Аҡъюл, Сик, Бүре.
5. Ҡыпсаҡ - (Ялан Ҡыпсағы, Урман Ҡыпсағы), Ҡураған - Иҙелбай, Ырыҫбай.
6. Сурай - Сураш.
7. Айыу - Троицк <райондары?>.
Аҫҡаҡтан һәм Бишәйҙән Һары килеп сыға.
Аҡъегет һәм Йәнтеп - Ҡаҙамболаҡ һәм ялан һарыһы.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Тарих> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.342&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 19.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8