<Сеңләүҙәр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Сеңләүҙәр (Сенгляу).>
Жанр: Песня (обрядовая, причитание).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Мечетлино.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 145.
Записано студентом М. Муллагуловым от Янгареевой Базигул (77 лет).

<Сеңләүҙәр>

Салауат районы, Мәсетле ауылында йәшәүсе Йәнгәрәева Бәҙеғолдан (77 йәштә) М. Муллағолов яҙып алды.

Анау килгән һыйырҙың
Ике имсәге көршәктәй,
Бынау торған кейәүҙең
Ник танауы көршәктәй?.

Һике аҫтындағы томыртҡаны
Ал инде инәкәйем.
Ҡулымда балам бар тиеп
Онотма инәкәйем.

Ултырҙым мейес башына
Һөрөм тейҙе башыма.
Һөрөм дә түгел, ни ҙә түгел
Ағасайым етте башыма.

Сылтыр ҙа, сылтыр ат егергә
Талмаймы, ағакайым беләкәйең.
Сылтырҙатып ҡына оҙатырға
Янмаймы, ағаҡайым, йөрәкәйең.

Ҡоҙағый күлмәк һораһа
Аласа күлмәк бирегеҙ.
Аласа күлмәк алмаһа
.Аласа яра тибегеҙ.

Эй арыштар, арыштар,
Арыш буйы ҡарыштар.
Шунда ла торған ҡарт кейәүҙе
Һары урысҡа алыштыр.

Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа
Болан балаларына.
Тәүфик бирһә, иман бирһен
Ата балаларына.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Сеңләүҙәр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.35 (дата обращения: 28.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8