<Ер-һыу атамалары> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Ер-һыу атамалары (Названия рек, гор...).>
Жанр: Легенда.
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Акъяр.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 232-233.
Записано от Вахитова Абдуллы, 1903 года рождения, студентом БашГУ Шайхетдиновым Муниром.

<Ер-һыу атамалары>

Вахитов Абдулла бер мең туғыҙ йөҙ өсөнсө йыл тыуған. Уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡырҡ алты йыл эшләгән. Пенсионер. Шайхетдинов Мөнир яҙып алған.

Абдулла олатай үҙенең һүҙен, боронғо башҡорт көйҙәренең оҙон көйгә һалып йырланыуы ҡайҙан килеп сыҡҡан, тигән һорауҙан башланы. Үҙе үк яуабын да бирҙе. Башҡорт халҡының көйҙө оҙон алып йырлауының сәбәбе - башҡорт халҡының киң бәйелле булыуында. Халыҡ ҡарамағында бик күп, күҙ күреме етмәҫ ер булған. Йырҙары ла шуға ҡараған. Башҡорт көйҙәре бик күп яландар, тауҙар аша үтеп кире ҡайтҡан кеүек була. Абдулла олатай бер мең туғыҙ йөҙ егерме етенсе йыл ойошторолған экспедицияла ла ҡатнаша. Халыҡ ижадын йыйыусы булып.

"Ирәндек" һүҙенең килеп сығыу тарихы. Ирәндек - ул үҙгәртелгән һүҙ. Ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң ул? Элек башҡорт халҡы Урал итәгендә йәйләү менән йәшәгәндәр. Мал көтөп, ҡымыҙ эскәндәр. Ирәндек тауҙарына килеп сыҡҡандар. Ҡышҡылыҡта семъялары икенсе урында, ә мал көтөүсөләр башҡа урында йәшәгәндәр. Шунда көтөүселәр өйҙәренә ҡайтып килер булғандар. Ҡатындары һорағандар: "Нисек һуң, яңы ерҙә малдарығыҙ, өйрәндеме һуң" - тип. "Өйрәнделәр инде, өйрәнделәр, үҙебеҙ ҙә өйрәндек", - тип яуап биргәндәр көтөүселәр. Халыҡ араһында өйрәндек һүҙе Ирәндеккә әйләнеп киткән.

Таналыҡ һәм Быҙаулыҡ һүҙҙәренең килеп сығыуы. Хәйбулла районында Таналыҡ һәм Быҙаулыҡ йылғалары бар. Исемдәре ҡайҙан алынған?

Был турала Абдулла олатай ошоларҙы һөйләй:
Элекке ваҡытта башҡорт халҡы йәйләүгә ҡунаҡ саҡырһалар ҡымыҙ менән һыйлар булғандар, ырыу-ырыу булып йәшәгәндәр, Таналыҡ йылғаһы буйында Асҡар Балапановтар ырыуы йәшәй. Быҙаулыҡ йылғаһы буйында Зөлҡәрнәй аҡһаҡалдың малы һыулай. Шул ике бай ҡунаҡта ҡымыҙ эсеп иҫерешеп һүҙгә килешәләр.

Зөлҡәрнәй әйтә: "Һин дә, Асҡар, кеше булып һөйләшеп ултыраһың, һинең һыулаған һыуың, минең ала танам эсеп туярлыҡ та түгел бит".

Асҡар әйтә: Һин дә маҡтанған булаһың. Һинең һыулаған һыуыңда минең ала быҙауым туйғансы эсерлек түгел".

Шунан килеп сыға инде Таналыҡ менән Быҙаулыҡ йылғаларының исеме.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Ер-һыу атамалары> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.361&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 24.06.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8