<Сеңләүҙәр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Сеңләү (Сенгляу).>
Жанр: Песня (обрядовая, причитание).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Идрисово.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 148-152.
Записано студентками Кагармановой и Мансуровой от Ганиевой Багии Файзулловны (1909 года рождения)

<Сеңләүҙәр>

Салауат районы, Иҙрис ауылы Ғәниева Бәһиә Фәйзулла ҡыҙынан (1909 йылғы) Каһарманова менән Мансурова яҙып алғандар.

Сапсаҡ та сапсаҡ аҡ борсаҡ
Аш итмәнең, бәйнәкәйем.
Бер-ике йылға иш инем,
Иш итмәнең дә инәкәйем.

Аҡ сепрәккә төйнәгәнең
Аҡыҡ ҡына инеме әйнәкәйем.
Аҡыҡ ҡына кеүек һатыбиҙең
Артыҡ ҡына инеше, әйнәкәйем.

Минең инәкәйем утын вата,
Артҡы итәкәйҙәрен һыҙғанып.
Инәкәйем мине һатып бирҙе,
Асы әпекәйҙәрен ҡыҙғанып.

Инәкәйемдең өйөндә
Ултырғанҡайым ултырғыс,
Ултырғыстарын ҡыҙғанып,
Һатып ебәрҙе быйыл ҡыш.

Мин ашай торған ҡалаҡты
Уша башына һалығыҙ.
Уша буйынан төштө ниһә,
Эйәһе юҡ тип алығыҙ.

Ҡыллы ла ҡаҙан ҡылындин,
Бөҙрә сәс урай билемдин.
Китмәҫ тә инем өйөмдән,
Инәкәйем ҡыуа өйөмдән.

Ишегең ҡыйыҡ, төҙ яңаҡ,
Күтәрә генә керҙем, әтекәйем.
Китәргә беҙгә ат еккәндәр,
Күрешә генә килдем, әтекәйем.

Ишегең алды туң тимер,
Аяҡайым өшөй, туның бир,
Китергә генә беҙгә ат еккәндәр,
Бәхиллек менән ҡулың бир.

Иртә лә тыуа шул көндәр,
Кистә лә тыуыр шул көндәр.
Ниңә йыламайһығыҙ, һеҙ ҡыҙҙар,
һеҙгә лә килер шул көндәр.

Ат өҫтәрендә ыңғырсаҡ,
Һике өҫтәрендә һәңгерсәк.
Инәкәйемдең ҡулдарында
Ун етеләргә еттем саҡ.

Табаҡ та табаҡ ҡаба май,
Аш итмәнең дә, инәкәйем,
Бер-ике йылға иш инем,
Иш итмәнең дә инәкәйем.

Ҡыллы ла ҡаҙан бирҙеләр,
Ҡайнатылмаһын, тинеләр.
Уҫал ерҙәргә бирҙеләр,
Көн күрмәһен, тинеләр.

Инәкәйемдең өйөндә,
Ултырғанҡайым бер таҡта.
Бер таҡталарын ҡыҙғанып,
Һатып ебәрҙе бер яҡҡа.

Елкенмә, Ерәнсәй, елкенмә,
Еҙ югәндәреңде өҙәрһең.
Йылама, инәкәйем, йылама,
Үҙ биргәндәреңә түҙәрһең

Өй артындағы туң киҫкәне,
Эретергә һалығыҙ мейескә.
Ат егәләр беҙгә китергә,
Ҡунаҡ өйө бирегеҙ бер кискә.

Күтәрмәң бейек менә алмам,
Ишегең ҡыйыҡ керәлмам.
Инде лә китеп барҙыниһәң,
Йыл тәүлеге үтмәй киләлмам.

Аласа шаршау, ефәк бау,
Һин бәйләнең дә, еңгәкәй.
Килгән дә ҡоҙа китер ине,
Һин димләнең дә, еңгәкәй.

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Санаға бесән тейәүле.
Мөгөшкә таба ҡарағайным,
Төрөпкәһе тора һөйәүле.

Һауыла торған һыйырымдың
Алғы имсәктәре көпшәктәй.
Шунда ултырған кейәүҙең,
Ауыҙы-башы көршәктәй.

Шоҡшиҙе буйы йылыуҙы
Юныс ҡыҙҙары һылыуҙыр.
Юныс ҡыҙҙарын алам тип,
Ҡарт бүре кеүек олойҙар.

Еңгәсәй ҡоймаҡ бешерә,
Ян кеҫәһенә тултыра.
Шул дошман ҡасан китә тип,
Йылап та, һыҡтап ултыра.

Инәкәйем мине ник таптың,
Атаҡайым мине ник һаттың.
Мине генә һатып ни алдың,
Ялтырак-ялтырак ҡына аҡса алдың.
Ялтырак аҡсаң күп булыр,
Минең кеүек балаң юҡ булыр.

Ултырҙым уша буйына,
Һөрөм дә тейҙе башыма,
Һөрөм дә түгел, ни түгел,
Инәкәйем етте башыма.

Сылтыр ҙа сылтыр ат егергә
Талманымы, атаҡайым, беләкәйең.
Сылтыратып ҡына ебәрергә,
Янманымы, атай, йөрәкәйең.

Әмерҙектәрем әмерҙе,
Үҫкән еркәйҙәрем ҡәҙерле.
Төшкән еркәйҙәрем ут күк булһа,
Ҡыҫҡа ғына бирһен ғүмерҙе.

Инәкәйем биргән таш туҫтаҡ,
Мин таштаһам да ыуалмай.
Минең инәкәйем таш күңел,
Мин илаһам да иламай.

Өй башындағы тирене
Ел ташлай ҙа эт ашай.
Ошонда ултырған кейәүкәй,
Ниәмә тип, бығырҙай.

Ялан ғына ерҙең әй шипкәнен,
Ел ҡоя ла аның кипкәнен.
Белмәй генә ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым
Йәш ғүмеркәйемдең үткәнен.

Елә генә саба күк юрға,
Арҡа өҫтәренән йөрөгән боландай,
Йәшлек кенә дәүерең үтеп китһә,
Бөгөлөрһөң ҡара йыландай.

Үткән йәш ғүмеркәйемде,
Эҙләйем, табалмайым.

Ялан ғына ерҙә йөрөгән саҡта
Түштәремә сәскә ҡаҙаным.

Күп ерҙәргә сығып ай йөрөнөм,
Йәшлек ғүмерҙәремде табалманым.

Өйөр йылҡы, ғына араһынан
Юрғалап та килә күк юрға.

Эй, балаларым, йәш ҡалдығыҙ,
Һағынырһыҙ инде күп йылға.

Йылтыр-йылтыр ғына ут күренә,
Йәшен уты микән, ни икән.
һеҙ туғандар менән бергә ултырыу,
Ғүмерҙәргә тора минуты.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Сеңләүҙәр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.37 (дата обращения: 24.11.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8