<Йыр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня). >
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Акназарово.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 49-50.
Записано от Суриной Набиры Хусаиновны, 46 лет. Имена фольклористов не указаны.

<Йыр>

Аҡназар ауылы. Нәбирә Сурина Хөсәен ҡыҙынан яҙып алынды (46 йәш).

Бәләкәй генә туры атҡайымды
Үҙгенәйем менеп үк өйрәттем
Ай, үпкәләмә, ҡайным, үпкәләмә
Үҙгенәйем яман уҡ өйрәттең.

Сәхрәләргә сығып уҡ йөргәнемдә
Күҙем төштө умырзыяға.
Ай, бер ҡараным байға, бер фәҡирғә
Фәҡир ғүмер үтә бит заяға.

Иртәнсәкәй томан, кис тә томан
Ник асылмай икән был томан.
Эй, иртәләй генә тороп бер ҡараһам
Үтенеп-үтенеп һораһаң, мин булмама.

Ерәнсәй үк атым еләр өсөн
Көмөш ҡуйҙым ҡайыштай еләнгә
Зауҡылай ғына ғүмерең үҙмаҫ элек
Доға ҡылдыр йәнеңдәй һөйгәнгәй.

Һай, егет кенә сакта, һин шулай бул
Ат өҫтөндә йөрө боландай.
Егет кенә ғүмерең үтеп китһә
Бөгөлөрһөң ҡара йыландай.

Ай, түңәрәкәй күлдең күк суртаны
Һыуғынайы бөтмәй ҙә үлмәһен.
Ни күрмәне беҙҙең был башыбыҙ
Бер рәхәт күрмәй үлмәһен.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йыр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.395&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 21.08.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8