Ғәзизәкәй // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Ғәзизәкәй (Газизакей).
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Акназарово.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 52.
Записано от Суриной Набиры Хусаиновны, 46 лет. Имена фольклористов не указаны.

Ғәзизәкәй

Аҡназар ауылы. Нәбирә Сурина Хөсәен ҡыҙынан яҙып алынды (46 йәш).

Иртәнсәкәй тороп тышҡа сыҡһам, Ғәзизәкәй
Баҡырып-баҡырып килә бөйрәкәй.
Бөҙрәкәйҙең һауған эйәһен күрһәм
Өҙөлөп кенә бара йөрәкәй.

Иртәнсәкәй тороп, һыуға барһаң, Ғәзизәкәйем
Һуңға ҡалһаң һыуҙар болғана.
Эскенәйең бошһа сыҡ сәхрәгә Ғәзизкәйем
Бер беҙ генә түгел, ҡоштар ҙа моңлана.

Алтын ғына көмөш ай байларҙа Ғәзизәкәй.
Йоморо ғына тояҡ тайларҙа.
Ошо айларҙа ғына ҡауыша алмаһаҡ,
Төн ҡыҫҡара тыуыр айларҙа.

Сәхрәләргә сыҡһам, күрер инем, Ғәзизәкәйем
Төрлө сәскәләрҙең ярғанын.
Беләкәйемдән тотһаң, беләр инем, Ғәзизәкәйем,
Йөрәкәйемдең утҡа янғанын.

"Ғәзизәкәй" йырының легендаһы.
Бер бай егетенең үҙҙәрендә эшләп йөрөгән ялсы ҡыҙына күҙе төшә. Улар бер-береһен яраталар. Ләкин егеттең ата-әсәһе ҡыҙҙы алырға риза булмайҙар, ярлы тип. Егет бының менән килешмәй.

Йәйләүгә күскәс, егет һәр көндә килеп, ҡыҙҙың һыйыр һауғанын ҡарап торор булған. Ағасҡа, һөйәлеп, ул һәр ваҡыт шул йырҙы йырлаған. Ахырға егет менән ҡыҙ ҡасҡандар, һәм бәхетле йәшәй башлағандар. Был ҡаҙаҡ далаларында булған.

 

Ссылка на эту публикацию:

Ғәзизәкәй [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.398&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD-%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 21.08.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8