<Таҡмаҡтар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Таҡмаҡтар (Такмаки).>
Жанр: Такмак.
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Алькино.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 156-164.
Записано студентками Диникеевой и Зариповой от Хабитовой Емеш. Возраст информатора не указан.

<Таҡмаҡтар>

Салауат районы Әликә ауылында йәшәүсе Хабитова Емештән Диникиева һәм Зарипова тарафынан яҙып алынған йырҙар һәм сеңләүҙәр.

<Төртмә таҡмаҡтар (Озорные такмаки)>

Ҡыҙҙарҙың бар төрлөһө
Ҡыҙарып бешкән алма ти.
Ҡызҙарҙың бар шундайы
Иҙелеп бешкән һалма ти.

Ҡыҙҙарҙың бар төрлөһө
Ҡыҙарып бешкән еләк ти.
Ҡыҙҙарҙың бар бер төрө
Ҡонон һалған бейәләй ти.

Ҡыҙҙарҙың бар төрлөһө
Ҡыҙарып бешкән сейәләй ти
Ҡыҙҙарҙың бар бер төрлөһө
Төбө төшкән силәктәй ти.

Ҡыҙҙарҙың бар төрлөһө
Һыу өҫтөндә күбектәй ти.
Ҡыҙҙарҙың бар бер төрлөһө
Арт һепергән сүбектәй ти

<Таҡмаҡтар>

һаңдуғаҫым бәләкәйһең,
Ҡайһы талға ҡунаһың.
Уйҙаниһәм күҙ алдымда
Торған кеүек булаһың.

Йырлайыҡ йыр әле
Егерме ике көйҙәргә.
Егерме ике көйҙәргә,
Ҡалһын һағынып һөйләргә.

Минең йөрәкәйем әрней
Уттарға бешкән кеүек.
Ике балам тиң юғалды
Һыуҙарға төшкән кеүек.

Ҡашың ҡара, күҙең күк,
Һөйләргә һүҙем бик күп.
Һөйләр инем һүҙемде,
Күреп туймайым үҙеңде.

Һандуғасҡай һайрай сут-сут тип,
Ике балам юҡ-юҡ тип.
Өҙөлөп һорайым һандуғастан
Улар ҡайҙа булды тип.

Һандуғастың һайрауҙары
Ниңә, былай моңло икән.
Моңло бала түгел инем,
Хәҙер ниҙәр булды икән.

Һары матур, һары матур,
Һары матур һайларға.
Хоҙай миңә яҙған икән,
Бала тип моңайырға.

Лимон Һары, лимон һары,
Һарғайҙым лимон кеүек.
Балаларым тип һарғайҙым,
Булмағыҙ минең кеүек.

Берегеҙ алма, берегеҙ хөрмә,
Берегеҙ ҡурай еләге.
Әсегеҙ ҙә, ашағыҙ ҙа,
Бөтмәҫ донья кәрәге.

Балаларым һеҙ килдегеҙ,
Күрмәнем килгәнеңде.
Яҡты йондоҙға оҡшатам
Йылмайып көлгәнеңде.

Һандуғастар өҙөлөп Һайрай
Беҙҙең ситәнебеҙҙә.
Һис күңелем ышанманы
Ситкә китәребеҙгә.

Һандуғас һайрап белгертте
Ҡунаҡтар килде тиеп.
Өҙөлөп һорайым һандуғастан
Балаларым бармы тиеп.

Бейек тауҙың баштарында
Болан йөрөй көтөүһеҙ.
Әсем боша, йөрәгем яна,
Яна йөрәгем төтөнһөҙ.

Уфаларҙан килгән саҡта
Төрлө ерҙәрҙе үттем.
Төнө-көнө йоҡламайса
Һағынып һеҙҙе көттөм.

Ағиҙелдә кер йыуғанда
Аҡты аҡ бейәләйем,
Һандуғас талға һөйәлә,
Мин ҡайҙа һөйәләйем?

Ағиҙелдә кер йыуғанда
Ағып китте аҡмаҡтам.
Балаларым, эҙләй сыҡһам,
Нежули эҙләп тапмам.

Күгәрсен булып гөрләшһәм,
Күгәрсендәр тимәҫтәр.
Һеҙҙең өсөн үләр инем,
Һеҙҙең өсөн үлде тимәҫтәр.

Һандуғастар һайрай ояла,
Оялары аның ҡаяла.
Һеҙҙе күрмәгәндә һүҙ күбәйә,
Һеҙҙе күргәс йөҙҙәр ояла.

Минең бармағымда көмөш балдаҡ,
Аның исемдәре Мәхүәрә.
Минең эскәйемдә ут-ялҡын,
Уңы Һөйләмәйем берәүгә лә.

Бармағымда көмөш йөҙөк
Уның исемдәре Әнүәр.
Әллә берәр ваҡыт бөтөр микән
Минең йөрәгемдә әрнеүҙәр.

Ҡайтыр ҙа ғына инем илемә,
Йәш үләндәр үҫкән юлыма.
Йәш сағымда гөрләп донъя көттөм,
Хәҙер ҡалдым кеше ҡулына.

Һандуғастар ҡайҙа? - урманда,
Уның балалары ҡурайҙа.
Бәндә балалары ни хәл итһен
Тупраҡтары ҡайҙа, үҙе унда.

Беҙҙең илдән аҡҡош биҙҙе
Ҡоран күле кипкәнгә.
Бәпкәләрем таралдылар
Илдә ризыҡ бөткәнгә.

Ҡоран күлдәрендә күрҙем
Ҡаҙҙарҙың теҙелгәнен.
Әҙәм белә, алла белмәй
Эскәйем өҙөлгәнен.

Самауырҡайҙарың тиҙ ҡайнаһын
Һалып ебәрһәнә бер күмер.
Туғанҡайҙарыма бер йырлайым,
Бер утырыуҙарым бер ғүмер.

Самауырҙар ҡуйҙым ҡайнарға
Өфөләрҙән килгән байҙарға.
Эскенәйем бошоп, йөрәгем яна
Бик һарғайҙым ошо айҙарҙа.

Аттым, аттым ал алманым,
Ҡара урман ҡоштарын.
Юҡ бит минең һеҙҙең кеүек
Эсем өҙгән дуҫтарым.

Элеп ҡуйҙым, алып кейҙем
Ҡара пинжәкәйемде.
Ситтәргә серең һөйләмә
Алыр үҙәкәйеңде.

Аҡ яулығың, зәңгәр шәлең
Элеп ҡуйҙым елдәргә.
Ағым һыуҙарға ағайым,
Бер кемем юҡ йәлләргә.

Селтәр элдем ситәнгә,
Елбер-елбер итергә.
Бында килдем көн итергә,
Инде ҡайҙа китергә?

Баҡсаларҙа үҫкән ҡуш тирәк,
Уның береһен киҫергә кәрәк.
Кеше үлмәгән ерҙә үлмәҫ инек,
Ниңә ситкә китергә кәрәк.

Баҡсаларҙа үҫә ҡуш нарат,
Бәйләп ҡуйҙым пар һарат.
Минең ҡайғыларым һеҙгә булһа
Түҙә алмаҫһығыҙ бер сәғәт.

Югерә-югерө мин йүгерҙем
Тота алманым үрҙәкте.
Ғүмеремә онотманым
Һеҙҙән күргән хөрмәтте.

Яныҡайым йән кәрәк,
Йәнем, һиңә ни кәрәк.
Йәнем өҙөп бирер инем,
Йәнем үҙемә кәрәк.

Алма ашайҙар, алма ашайҙар,
Алманың ни туҡлығы.
Нурлы йөҙөмдө һарғайтты
Балаларым юҡлығы.

Бәләкәй генә баҡырса,
Һеҙ килдегеҙ саҡырғас.
Самауырҙар ҡайнаған,
Ҡоймаҡтар ҙа майлаған.

Фуражкаңды күтәр, күтәр,
Күтәрһәң елдәр үтәр.
Был донъялар үтәр, китәр,
Татыулыҡҡа ни етәр.

Баҡсалағы алмағастар,
Береһен алдым һабан уғына.
Һыҙылып та сыҡҡан мыйығыңды
Ҡыҙҙар юрай ҡалпаҡ суғына.

Сын сынаяҡтарға сәй һалдым,
Эсмәҫ булһаң сәй һалмаҫ инем.
Минең ҡайғыларым һеҙгә булһа,
Аяғыма баҫа алмаҫ инем.

Сәрм булып йөрөй торғас,
Мин таптым да милай япыраҡ,
Милай япыраҡтар кеүек йәшәр инем,
Йәштән күрҙем ҡайғы хәсерәт.

Бейек тауҙан сейә йыйҙым
Бөрлөгәндәре менән.
Йөрөгәндә йөрөнөм инде
Бер тигәндәре менән.

Ултырған ерем тәхетем,
Ник булмаған бәхетем.
Булыр ҙа ине бәхетем,
Үтте эшләр ваҡытым.

Ҡулдарыма тотҡан туҫтағым
Аҡ уҡалар менән туғылған.
Ошо стаканды бөтөрөп эсһәң
Һин булырһың минең дуҫҡайым.

Һыу буйҙары зәңгәр сәскә
Туғайҙары һырылғандыр.
Беҙҙең менән ултырғандар
Хәҙер һағына торғандарҙыр.

һыуҙар аға, һыуҙар аға,
Һыуҙар аҡмай үрҙәргә.
Күрмәгәнде күрмәйенсә
Кереп булмай гүрҙәргә.

Бейек тауҙа болан саба
Сапҡан юлдары таҡыр.
Һағыныуҙар күҙҙән аша,
Бирһәнәгеҙ бер аҡыл.

Стакандың төптәрендә
Тәңкә сифаттары бар.
Стаканды бөтөрөп эсһәң,
Тәнгә сихаттары бар.

Елберҙәй, елберҙәй югереп сыҡтым,
Елдәр аса минең ҡуйынымды.
Янып та, көйөп йөрөгән сакта,
Асыусылар юҡ бит күңелемде.

Һауаларҙа осҡан аҡҡоштоң
Ауыҙҙары тулы балауыҙ.
Ҙур итмәһәләр ҙә хур итмәҫтәр,
Ҡулығыҙҙа үҫкән балағыҙ.

Ҡашҡайым ҡара булды,
Башҡайым моңло булды.
Был хәҙәре моңло булып,
Яралмаһам ни булды.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Таҡмаҡтар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.41&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 28.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8