< Йыр > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня). >
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Сагитово.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 67.
Записано от Мамбетова Вакила Мустафаевича, 1907 года рождения, студенткой БашГУ Г.Кутлугильдиной.

< Йыр >

Мамбетов Вәкил Мостафа улының ике йыл ауырып ятҡанда сығарған йыр, 1907 йылғы. Ҡалтай ауылы. Инвалид. 1968 йыл Кутлугулдина Г. яҙып алған.

Кәләмбер ҙә баҙянды
Күрһәң ине сәскә атҡанын
Үткән генә ғүмер кире ҡайтмай,
Күрһәң ине кире ҡайтҡанын.

Ерәнсәкәй атым елгән саҡта
ыштыякайҙары киң кәрәк
Башҡорт ҡына йырын йырлау өсөн
Ал ефәктән йомшаҡ тел кәрәк.

Ҡарсыға ла тигән эй аҫыл ҡош
Ҡош ҡундырмай ағас башына
Ирмен тигән, эй, ир егет
Эш төшөрмәй ғәзиз башынан.

Ҡырларҡайларымда ҡырлы ҡурай
Баҫып һайрай икән бер турғай.
Шул турғай ла булып һайрар инем,
Тел асҡысын бирмәй ҙә бит хоҙай.

 

Ссылка на эту публикацию:

< Йыр > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.417&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8