Сәлимәкәй // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Сәлимәкәй (Салимакай).
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Илячево.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 72.
Записано от Габбасовой Рахимы, 1916 года рождения. Имена фольклористов не указаны.

Сәлимәкәй

Ғәббәсова Рәхимә Йәнтеш ауылынан Турат ауылына ҡунаҡҡа килгән. 1916 йылғы

Һандуғасҡай һайрар ай ер түгел.
Кәкүк кенә саҡырыр ер түгел.
Илама ла Сәлимәм ай илама,
Аяҡ атлап ҡайтыр ер түгел.

Юл буйында ятҡан бүҙәнәне,
Һуҡмайынса үттем үлә тип.
Ҡаршы ла ғына килгән Сәлимәкәйҙе
Үпмәйенсә үттем юллар уңмай тип.

Ирәндекәй тауының ай башына,
Тора-тора мендем ташына
Илдә-генә матур һин Сәлимәм
Ғыйшыҡ булдым ҡара ҡашыңа.

Ер еләккәйҙәрен йыя-йыя
Ал итәкәйҙәрем тулды инде.
Һин Сәлимәнән хаттар көтә-көтә
Йәш ғүмеркәйҙәрем уҙҙы инде.

 

Ссылка на эту публикацию:

Сәлимәкәй [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.423&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 23.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8