<Вәхит йыры> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Вәхит йыры (Песня Вахита). >
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Таштугай.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 83-84.
Записано Имена и возраст инофрматоров и фольклористы не указаны.

<Вәхит йыры>

Таштуғай ауылы.

Ошо яҡтарҙа Утяшев Вәхит исемле бер кеше йәшәгән. Ул бик батыр кеше булған. Бур тип уға бәлә яғалар. Бер нисә рәт ҡулға алалар уны, ҡаса. Һуңға табан ҡасып, йәшенеп йәшәй. Һәм ошо ваҡытта ысынлап та уғырылыҡҡа һалышып китә. Шуға арналып сығарылған "Вәхит" йыры.

Бейек кенә тауҙы бейек тиҙәр
Бейек микән сәмси тауҙары.
Нахаҡ бәләләр менән подсуд биреп
Тынармы икән Кәрим ауылы.

Түңәрәкәй ҡыуаҡ
Менгән туратым төйәге
Ризык яҙған ергә ирҙәр бара
Туфраҡ яҙған ерҙә һөйәге.

Һапа талдың туғайын
Һай тал алған.
Тармаҡ-тармаҡ итеп таралған.
Судҡа биреп мине ҡурҡытмағыҙ.

Минең йөрәк таштан яралған.
Баҡыра ла һыйырым, ай баҡыра
Баҡыра ла тиеп ҡурҡмағыҙ.
Өйҙә ҡалған яңғыҙ Хәсәнемде
Атаһы ла юҡ тиеп һуҡмағыҙ.

Һуңынан Себергә ебәрелгән. Шунда хәбәрһеҙ юғала.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Вәхит йыры> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.429&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 23.09.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8