Һинең менән булған саҡтарым // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Һинең менән булған саҡтарым (Когда я была с тобой).
Жанр: Стихотворение.
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 92-97.
Записано Имя и возраст информатора и фольлклористы не указаны.

Һинең менән булған саҡтарым

Бәғерем һинең менән бергә саҡта
Сикһеҙ матур тормош ҡора инек!
Дошмандарҙың күҙ алдында балҡып
Сәскә атҡан гөлдәй тора инек.

Тулҡынмасы диңгеҙ ай тулҡынмасы
Кәрәп ҡанаттарын киҫәһең.
Яуыз дошман фашист һуғыш асып,
Тормош бәхетебеҙҙе киҫәһең.

Өйҙән сығып аттарға ултырғас,
Аҡ яулығын миңә болғаны
Балаҡайҙары өйҙә йылап ҡалғас,
Баҫыр хәлкәйҙәрем ҡалманы.

Өҙөлөп һөйә инек бер беребеҙҙе
Ташламаҫҡа тиеп ғүмергә.
Ошо бәхетһеҙлек килер тиеп
Уйламаған инек һис берҙә.

Матур итеп тормош төҙөгәндә
Йыраҡ киттең бәғрем айырылып.
Тупраҡтар ситкә тартҡан икән
Ҡараманың илгә ҡайырылып.

Оҙатҡан саҡта ҡулым ҡыҫтың
Бик үк өҙөлөп-өҙөлөп йыланым.
Ошо саҡта һуңғы минут булған
Мәңгелеккә күрә алманым.

Ағиҙелкәйҙәге аҡ ҡоштарҙы
Ала алманым төҙәп атҡанда
Бәғерекәйем һине онота алмам
Тар кәбергә кереп ятһам да

Түштәремә сәскә ҡаҙар инем
Һары сәскә умырзая ла
утыҙ өс йәштә ҡалдым иптәшемдән
Сәскә ғүмер үтә заяға.

Әкрен генә иҫкән таң еленә
Ағас япраҡтары кибәләр.
Бергә саҡтар минең иҫкә килһә,
Үҙәктәремде өҙәләр.

Ем-ем ҡара сәстәремде
Айырып-айырып үрәмен,
Мәңгелеккә яңғыҙлыҡҡа ҡалам
Айырылғас бәғрем күрәһең.

Инде донъя туйҙым һинән
Һин дә туйғанһыңдыр минән
Ошо йәштәремә етеп
Ни рәхәт күрҙем һинән.

Ҡалды Юнир әтекәйен күрмәй
Бойоғор ҙа халыҡ ҡайтҡанда.
Әти-әти тип һикереп уйнай
Күкрәгемә аяғын баҫҡан да.

Дамир тороп ҡалды ике йәштә
Көндә һөйләй әле онотмай
Хатын алып уҡыйым атаһының
Йәш күңелкәйҙәрен һыуытмай.

Ҡулымдағы балдағымдың
Исемдәре Теләшбай.
Рамкала карточкаһы
Телдәре юҡ һөйләшмәй.

Был ниндәй күл икән бигерәк матур
Байкал күлдәренә оҡшаған
Һуғыш бөттө халыҡ ҡайтып бөттө
Инде бәбкәм ышанам.

Үтер микән ғүмерем янып көйөп
Һүнмәҫ микән бәғрем ялҡыны.
Ошо ялҡын һүнмәй гүргә керһәм
Баҫыр микән ҡәберем һалҡыны.

Дамир фоталарын ала ҡулдарына
Төшкән аттарҙы атланып.
Төштә күреп бала атаһын
Иртән тороп һөйләй шатланып.

Аҡ ойоҡ сандалы менән шатмы инәйең
Ҡырҡ беренсе йылда һуғышҡа китеп
Вафат булды бәбкәм әткәйең.
Ер еләге бешеп килә бешмәйенсә йыймағыҙ.

Аҡҡош ҡарап оса күлдәргә
Һандуғастар һайрай гөлдәрҙә.
Күрмәгәнгә дуҫтар күрһәтмәһен
Түҙем бирһен дуҫтар күргәнгә.

Әй буйынан алып һары ҡайраҡ
Сыңғыратып салғы ҡайраным.
Һылыулыҡтарҙы тиңләр өсөн
Болондарҙан сәскә һайланым.

Күләгәле төбөндә ҡарт тирәктең
Бәйләп ҡуйҙым төбөнә ҡара атым.
Талсыҡҡанда саҡта таянырға
Һеҙ үҙегеҙ бәбкәм ҡанатым

Бара торғас күл буйынан
Ҡара урманға керҙе юлдарым.
Әллә бәхетһеҙ тыуҙым әсәнән
Таба алманым бәхет юлдарын.

Бер-бер тамған үткән тамсыларҙан
Хасил булды дәрт ташҡыны.
Шаулап аҡҡан дәрт ташҡынылай
Илап үтте ғүмерем йәш түгеп.

Ҡырғыҙ сәхрәһендә әй ҡомлоҡта
Һиҙәм шунда елдең иҫкәнен.
Гөл япраҡтарында сәсәк бөтһә,
Һиҙәм шунда ғүмерем үткәнен.

Аяҡ баҫҡан инем был донъяға
Шатлыҡ менән ғүмер күрергә.
Көтмәгәндә инем йәш саҡтан уҡ
Шундай ауыр тормош күрергә.

Ҡайғыларым төшә ал ҡояшҡа
Ҡояш һүнеп ҡара төн була.
Түккән йәшем бер ергә йыйыла
Уйһыҙ ерҙәр тулып күл була.

Йәш ғүмерем үтә михнәт менән
Суҡтай кеүек йөрөйөм ҡаңғырым.
Шатлыҡ менән үтәр минуттарым
Үткәрәм дә йығылып.

Ҡара ҡандар тамалыр бәғеремдән
Яуыз ҡулды яҙмып ҡыҫҡанда.
Ҡанаттары ҡайырыла өмөт ҡошоноң
Бәхет йондоҙона осҡанда.

Табындым йәштәргә өмөт менән
Сәждәләргә эйелеп бағындым.
Ҡабул булманы һис теләктәрем
Һаман әрнеп ситкә ҡағылдым.

Япраҡтары түбән төштө
Таба алмайым уға һибергә
Хәсрәт уттарына ҡаршы барып
Яҡынлаштың инде кибергә.

Гел сәсәге нисек саф булһа ла
Оҙаҡ тормай ул да ҡойола,
Йәш үтмәҫ кеүек йыйылһа ла
Нәҡ шул сәскә кеүек ҡойола.

Ҡайһы ваҡыттарҙа уйға батам
Әллә ниҙәр килә күңелгә.
Аслыҡ мохтажлыҡтар барһын шуға ла
Ләкин күңел тыныс түгелгә

Ҡайсан тыныс табыр был күңелем
Төрлө уйҙарға батҡан китәләр,
Йоҡлай алмай үткән минуттарым
Тыныс йоҡоларға әйләнеп китәләр.

Көн асылһа болоттарға
Ихтыярһыҙ ҡояш йылмая.
Йәмле йәйҙәр үтә, көҙҙәр етә
Ҡайғылы баштарым моңая

Ҡыҙғанам йәшлек саҡтарымды
Уҙғанында һиҙмәй ҡалғанмын.
Хәсрәт менән үтте йәш ғүмерем
Һиҙҙем арығанмын талғанмын.

Йыраҡтарҙан беҙгә файҙа ҡайҙа
Яҡындарҙан күрәм гел йәбер.
Йәш йөрәктән ҡандар тамған саҡта
Табылмай ҙа ысын дуҫ меңгә бер.

Осҡан ҡоштар сәләм килтергә ине.
Бәбкәм торған йыраҡ илдәрҙән.
Һәр көн һайын һағынып сәләм көтәм
Һеҙҙең яҡтан иҫкән елдәрҙән.

Кәкүк тә ҡысҡырыр ер түгел,
Һандуғастар ҡуна тал түгел.
Һағыныу түгел ҡайғырырһың
Югерә атлап барыр ер түгел.

Ҡара урман, ҡоштарҙың уртаһына
Төшәлер ҙә аттың яҡтыһы
Бәбекәй үҫирҙәрен көтә-көтә
Үтеп китте ғүмерем яртыһы.

 

Ссылка на эту публикацию:

Һинең менән булған саҡтарым [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.444&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 29.04.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8