<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йырҙар (Песни).>
Жанр: Песня (бытовая, плясовая).
Место записи: Оренбургская область, Кувандыкский район, д. Бурангулово.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М.Х. Мингажетдинова; л. 88.
Записано студентом Рифом Туйгуновым от Яубасаровой Райсы (21 год, башкирка).

<Йырҙар>

Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы, Буранғол ауылында йәшәүсе Яубасарова Рәйсәнән (21 йәштә, башҡорт) Риф Тойғонов яҙып алда.

Йәйге көндәр шулай матур була,
Һандуғастар һайрай таңында.
Тормош тулҡындары айырһа ла,
Күрешербеҙ әле тағын да.

Шулай бит ул, иркәм, уҫал тормош
Ғүмер буйы бергә йәшәтмәй.
Айға түгел, бер нисә йылға ла,
Бер-береңдең йөҙөн күрһәтмәй.

һандуғастар моңло һайрағанда
Ярһыулана минең йөрәгем.
Алғы көндә тағы ла бергә булыу,
Бергә йәшәү минең теләгем.

Бигерәк тә йәмле Иҙел буйы
Тирә-яғы матур урмандар.
Мәңге иҫтәремдән сыҡмаҫ инде
Һинең менән бергә булғандар.

Һине уйлайым, иркәм, һәр ваҡыт,
Башым була инде диуана,
Һине уйлап йәш ғүмерем үтә,
Онотҡандыр тиеп уйлама.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.45 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8