<Таҡмаҡтар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Таҡмаҡтар (Такмаки). >
Жанр: Такмак.
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. Калтаево.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 106-109.
Записано от Мамбетовой Шамсинур Мирсаифовны, 1911 года рождения. Имена фольклористов не указаны.

<Таҡмаҡтар>

Ҡалтай ауылы. Мамбетова Шәмсинур Мирсәйеф ҡыҙы. 1911 йыл тыуған.

Атты екһәң ек яҡшыһын,
Ялы ергә тейгәнен.
Йәрҙе һөйһәң һөй матурын,
Ауылда бер тигәнен.

Кулдәгем сыбар әле.
Быйылға сыҙар әле.
Йәрем дә юҡ, ҡайғым да юҡ,
Насибы сығар әле.

Алмағасҡа бәйләп ҡуйҙым
Алма сыбар атымды.
Алмай ҡалыу тейеш түгел,
Быйыл сыҡҡан заемды.

Бейек тауҙың баштарында
Көтөүе менән айыу.
Үҙе һөйгәс һөйгән инем,
Хәҙер не принимаю

Түбәтәйең сикәлә,
Һинең йәшең нисәлә?
Һинең уйыңды мин беләм
Һинең уйың бисәлә.

Бейек тауҙың баштарында,
Баҡа йөрөй һыу тапмай.
Ҡулъяулыҡҡа алма төрөп,
Егет йөрөй ҡыҙ тапмай.

Ап-ак еләк сәскә ата,
Таш ҡойма буйҙарында.
Иртә иҫемдә, кис төшөмдә,
Һин яныйым уйымда.

Ҡулымдағы балдағымдың,
Исемдәре Бәхтияр.
Һандуғастай йәрем ҡалды,
Кем бәхетле шул һөйәр.

Йырлыйҡ әле, йырлыйҡ әле,
Йыр йырлаған шикелле.
Таң алдынан баксаларҙа
Ҡош һайраған шикелле.

Аҡ алъяпҡыс билдәрҙә,
Елберҙәмәй елдәрҙә.
Һандуғастарса һайрамай,
Беҙ булмаған илдәрҙә.

Сәскә йыям, сәскә йыйам,
Алын дә, ҡыҙылын да.
Һыуға төшөп кире сыҡтым.
Башымды йәлләнем дә.

Талдан ишкән оя кәрәк,
Сыбар үрҙәкәйемә.
Ҡарҙан һалҡы һыулар кәрәк,
Янған йөрәкәйемә.

Етеле лә шәм яҡты яна
Эсендә майы булһа.
Ете тороп, ете илайым,
Ете төн уртаһында.

Уйна ҡустым гармуныңды,
Үрләргә менгәндә лә.
Онотмамын үлгәндә лә,
Гүрләргә кергәндә лә.

Алтын алҡа ҡолағымда,
Ялтырайҙыр сыуаҡҡа.
Кулъяулығын болғай-болғай,
Инеп китте ҡыуаҡҡа.

Баҙарҙарҙағы яулыҡтың
Сите аҡ буламикән?
Йәш ваҡытта әбейҙәрҙә,
Шаталаҡ була микән?

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Мырҙабай.
Һөйәм тинең дә һөймәнең,
Ҡулъяулыҡты бир давай.

Аяҙ көндәрҙең болото,
Һеҙ ҡайһы ауыл егете?
Аҡьярский столица,
Беҙ Мәмбәттең егете.

Самауыры төбө тишек,
Төшөп ҡалды бер күмер.
Сәй эсеүе, кем эсеүе,
Ошо ултырыу бер ғүмер.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Таҡмаҡтар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.451&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8