Сибай // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Сибай
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Хайбуллинский район, д. не указана.
Год записи: 1968 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 4 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Хайбуллинский район Башкирии; л. 110.
Записано от Камили, других сведений о ней нет. Имена фольклористов не указаны.

Сибай

Был йырҙың тарихе хаҡында Камилә инәй ҡыҫҡаса ошолай һөйләй "Сибай кантонды Тамъянға һөргөнгә ебәрәләр. Ләкин уны Тамъянда кантон итеп ҡуялар. "Ошондай һәйбәт кешене ниңә һөрҙөләр икән?", тип аптырай халыҡ".

Алыҫтарҙан ялтырап, әй күренә
Күк Ирәндек тауы баштары.
Ҡайҙа ла бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәйҙәрҙең баштары.

Иртәнсәкәй тороп, мин ҡараһам,
Ҡырҡты менән өйрәк күренә.
Тамъян-ҡатай ерен ерһенмәйем.
Зарурайҙан матур күренә.

Ебәк кенә билбау - бил күрке.
Сисәһеләрем килмәй билемдән
Тамьян ғына, һиңә кантон ай ир булһам да
Китәһеләрем килмәй илемдән.

Алыҫтарҙан ялтырап әй күренгән
Ялан ғына ерҙең кисеүе
Йән биреүҙәрҙән ҡыйын икән
Илдән генә сығып китеүе.

Йәшел генә сана, зәңгәр дуға
Ектерһәнә, Фатимам, туратҡа
Үҙ илемә ҡайтып кантон булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа.

 

Ссылка на эту публикацию:

Сибай [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2018]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.453&w=%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD%EF%BF%BD (дата обращения: 20.08.2018).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8