<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йырҙар (Песни).>
Жанр: Песня (бытовая, плясовая).
Место записи: Оренбургская область, Кувандыкский район, д. Бурангулово.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М.Х. Мингажетдинова; л. 89.
Записано студентом Рифом Туйгуновым от Кубагушевой Хабиры (46 лет).

<Йырҙар>

Ырымбур өлкәһе, Ҡыуандыҡ районы, Буранғол ауылында йәшәүсе Ҡобағошова Хәбирәнән (46 йәштә) Р. Тойғонов яҙып алды

Алыҫ ҡына булһа ла ай күренә
Землямерҙәрҙең һалған межаһы.
Эсмәҫ кенә һыуҙарҙы эсерә
Фани донъя ғына нужаһы.

Быйыл ғына килгән кәкүктәр Йәшел генә микән, күк микән?
Үткән генә ғүмер үтеп китте,
Ҡалған ғына ғүмер күп микән?

Һандуғастың ғына балалары
Таллыкта ла түгел, һаҙлыҡта.
Был донъяларҙың эрәхәте
Байлыҡта ла түгел, һаулыҡта.

Шәм-Шәрифтә тигән ай шәһәрҙә
Кис аҡшамһыҙ ҡапҡа ябылмай.
Үткән генә ғүмер үтеп китә,
Һатын алам тиһәң дә табылмай.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.46 (дата обращения: 25.06.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8