Тәкәббер ҡатын // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Тәкәббер ҡатын.
Жанр: сказка (бытовая).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Калыу.
Год записи: 1963.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М.Х. Мингажетдинова; л. 27.
Записано От Сафиуллина Сахи (53 года), имена фольклористов не указаны.

Тәкәббер ҡатын

Ҡалыу ауылы, Сафиуллин Сәхи бабайҙан (53 йәштә) яҙып алынды.

 Борон заманда бер ҡарт менән ҡарсыҡ йәшәгән, ти. Ҡарт бик уҫал булған, ти. Ул ҡарсығын һәр ваҡыт еңеп өйрәнгән, ти. Ҡарсығы быны бер уҡытайым әле, тип уйлаған. Бер ваҡыт ҡарт һабан һөрөргә киткән. Ҡарсыҡ уның артынан китә, юлда ҡарсыҡҡа бер балыҡсы осрай. Унан бер ҙур ғына балыҡ ала ла, ҡарты янына китә. Ышыҡланып тороп, ҡарты килеүенә бураҙна буйына балыҡты һала. Ҡарт һөрөп килә, килә торғас, аттары ян-яҡҡа тартыла башлайҙар. Ҡарт тере балыҡты күреп ҡала. Ала ла бағана башына элеп ҡуя.

 Был арала әбей ҡайта һалып ауырыған булып ята, ашарға әҙерләнелмәгән. Бабай әбейен туҡмарға итә, ҡарсыҡ ҡысҡыра-ҡысҡыра ла ыңғай указный муллаға китә. Мулла был бабайҙы еңә алмаясағына ышанып, мәзинде алып килә. Мулла менән мәзин өшкөрәләр, әбей ен ҡағылған тип алдай. Бабай:

 - Мин ауырымайым, нишләп мине өшкөрәһегеҙ? - ти һәм һикереп тора, ләкин мулла менән мәзин йыға һуғалар ҡөрьән менән.

 Был арала әбей шаршау артынан теге балыҡты күрһәтә:

 Бабай:

 - Ана теге балыҡ, - тиһә, мулла менән мәзин, быға ен ысынлап ҡағылған икән тип, тағы ла нығыраҡ өшкөрәләр икән. Бабай, быларҙы еңә алмаясағын белеп» төпкә ҡарай ҙа ята. Мулла менән мәзин, бер аҙ тынысланды, тип ҡайталар. Улар ҡайтҡас, әбей:

 - Йә, еңелдеңме? - ти. Шунда ғына бабай үҙенең хатаһын аңлай. Шунан һуң улар бер-береһен тыңлап йәшәй башлағандар, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Тәкәббер ҡатын [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.5 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8