< Таҡмаҡтар > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Таҡмаҡтар (Такмаки).>
Жанр: Такмак.
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Малояз.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 99-101.
Записано студентами Зухрой Буляковой, Ишмухаметом Шараповым, Анисой Хабрахмановой от Габитовой (89 лет).

< Таҡмаҡтар >

Салауат районы, Малаяз ауылында йәшәүсе Ғәбитова әбейҙән (89 йәштә) яҙып алдылар: Зөһрә Буләкова, Ишмөхәмәт Шарапов, Әнисә Хабрахманова.

Һары ғына япраҡ бер үҙе
Ергә генә төшөп ер булмаҫ.
Ҡайҙа ғына барып йөрөһә лә
Ир-егеткәй башы хур булмаҫ.

Ишеккәйем астым, түрҙәр күрҙем,
Һандығымды астым, гүр күрҙем.
Шунда ғына булған дуҫтарымды
Пәйғәмбәрҙәр менән тиң күрҙем.

Иртән генә тороп тышҡа сыҡһам
Һаҙ емештәре бешәлер.
Туғандарым минут һайын
Иҫтәремә төшәләр.

Беҙҙең урам ғына түбән таба
Теҙелеп кенә үҫкән аҡ ҡайын.
Шул ҡайындарға баҫып ҡарайым,
Һеҙҙе һағынған һайын.

Өҫтәл өҫкәйҙәре еҫле гөл
Иҫерәмен уның иҫенә,
Дайым-дайым, сәғәт һайын
Һеҙ төшәһегеҙ иҫемә.

Ағиҙелкәйҙәрҙе аша сығам,
Аҡ бәкәлле ат менән,
Һеҙ балаларҙы әҙләп сығам
Пичәтләнғән хат менән.

Баҫмаҡ ҡына һалдым тар ергә
Тал тамырҡайҙары бар ергә.
Ҡанат ҡуйып ҡына осор инем,
Һеҙ туғанҡайҙарым бар ергә.

Тау башҡайында төрлө үлән
Тау аҫтарында бөрлөгән.
Һеҙ туғандар иҫкә төшһә,
Бер тереләм, бер үләм.

Ағиҙелгә һал килгән,
Һал килгән ер тар килгән,
Беҙҙең кеүек булмаҫ инде
Шул ҡәҙәре пар килгән.

Бейек кенә тауҙың башында
Сәстәремде елдәр тарата,
Һинең күңел генә әллә ниндәй
Минең күңелем һине ярата.

Ағиҙелде сыҡҡан саҡта
Тороп ҡалды дилбегәм.
Тороп ҡалманы дилбегәм,
Тороп ҡалды илгенәм.

Машина килә икән,
Төтөнө ҡара икән.
Үҫкән ерҙәрең шулай
Бер тороп ҡала икән.

Машиналар ҡысҡыралар
Килеп туҡтағас ҡына.
Иҫтәремдән сығаһығыҙ
Ятып йоҡлағас ҡына.

Ай яҡтылары бик яҡты
Ултырып та мәрйен теҙергә,
Шул туғандар бигерәк яҡшы
Ултырып тә кәңәш итергә.

Өфө генә тауы бик бейек,
Бысҡыбыҙ юҡ бит бысырға.
Һағынғанда барып күрер инем,
Ҡанаттарым юҡ бит осорға.

Етелек лампы яҡты яна
Беҙҙең өй урталарында.
Ете ятып, ете йоҡлайым,
Ете төн урталарында.

Самауырҡайҙарым өҫтәлдә
Береһе генә баҡыр, береһе еҙ генә.
Һеҙ туғандар менән күрешеп
Булырмы икән һуң тиҙ генә.

Киндер һуҡтым киргеһеҙ,
Киргеләргә биргеһеҙ.
Һайлап ҡына алмаһам да
Һайлағанға биргеһеҙ.

 

Ссылка на эту публикацию:

< Таҡмаҡтар > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.53 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8