<Мөхәббәт йырҙары> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Мөхәббәт йырҙары (Песни о любви).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Малояз.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 102-104.
Записано студентами Зухрой Буляковой и Ишмухаметом Шараповым от Валиуллиной Фатихи (88 лет).

<Мөхәббәт йырҙары>

Был йырҙарҙы Фәтихә әбейҙән яҙып алдыҡ (88 йәштә). Яҙып алдылар: Зөһрә Бүләкова, Ишмөхәмәт Шарапов.

Өфөләрҙән килгән саҡта
Төрлө илдәрҙе үттем.
Көнөн-төнөн йоҡламайса
Һағынып һине көттөм.

Бейек тауҙың баштарында
Болан йөрөй көтөүһеҙ.
Эсем боша, йөрәгем яна,
Йөрәгем яна төтөнһөҙ.

Һандуғастар килер әле,
Килер ҙә китер әле.
Һандуғастан үткән ғүмер,
Беҙҙән дә үтер әле.

Кемдәр әйтер балан тип
Сәскә атҡа серинде,
Һеҙ һағынмайһығыҙ мине.
Мин һағынамын һеҙҙе.

Йәнем, йәнем йән тирәк,
Йәнем һиңә ни кәрәк?
Йәнем ярып бирер инем,
Йәнем үҙемә кәрәк.

Күгәрсендәр булып гөрләр инем,
Күгәрсендәр гөрләй тимәҫтәр,
Һинең өсөн дә үләр инем,
Һинең өсөн үлгән тимәҫтәр.

Йырлайым әле, йырлайым еле,
Егермегә тулғансы.
Егермеләргә тулғансы,
Күңелегеҙ булғансы.

Йырлайым әле, йырлайым әле,
Йырламай тормайым әле.
Ҡушыусының күңеле булһын
Һүҙкәйен тыңлайым әле.

Ҡашҡынайың менән күҙеңә
Бик һоҡланам һинең үҙеңә.
Йәнкәйемде ярып бирер инем,
Тик бер генә әйткән һүҙеңә.

Көмөш йөҙөк кеймәҫ инем,
Алтын йөҙөгөм булһа.
Малдар өсөн көймәҫ инем,
Янымда йәрем булһа.

Селтәр элдем ситәнгә,
Елфер-елфер итергә.
Хоҙай беҙгә яҙдымы икән,
Тигеҙ ғүмер итергә.

Алмағастың алмаһын
Бешмәй ашай алмаҫһың.
Һинең өсөн мин һарғайҙым
Күрһәң таный алмаҫһың.

Баҡсаларҙа үҫкән муйылдың
Янҡайында үҫә бөрлөгән.
Йәнекәйем һине бик яратам
Һөйгән генәм һин бит бер генәм.

Аттым-аттым алалманым
Ҡара урмандың ҡоштарын.
Юҡ бит, йәнем, һинән башҡа
Үҙәк өҙгән дуҫтарым.

Аҡ күлмәккәйҙәрең бик аҡ булһын
Елберләпкәй бесән сапҡанда.
Мин саҡырған саҡта һин килмәнең
Сығыр өсөн дәлил тапҡанда.

Югерә-югерә етә алмайым.
Урмандарҙан үтә алмайым.
Урмандарҙан үтер инем,
Һине ташлап китә алмайым.

Ҡоҙасаҡай ник ҡасаһың,
Ахыры күҙгә насарһың.
Ҡысҡырып йырлап ебәрәм,
Һуҡыр күҙең асырһың.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Мөхәббәт йырҙары> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.54&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8