<Һуғышҡа ҡарата сығарылған йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Һуғышҡа ҡарата сығарылған йырҙар (Песни о войне).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Муратовка.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 105-108.
Записано студентами БашГУ З. Буляковой и И. Шараповым от Валиуллиной Фатихи (88 лет).

<Һуғышҡа ҡарата сығарылған йырҙар>

Салауат районы, Моратовка ауылында йәшәүсе Вәлиуллина Фәтихә әбейҙән (88 йәштә) З. Бүләкова менән И. Шарапов яҙып алған.

Һандуғастар һайрап белгертте
Ҡунаҡтар килде тип.
Һандуғастарҙан юраным
Туғандар һаумы тип.

Бейек тауға менә-менә
Уң аяҡҡайым тала.
Сит илдәрҙә яңғыҙ башым,
Үҙемдең илем ҡайҙа?

Баҡсаларҙа ҡуш тирәк,
Береһен киҫергә кәрәк.
Ауыр хәлгә тарыһаҡ та
Сабыр итергә кәрәк.

Һандуғастың һайрауы
Ниңә былай моңло икән.
Моңло бала түгел инем,
Хәҙер ниҙәр булды икән?

Һандуғастар ҡайҙа - урманда,
Балалары уның ҡурайҙа.
Бәндә балалары ни хәл итһен
Тупраҡтары ҡайҙа үҙе уңда.

Һауаларҙа осҡан күбәләк,
Көмөш, тәңкә кеүек түңәрәк.
Үҫкән генә илем иҫкә төшһә
Хәлдәремде йыям сүгәләп.

Самауырҡай ҡуйҙым ҡайнарға
Ҡазандарҙан килгән байларға.
Тыуып-үҫкән илдәремде
Бик һағындым ошо айҙарҙа.

Сәрмәсәнкәй буйы туғай-туғай
Туғайҙарҙа һайрай буҙ турғай.
Ғәзиз туғандарҙы бер күреп
Һайрашырбыҙмы икән беҙ шулай?

Эсер ҙә инем бал булһа
Янған йөрәгемә ял булһа.
Малдар өсөн һис тә ҡайғырмағыҙ
Ғәзиз башыҡайығыҙ һау булһа.

Самауырҡайҙарым тиҙ ҡайнаһын
Һалып ҡына ебәр бер күмер.
Туғандарың менән бер ултырып.
Бер һөйләшеүҙәре бер ғүмер.

Алма ашайҙар, алма ашайҙар
Алманың ни туҡлығы.
Нурлы йөҙөмдө һарғайтты
Йәнекәйемдең юҡлығы.

Беҙҙең һыуҙың буйҙарында
Әллә күрәм, әллә үлән.
Йәнекәйем йыраҡ киттем
Ахыры күрәлмай үләм.

Һандуғастар һайраны бит.
Беҙҙең ситәнебеҙҙә.
Күңелдәребеҙ ышанманы
Ситкә китеүебеҙгә.

Менер инем - тау бейек
Төшөр инем - тамырлыҡ.
Һинең киткән ҡайғыларға
Хоҙай бирһен сабырлыҡ.

Һыу буйында зәңгәр сәскә
Уның үләндәре кәрешкә.
Сабырлыҡтар солтан, нәфес шайтан
Сабырлыҡтар кәрәк һәр эшкә.

Бейек кенә тауҙың баштарында
Аҡ ҡайындан бура бурайҙар.
Һинең аҡылҡайың камил булһа
Кем балаһы тип һорайҙар.

Аҡ ҡайындарҙың ай ағасы
Ағиҙелкәйҙәргә һал булһын.
Ташлама, йәнем, тиҙ күрешәйек
Ғәзиз башҡайҙарыбыҙ һау булһын.

Өҫкәйеңә кейгән аҡ күлмәгең
Һинең кейгәнеңде күрмәнем,
Һинең бәхетеңдән ҡайтып килдем
Күп һуғышта йөрөп үлмәнем.

Ер шарының бер яғынан
Нурланып ҡояш тыуа,
Яҡтысындин ҡыр вә сәхрә
Тағ вә таш нурға сума.

Ҡарасам әтрафыма (тирә-яғыма)
йәшел сәскә кеби ялан.
Атҡан ап-ак сәскәләр
Муйыл ағасы һәм балан.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Һуғышҡа ҡарата сығарылған йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.55&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 18.12.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8