Боронғо башҡорт ҡыҙына // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Боронғо башҡорт ҡыҙына (<Обращение к>башкирской девушке).
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Муратовка.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 108.
Записано студентами З. Буляковой и И. Шараповым от Валиуллиной Фатихи (88 лет).

Боронғо башҡорт ҡыҙына

Эй ғиффәтле ханым Миңнеһылыу,
Дүгәрәк битле йөҙләрең тулу.
Ҡашиңдың өстендә нурлы миңең
Атаң-анаң етә дип көтә туйың.
Вә ләкин бар кимсәнең бер эштә,
Бар фекерең һинең аятыл көмөштә,
Тағаһың тәңкәләр күп шалтыратып,
Йөрөйһөң алдың-артың ялтыратып.
Уҡалап кейәһең әллә нисә ҡат,
Башың сайҡап йөрөйһөң гүйә шәп ат.
Фекерләһәң хәсрәткә ҡалырлыҡ,
Бер-икеһе юҡ ғәҙәттер бу эшләр.
Жаһаләттин эйәрә аңа йәшләр.
Замана ҡыҙларына һин күҙең һал,
Иман, ислам, ваҡыйтыңны белеп ал.

 

Ссылка на эту публикацию:

Боронғо башҡорт ҡыҙына [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.56 (дата обращения: 29.05.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8