<Йырҙар> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йырҙар (Песни).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Новые Каратавлы.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 109-110.
Записано студентками Насыровой и Галимовой от Валиевой Миннигаян Уметхужевны (1917 года рождения).

<Йырҙар>

Салауат районы Яңы-Каратаулы ауылы Вәлиева Миңнеғаян Өмөтхужа ҡыҙынан (1917 йылғы) Насырова менән Ғәлимова яҙып алдылар.

Ағиҙелкәйҙәрҙе ай кискәндә
Бер йырланым ишкәк ишкәндә.
Йырлау ғына түгел ай иларһың
Бәбкәләрең иҫеңә төшкәндә.

Кара ғына урман, ҡараңғы төн,
Яҡшы аттар кәрәк үтәргә.
Ҡайҙа ғына барһаң дуҫ-иш кәрәк,
Үҙең менән донъя көтөргә.

Быяла әшкаф эстәрендә
Зәңгәр күбәләк уйнай.
Әллә ниңә күңелләрем
Гел генә һеҙҙе уйлай.

Иртәң тороп тышҡа сыҡһам,
Ҡош һайрай алмағаста,
Эстәрем янмаймы минең
Тыштарым янмағас та.

Мин бәхетһеҙ, мин бәхетһеҙ,
Мин бәхетһеҙ булғанмын.
Әнкәйемдең иң ҡайғылы,
Ваҡытында тыуғанмын.

Эҙләп-эҙләп табалманым
Күлдәгемдең иштәрен.
Ғүмеремдең буйҙарына
Онота алмаһам нишләрмен.

Ағиҙелгә һыуға барһаң,
Ағиҙел буйын буйла.
Елдәр иҫеп гөл бөгөлһә
Мин һағынған тип уйла.

Югерҙем етә алманым.
Әллә телдәрем бәйләнде
Һау бул, тип әйтә алманым.

Ҡара бөҙрә, ҡара бөҙрә,
Ҡара бөҙрә беҙҙең сәс.
Әле рәхәт күрә тиһәң,
Әле михнәт күрә баш.

Һыуға барһам һирпеп алам,
Төбө ҡомлоға күрә.
Моңло кешене яратам,
Үҙем моңлоға күрә.

Аҡ алъяпҡыс билдәрҙә,
Елберҙәйҙер елдәргә,
Аҫыл ҡоштар ҙа һайрамай,
Беҙ булмағас илдәрҙә.

Атылып-атылып алға атлай
Күгәрсендәй аҡ йөрәк.
Ер йөҙөндә коммунизм.
Төҙөүҙер беҙҙең теләк.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йырҙар> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.57 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8