< Таҡмаҡтар > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Таҡмаҡтар (Такмаки).>
Жанр: Такмак.
Место записи: не указано.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 129.
Записано Кем и от кого записано не указано.

< Таҡмаҡтар >

Махсутов Йыһандарҙың 1943 йылда һуғыш ҡырынан яҙып ебәргән таҡмаҡтары.

Такмаки, присланные Махсутовым Йыхандаром в 1943 году с фронта

Ал йыуҙым йылғаларҙа,
Гөл йыуҙым йылғаларҙа.
Айырым йәшәүләрҙән дә
Ҡыйын хәл юҡ икән донъяларҙа.

Стенала ҙур көҙгө,
Нурлы күрһәтә йөҙҙө.
Ҡыҙарып ҡояш сыҡҡанда
Күрәһем килә һеҙҙе.

Алмалар тейәшегеҙ.
Мин булмаған минуттарҙа
Мин булып һөйләшегеҙ.

Исемдәре Гөлзәми.
Ҡыҙғанамын йәш ғүмерҙе
Минуттар һайын кәмей.

Лена һыу буйларында.
Иртән торһам, кис ултырһам,
Һеҙ генә уйларымда.

Көмөш балдаҡтар кейҙем
Бармаҡ араһы һайын.
Туғандарҙы күрге килә
Аяҡ атлаған һайын.

 

Ссылка на эту публикацию:

< Таҡмаҡтар > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.65 (дата обращения: 26.04.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8