< Йыр > // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: < Йыр (Песня). >
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: не указано.
Год записи: 1964 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 130—131.
Записано Записано от Гаитовой Мархау (86 лет). Имена фольклористов не указаны.

< Йыр >

Ғәйетова Мәрхеү үҙенә-үҙе сығарған. 86 йәштә. Бала саҡтан етем үҫкән, хәҙер ҙә кеше ҡулында тора.

Гаитова Мархау написала эту песню о себе самой. Ей 86 лет. С детства сирота, в настоящее время тоже проживает у чужих людей.

Ҡарай-ҡара күренгән
Әллә ҡаралы микән.
Мин дә етем булмаҫ инем,
Атай-инәй ҡарғаны микән?

Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була.
Үҙ ҡулыңда малдар 6өтһә,
Үҙ туғаның ят була.

Һай ят ҡына ят тауышҡа
Төлкө лә генә ҡаса ҡамышҡа.
Үлмәһә лә кеше үлмәй икән,
Әсекәйе тулы һағышҡа.

Ашҡаҙарҡай буйы һай кәрешкә,
Кәрешкәләр буйы күк сәскә.
Сабырлыҡтар солтан, сабырһыҙ майтан,
Сабырлыҡтар кәрәк һәр эштә.

Анау ғына тауҙың башында
Күк Сәләхәйҙең төйәкәйе.
Минең балам эшкә китеп вафат булды
Ҡайҙа ята икән һөйәкәйе.

Күпер ауыҙҡайы күк сәкә,
Күсереп алып булмай баҡсаға.
Үҙ бәхеткәйҙәрең булмағас,
Һатып алып булмай аҡсаға.

Һандуғасҡай меҫкендең,
Бер ҡанаты күптән юҡ.
Әле генә түгел әле,
Бәхеткәйем күптән юҡ.

 

Ссылка на эту публикацию:

< Йыр > [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.66&w=%D1%81%D3%99%D1%81%D0%BA%D3%99 (дата обращения: 25.06.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8