Дөйә һырты // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Дөйә һырты (Спина верблюда).
Жанр: Сказка (бытовая).
Место записи: БАССР, Салаватский район, деревня Коммуна Сулпан.
Год записи: 1963 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 24-26.
Записано студентами А. Мифтаховым, И. Янбаевым, Т. Гирфановым от Нафиковой Сахипъямал Хабибулловны (67 лет).

Дөйә һырты

Нәфиҡова Сәхипъямал Хәбибулла ҡыҙынан (67 йәштә) Ә. Мифтахов, И. Янбаев, Т. Ғирфановтар яҙып алған

 Борон-борон заманда әбей менән бабай йәшәгәндәр, ти. Улар түшәктә ауырып, үлер хәлгә еткәс, өс ҡалған улына васыят әйттеләр, ти:

 - Беҙҙән ҡалған малды бөтөрмәгеҙ, аласыҡҡа сыҡмағыҙ, - тинеләр, ти. Олоһона өс шәлкем йүкә, уртансыһына ағас көрәк, кесеһенә дәү бесәй тороп ҡалды, ти.

 Йүкәнән сабата үреп кейгәйнеләр, туҙҙы, ағас кәрәк ярылды, тик бесәй генә сыскан тота, ти. Йәшәрлек хәл ҡалмағас, олоһо ялсылыҡҡа китте, ти; байҙы барып тапты, ти. бай уны алырға риза булды, ти. Тик шундай наказ менән:

 - Минең дөйәм бар, бер конюшнәй тиҙәк яһай. Шуны таҙартырға күнһәң һиңә бер сүмес һыу, бер һыныҡ икмәк, - тип әйтте ти бай. Олоһо риза булып эшләй башланы, ти.

 Эш ауыр булғас:

 - Ауыр бит бай, - тип әйтте, ти.

 - Улай тип әйтмәйем тип килдең бит, - тине лә башынан тотоп, өҙөп сабып, ситәнгә элеп ҡуйҙы, ти.

 Ағаһы ялсылыҡтан ҡайтмағас, уртансыһы китте, ти.

   Оло ағай китте,
   Майға батты,
   Мин дә китәйем әле, - тине, ти.

 Ул да байҙы тапҡас, бай оло ағаһына әйткән наказдарын әйтте, ти.

 - Иллә ауыр тип әйтмә,- тип иҫкәртеп ҡуйҙы, ти.

 Әҙ эшләнеме, күп эшләнеме, ауыр эшкә түҙмәне.

   - Эй, бай, ауыр бит әле, - тип әйтте, ти уртансыһы.

 - Улай тип әйтмәҫкә һүҙ бирҙең бит, - тип уртансыһын да тумарып ҡуйҙы, ти. Ике ағаһы ла ҡайтмағас, таҙға сират килеп етте, ти.

   Оло ағай китте,
   Майға батты,
   Уртаңсы ағай китте,
   Балға батты,
   Мин дә китәйем әле, - тип әйтте лә китеп барҙы, ти. Таҙ ҙа ошо ук байға осраны, ти. Бай шул ук наказдарҙы ҡабатланы:

 - Минең дөйәм бар, ул бесән ашай ҙа бер конюшнәй тиҙәк яһай. Әгәр ауыр тип әйтмәһәң, һиңә бер сүмес һыу ҙа, бер һыныҡ икмәк, - тип әйтте, ти, бай.

 Ошо ваҡыт таҙ ситән яғына күҙ ташлаһа, ағаларын күреп ҡалды, ти. "Әһә!"- тип уйлап алды ла кесерткән араһына төшөп ятты, ти. Һрайҙағы бер һарыҡты һуйып ашаны ла

 - Бабай , һыуһаным әле, - тип һөрәнләне, ти.

 - Молодец, ҡустым, молодец, бер һыныҡ икмәк, бер сүмес һыу ал, - тип әйтте, ти. Таҙ һыу эсеп алып, эшләмәйенсә бер һарыҡты тағы йылпайтты ла тағы һыу һораны, ти. Быны ишеткән бай:

 - Молодец, улым, молодец, һыу эс, - тип әйтте, ти. Таҙҙың күп ашамауына, ауыр тип әйтмәүенә, "эшләүенә" шатланып.

 Эштең ниҙә икәнен әбейе һиҙеп ҡала ла:

 - Беҙҙе ота бит был таҙ, - тип әйтте ти бабайына.

 - Беҙҙе отһа, кәкүк булып ҡысҡыр, - тип әйтте, ти бай.

 Әбей бағана башына менеп, кәкүк булып ҡысҡырғайны, таҙ килеп сыҡты ла:

 - Бынау февраль айында ниндәй кәкүк ҡысҡыра ул, - тип, әбей-кәкүктең башын өҙөп ташланы, ти. Таҙ бабайға инеп әйтте, ти:

 - Кәкүктең башын өҙә саптым, февраль айында ҡысҡырмаһын, - тине ти таҙ.

 - Бөлдөрҙөң, бөлдөрҙөң, минең әбей ине, - тип, нәмәләрен кашелгә тултырып, ҡасырға уйланы, ти. бай ял иткән арала таҙ кашелдәге нәмәләрҙе алды ла үҙе инеп ятты, ти. Иртән торғас бай кашелде алып таҙҙан ҡасмаҡ булды, ти.

 - Ҡотолдом, ҡотолдом, - тип әйтте, ти бай.

 "Ҡотолдоң атаң башы", - тине кашелдәге таҙ.

 - Ҡолағыма һеңеп ҡалған икән был һүҙҙәр, - тип, бай бер ҡолағын өҙөп алды, ти. Шулай итеп бер аҙ барғас:

 - Инде ҡотолдом инде, - ти бай.

 "Ҡотолдоң атаң башы", - тип ҡабатлап әйтмәһенме таҙ кашелдән.

 - Икенсе ҡолағыма һеңешкән, шикелле, - тип бай уң ҡолағын да өҙөп ташлай.

 Бай ауылға етер алдынан таҙ кашелдән сыҡты ла байҙың муйынын борҙо, ти. Арып-талып бер байбисәгә килеп инде, ти. Уңың матур ғына ҡыҙы бар икән. Таҙҙың ҡыҙға күҙе төшкәс, әбейғә әйтте, ти:

 - Уф, әбей!

 - Ни булды, ни булды?

 - Ҡарактар баҫтырып килә, ҡыҙыңды мейескә тыҡ, үҙең һалам аҫтына кер.

 Ҡыҙын мейескә тығып, үҙе һалам аҫтына кергәйне, таҙ шул уҡ сәғәттә һаламға ут төрттө лә, мейестән ҡыҙҙы тартып сығарып, донья көтә башланы, ти.

 

Ссылка на эту публикацию:

Дөйә һырты [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.7 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8