Васыят // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Васыят (Завещание).
Жанр: Сказка (бытовая).
Место записи: БАССР, Салаватский район, д. Муратовка.
Год записи: 1963 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: Том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 34-35
Записано студентами З. Буляковой и И. Шариповым от Фатихи Валиуллиной (88 лет)

Васыят

Салауат районының Моратовка ауылында йәшәүсе 88 йәшлек Фатиха әбей Вәлиуллинанан 3. Булякова, И. Шәрипов яҙып алдылар.

 Элекке заманда бер ҡарт йәшәгән. Уның өс улы булған. Ҡарттың үлер ваҡыты еткән. Ул өс улын да янына саҡырып алған. Һәр бер улына васыят әйткән. Бабай иң оло улына былай тигән:
 - Улым, һин ауыл һайын һарай һал. Икенсе улына аҙна һайын ҡатын алырға ҡушҡан. Ә өсөнсө улына былай тигән:
 - Ерҙе һөргәс, баш-баштарын ҡондоҙ ҡауырыйы менән ҡаймалап ҡуй, - тигән, ти.
 Бабай үлеп киткән. Малайҙар аталарын әйбәт итеп ерләгәндәр. Шул ваҡыт улар аталарының васыятын иҫтәренә төшөп аптырап ҡалғандар. Улар бер нисек тә уйлап сығара алмағандар һәм аҡыл эйәһенә барып, был васыятты аптырап һөйләп биргәндәр, һүҙҙе оло улы башлаған:
 "Атайым өсөбөҙгә өс васыят әйтте, ләкин беҙ мәғәнәһенә төшөнә алманыҡ. Ул миңә ауыл һайын һарай һалырға ҡушты. Мин нисек ауыл һайын ул һарайҙы һалайым ти?"
 - Икенсе улы һүҙгә ҡушыла: "Ә миңә аҙна һайын ҡатын алырға ҡушты. Аҙна һайын нисек итеп ҡатын алып йөрөйөм, ти?"
 - Шул ваҡыт өсөнсөһө лә үҙ зарын әйтеп һалды: "Миңә ер һөрөп, баш- баштарын ҡондоҙ ҡауырыйы менән ҡаймалап ҡуйырға ҡушты. Ул ҡауырыйҙы ҡайҙан алайым да, нисек ҡаймалайым, ти?"

 Аҡыл эйәһе бик иғтибар менән уларҙы тыңлап торғас, былай тине, ти:
 - Атайығыҙ бик яҡшы васыят ҡалдырған. Уны үтәһәгеҙ һеҙ кеше булырһығыҙ.  - Улым, һиңә ауыл һайын Һарай һалырға ҡушҡан. Һиңә ул ауыл һайын дуҫ-иш булдырырға, кеше килгәндә уларҙы яҡшы ҡаршыларға ҡушҡан.

 Ә һиңә аҙна һайын ҡатын ал, тигән. Был һинең бик эшлекле булырға, өйҙә һаҫып ятмаҫҡа, ҡатының янына һағынып ҡына ҡайтырға, тик бер генә ҡайтып килергә ҡушҡан.

 Ә өсөнсө улым һиңә ерҙе яҡшы итеп эшкәртергә, еренә еткереп эшләргә, 5-6- шар ҡабат һөрөргә ҡушҡан.

 Өс бер туған аҡыл эйәһенә рәхмәт әйтеп, аталарының васыятын үтәргә керешкәндәр.

 

Ссылка на эту публикацию:

Васыят [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.8 (дата обращения: 23.08.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8