Кесе эйек буйы // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Кесе Эйек буйы (В долине Малого Ика).
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Бикбулатово.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский и Баймакский районы; л. 4-5.
Записано студентками Фазыловой Салимой Валиевной и Бикбердиной Фаридой Зайнулловной от Султанмуратовой Бадигул Давлетшевны (1908 года рождения).

Кесе эйек буйы

Кесе Эйеккәйҙең буйларында
Тәрән ҡаҙылғанда ҡом баҙын.
Яңғыҙ ҡалырымды шунан белдем
Төштә яңғыҙ күрҙем ҡыр ҡаҙын.

Кесе әйеккәй буйын һай буйланым
Бара торғас, бер уй уйланым.
Ошо ғына уйым, һай , бөткәйне
Ултырып тағына иланым.

Кесе эйекәй буйы балтырған,
Ун ике лә быуын ултырған.
Был ғына ла йырҙы йырламаҫ инем
Йөрәкәйемә һары ултырған.

Ҡара ғына урманды яҡтырта
Ҡара атҡайымдың ҡашҡаһы.
Был донъяларҙа һис кәрәкмәй.
Совет власенән башҡаһы.

Шыңғыратып тартып ебәрәйем
Һаҡмарҡайҙың моңло ҡурайын.
Ярлылыҡҡа дарыу бармы тиеп
Кемдән генә барып һорайым.

Ҡәнәфер ҙә менән баҙыяндың
Шоморт ҡара икән орлоғо.
Булма ла ғына малһыҙ: булма йәрһеҙ.
Шунда икән донъя хурлығы.

Өҫтәремә кейгән күлдәгемдең
Бер буйҡайҙары уҡа булһасы.
Күп теләкәйҙәрем араһында
Бер теләгем ҡабул булһасы.

Тыуғанда ла тыуҙым эш менән
Иҫкәндә лә үҫтем эш менән
Ҡайҙа ғына барһам , эш эшләйем
Рәхәтләнә күңелем эш менән.

 

Ссылка на эту публикацию:

Кесе эйек буйы [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.80 (дата обращения: 23.03.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8