<Йыр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Юлдыбаево.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский и Баймакский районы; л. 10-11.
Записано студентками Фазыловой Салимой Валиевной и Бикбердиной Фаридой Зайнулловной от Псянчиной Фатимы Зайнулловны (69 лет). Песня посвящена умершему сыну.

<Йыр>

Был йырҙы Күгәрсен районы, Юлдыбай ауылында йәшәүсе Фатима инәй Псәнчина Зәйнулла ҡыҙынан (69 йәш) яҙып алынды (улына арналған).

Уралып та ятҡан Урал тауы
Ирәндекәй тауын ҡаплаған.
Балниста ла түгел, курортта ла
Әзәленә дарыу тапмаған.

Ҡаршыбыҙҙа ята Ҡыйҙар тауы,
Ҡырыбыҙҙа ята Ҡайынтау.
Ҡайғыларым бер ҙә булмаҫ ине
Балаларым булһа иҫән-һау.

Икенән дә үргән ҡара сәсем
Ҡара йылан булып китһәсе.
Ер аҫтынан юлдар һалып,
Балаларым ҡайтып етһәсе.

Ишекәйем алды дүрт умарта,
Кейәләрем бар ҙа ҡоро юҡ.
Минең генә ғәзиз туғанымдың
Кем бар ҙа үҙе юҡ.

Ҡаршыла ята ҡыҙҙар тауы,
Итәгендә уның ҡушҡайын,
Минең балаларым үлеп китте
Күрермен инде хоҙа ҡушҡанын.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йыр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.82 (дата обращения: 21.10.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8