<Йыр> // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: <Йыр (Песня).>
Жанр: Песня (лирическая).
Место записи: БАССР, Кугарчинский район, д. Сатлыково.
Год записи: 1969 г.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 2 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы фольклорной экспедиции в Кугарчинский и Баймакский районы; л. 13-16.
Записано студентками Фазыловой Салимой Валиевной и Бикбердиной Фаридой Зайнулловной от Суюндюковой Мастюры. Возраст не указан.

<Йыр>

Был йыр Күгәрсен районы Һатлыҡ ауылында йәшәгән Мәстүрә Һөйөндөкөва инәйҙән яҙып алынды.

Һауаларса осҡан һарығош
Кәйелеп-кәйелеп төшөп ташты ашай
Был донъяҡайҙарға ышанмағыҙ
Хәйләлектә йөрөп башты ашай.

Һандуғастар һайрай туғайҙа
Тауыштары уның йыһанда
Ғәзиз балам ҡалды һуғыштарҙа
Талып ауырый йөрәгем һаман да.

Анау ғына тауҙың аръяғында
Көр туратым ҡалды тарта алмай.
Кейемдәре буҫтау, китеүе ҡыҫтау
Бер һүҙҙәрем ҡалған әйтә алмай.

Сәхрәләргә сығып йөргәнемдә,
Табып алдым йәшел япраҡ.
Эскенәйем тулы уй-хәсрәт
Тышҡынайым йөрөй ялтырап.

Һауаларҙа турғай тәсбих әйтә,
Белмәгәндәр әйтә сырлай тип,
Моңло ғына кеше йыр тарата.
Белмәгәндәр әйтә йырлай, тип.

Тау башҡайҙарында ҡара атым,
Тау түшекәйендә һары атым.
Осоп ҡына барып күрер инем
Һындымы икән һыңар ҡанатым.

Түңәрәкәй күлдә дүрт өйрәк,
Күл ситенә килмәй күренмәй.
Күл ситенә килмәй күренмәй
Янған йөрәкәйҙәрем һүрелмәй.

Тауыштарым минең таштар яра.
Тик һандуғас түгел һайрарға.
Йөрәкәйем минең уттай яна
Ҡара ҡаҙан түгел ҡайнарға.

Күгәрсенкәйҙәрҙең күрке бар,
Түбә әҫтәкәйендә бүрке бар.
Ҡәһәрҙәрем һалһа , нәҫир мәүлә
Рәхимдәрен һалһа ирке бар.

Иртәнекәй томан кис тә томан
Ник асылмай икән был томан.
Ел елләмәй томан асылмай
Бер йырламай, йөрәгем баҫылмай.

Ҡашҡынайың ҡара нилектән,
Биткенәйең ҡыҙыл миннектәй.
Уйнамайһың, иптәш, ник көлмәйһең
Хәтерҙәрең ҡалған нилектән.

Аҡҡош ҡына оса дан өсөн,
Ҡорт анаһы оса бал өсөн.
Беҙ килмәнек ашап-эсер өсөн
Беҙ килдек дүҫ-иш бар өсөн.

Аҡҡош ҡына оса тау ҡырлап
Тауыштары китә һыу буйлап.
Эшлекһеҙ ҙә бала түгел инем;
Зиһендәрем бөттө күпте уйлап.

Аҡ сәкмәнкәйемдең бетеүе.
Ай-һай атҡайымды көтөүе
Ай-һай алла, тиһәм, бик үк ҡыйын
Дуҫ-иштәрҙән айырылып китеүе.

Етегән дә йондоҙ ете йондоҙ
Ете әйләнә таңдар атҡанда
Һөйгән генә йәрең дошман булһа
Өҙәләнеп тора ятҡансы.

Эсәйек тә, дуҫтар, эсәйек,
Исемдәрен әйтеп эсәйек.
Был ғүмерҙәр беҙгә ике килмәй,
Уңайҙары килһә, һүтәйек.

Аҡҡош һауала була,
Балыҡ һыуҙарҙа була.
Йәш ваҡытта кемде һөйһәң
Күңел шуларҙа була.

Сәскенәйең һинең бөҙрә,
Фуражкаңдан үтә күренә
70 төрлө кеше араһында
Һинең йөҙөң яҡты күренә.

Эйек кенә буйы сатыра.
Сатырала кәкүк саҡыра.
Ефәк кенә кеүек сәстәреңде
Уҡалы ла такыя баҫтыра.

Өҫтөңдәге кейгән күлмәгеңде
Өҫтәлдәргә һалып киҫтеңме.
Ҡашҡынайың ҡара, йөҙөң зифа,
Сәхрәләрҙә йөрөп үҫтеңме?

Кәкүк кенә ҡошо ер ҡошо.
Ерҙә генә була емеше.
Мыҫҡылдарҙан ауыр һүҙ әйтмәгеҙ
Ҡунаҡ ҡына була ҡыҙ кеше.

Күперле лә буйы ҡыҙыл сәскә,
Ҡыҙыл сәскә кеүек ҡыҙҙары.
Ҡыҙыл сәскә кеүек ҡыҙҙарынан
Берәү-икәү ҡалдыҡ ни бар.

Ерәнсәй ҙә атым юшамай,
Юшаһа ла бесән ашамай.
Хәсрәткә хәсрәт оҡшамай
Хәсрәт һауытҡайҙарым бушамай.

 

Ссылка на эту публикацию:

<Йыр> [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.84 (дата обращения: 18.12.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8