Ике туған // Фольклорный архив Башкирского государственного университета

ISBN 978-5-87604-352-8

Фольклорный архив Башкирского государственного университета

 

К оглавлению издания.

Название: Ике туған (Два брата).
Жанр: Сказка (волшебная).
Место записи: не указано.
Год записи: не указан.
Язык: башкирский.
Источник публикации: том № 1 фольклорного архива кафедры башкирской литературы. Материалы Салаватской экспедиции под руководством М. Х. Мингажетдинова; л. 28-30.
Записано имена фольклористов и информантов не указаны.

Ике туған

 Борон заманда йәшәгән ти бер батша. Уның ҡатыны үлгән булған, ул ҡатынынан ике улы ҡала. Батша икенсе катын ала. Йәш катын бер көндө тәҙрәнән ҡарап ултырғанда, тәҙрәләргә оялаған турғай балаларын күрә. Бер оялағы балаларҙың инәләре ҡайтмай. Икенсе ояның ата-әсәһе был етем турғайҙарға ем ташып ашата. Был ҡатын, батша минең балаларымды ла ҡарамаҫ, тип, теге ике улын үлтереү юлын эҙләй. Тиҙҙән ул ауырыуға һабыша. Сихырсы әбей килә, уның менән кәңәшләшеп, батшаға әйтергә хәйлә уйлайҙар. Катын:

 - Тик улдарыңдың йөрәк-бауырын ашатһаң ғына терелтә алаһың, - тип әйт ти сихырсыға. Сихырсы шулай эшләй.

 Батша бик ҡайғыра. Ләкин ҡатынын бик яратҡанлыҡтан быға риза була. Бер һалдатҡа үлтерергә ҡуша. Быларға бер эт эйәрә. Урманға баралар. Һалдат балаларҙы үлтерергә йәлләй. Көсөктө үлтереп, йөрәк, бауырын ала ла, малайҙарҙы үҙ юлдарына ебәрә.

 Малайҙар урманда йөрөйҙәр, ти. Бәләкәсе бик һыуһай, олоһо Һыу эҙләп китә. Һыу эҙләй торғас, малай бер таллыҡҡа барып сыға. Унда бер филде күрә. Фил уны баҫтыра, уны тота ла һыртына ултыртып, шәһәргә алып килә. Был филдең ҡайтыуын шәһәр халҡы йыйылып көтә. Был шәһәрҙә батша үлгән булған һәм филде сығарып ебәргәндәр, ул кемде алып килә, ошо батша була, тип. Малайҙы тәхеткә батша итеп ҡуялар.

 Был ваҡытта теге ҡустыһы ағаһы батшалыҡ иткән ҡалаға килә. Ул бик алама кейенгән була. Был ҡалала бер корабль тауар тейәлгән көйө һыуҙа батып ултыра. Быны бер нисек тә сығара алмайҙар икән. Боронғо ырымсылар һүҙе буйынса, әгәр шуға берәйһен ташлаһаң, һыу күбәйә, тип уйлағандар. Кемде ташларға белмәй торғанда, теге батшаның был ҡалалағы ҡустыһы килеп сыға. Күп уйлап тормай, был малайҙы шуға ташларға булалар. Малай, шуға ташлар алдынан инеп кораблдең эсен ҡарап сығырға рөхсәт һорай. Быға рөхсәт итәләр. Инһә, малай күрә; тауарҙар теләһә нисек тейәлгәндәр, күберәк бер яҡҡа тейәлгән була. Малай әйбәтләп тейәй, корабль ҡалҡа. Батша был малайҙың аҡыллылығын күреп, был батшалыҡта малайҙы ҡалдырырға ҡуша. Корабль икенсе батшаға сауҙа итергә китергә тейеш була, малайҙы ла алалар. Ул батшалыҡҡа барып ингәс, бер иғлан күрәләр. Был иғланда батшаның ҡыҙына кейәү эҙләгәнлеге тураһында яҙылған була. Бөтә батшалыҡтағы егеттәр яҡшы кейенеп бында килергә тейеш булалар. Моряктәр ҙә яҡшы кейенеп бында киләләр.

 Был малай ҙа ошо алама кейеме менән батша ҡыҙы янына килә.

 Ҡыҙ сығып егеттәрҙе һайлай башлай. Матур кейенеп торған егеттәрҙең береһен дә күңел итмәй, теге алама кейенгән егеткә башындағы тажын алып бирә, был - егетте яратыуын белдереү була. Бөтә егеттәр "ах" итеп торалар. Хәҙер моряктәрҙең китер ваҡыты етә, ҡыҙҙы ла алып китәләр. Моряктәр теге малайҙан ҡыҙҙы үҙҙәренә биреүҙәрен һорайҙар. Егет риза булмағас, ҡыҙҙың тажын һыуға ташлайҙар. Егет тажды эҙләп сығып китә. "Өс йылға тиклем килмәһәм, ҡыҙ һеҙҙеке" - ти. Бара торғас, тажды бер ҡош алып китә. Ҡош ағас башына алып барып ҡуя, егет уны һуғып тажды ала. Егет йөрөй торғас бер аласыҡҡа барып инә. Унда ыңғырашып бер керт ята. Арыулыҡ-һаулыҡ һорашып бында инә. Бабай егеттең исемен һорай. Был егеттең исеме Ғәҙелйән була. Был ҡарт уның атаһы була. Ул ауырып, үлергә ятҡан була һәм шул көндө үк үлә. Егет бынан сығып бер шәһәргә китә. Унда бер баҡсала ҡыҙҙар сыр-сыу килеп уйнап йөрөйҙәр. Егет билбауынан алып тажды күрһәткәс, бер ҡыҙ югереп килеп ала. Был баяғы батшаның ҡыҙы була. Өс йыл тулырға бер генә кис ҡалған була. Ҡыҙ егетте таныған да былар кәңәш ҡоралар, ти. Ҡыҙ ауырып ятырға тейеш, ә егет мулла булып кейенеп, ҡыҙ янына килергә тейеш була. Ҡыҙ ошолай эшләй. Ә егет батша саҡырғанынса кәзәки кейеп, ҡулына таяҡ тотоп килә. Килгәс:

 - Миңә ашарға килтерегеҙ, мин ҡыҙҙы өс көн өшкөрәсәкмен, - ти. Батша риза була. Егет мулла булған булып ҡыҙҙы өс көн өшкөрә. Хәҙер былар тағы ла хәйлә ҡоралар. Егеттең яғынан бер бай туғаны килергә тейеш була. Егет ағаһына хәбәр итә. Ағаһы килә. Ул энеһен дә, киленен дә алып ҡайтып, ҡустыһын хәрби көстәргә башкомандующий итеп ҡуя.

 

Ссылка на эту публикацию:

Ике туған [Электронный документ] // Фольклорный архив Башкирского государственного университета: электронное научное издание / под ред. Б. В. Орехова, А. А. Галлямова. [2011—2017]. Дата обновления: 11.02.2014. URL: http://lcph.bashedu.ru/editions/efolk.php?go=folk_id.9 (дата обращения: 28.07.2017).

 

Экспорт в XML

                                  

ISBN 978-5-87604-352-8